Елена Чаушеску
Елена Чаушеску | |
рум. Elena Ceaușescu | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Румыния |
Хеҙмәт итеүе | Социалистическая Республика Румыния[d] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | рум. Lenuta Petrescu |
Тыуған көнө | 7 ғинуар 1916[1][2][3] |
Тыуған урыны | Petrești[d], Румыния короллеге |
Вафат булған көнө | 25 декабрь 1989[1][2][3] (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Тырговиште[d], Румыния |
Үлем төрө | Үлем язаһы |
Үлем сәбәбе | пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d] |
Ерләнгән урыны | Генча[d] |
Хәләл ефете | Николае Чаушеску |
Балалары | Нику Чаушеску[d], Зоя Чаушеску[d] һәм Валентин Чаушеску[d] |
Нәҫеле | Чаушеску[d] |
Туған тел | Румын теле |
Өсөн хөкөм ителгән | карманничество[d] һәм Ҡомарлы уйын |
Һөнәр төрө | Кондукэтор |
Биләгән вазифаһы | вице-премьер[d] |
Уҡыу йорто | Бухарест университеты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Румынская коммунистическая партия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Elena Ceaușescu |
Елена Чаушеску Викимилектә |
Елена Чаушеску (7 ғинуар 1916[4] — 25 декабрь, 1989) — Румыния коммунистар партияһының генераль секретарь һәм президенты Николае Чаушескуның[5] ҡатыны. Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры, Румыния коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты һәм РКП Политбюроһы составына инә, Румыния Фәндәр академияһын һәм илдең ҙур химия компанияһы ICECHIM башлығы була.
1989 йылдың 22 декабрендә революция барышында ҡолатылған ире менән бергә баш ҡаланан ҡасып китә. Тәүҙә вертолётта, унан автомобилдә ҡаса. Тырговиште ҡалаһына тиклем барып етәләр, әммә шул уҡ көндө икеһе лә армия тарафынан тотола[6]. Ойошторолған ғәҙәттән тыш революцион трибунал уларҙы дәүләткә ҡаршы енәйәттә, үҙ халҡының геноцидында, сит ил банктарында йәшәрен иҫәп асыуҙа һәм «милли иҡтисадты емереүҙә» ғәйепләй[7][8][9].
1989 йылдың 25 декабрендә ни бары бер нисә сәғәт эсендә трибунал ҡарары буйынса икеһе лә хәрбиҙәр тарафынан атып үлтерелә, ә бының алдынан бөтә мөлкәттәре конфискациялана[10].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иртә йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Елена Петреску Румынияла Петрешти коммунаһының Дымбовица берәмегендә крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы уның һабансы булған. Яҙмалар күрһәтеүенсә, ул башланғыс мәктәптән бер генә яҡшы баһа, ҡул эштәре буйынса яҡшы баһа менән китә (ауыл мәктәбендә уҡый алмай)[11] Башланғыс мәктәптән һуң ағаһы менән Бухарестҡа китә, унда лаборант булып эшләй. Шунан һуң туҡыу фабрикаһында эш таба.
Партия эшмәкәрлеге башлана
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1937 йылда Румыния коммунистары партияһына инә.
1939 йылда Елена, шул саҡта коммунист -подпольщик, Дофтан төрмәһенән сыҡҡан буласаҡ ире менән таныша[12]. Чаушескуның ҡыҙға күҙе төшә. Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң улар өйләнешә[13]. Күп йылдар дауамында Николаеның сәйәси тормошонда, Елена Петреску, шул йылдарҙа аҙ белемле эшсе-туҡыусы[14] көсәйә барған роль уйнай[15], һәм һуңынан Николае Чаушескуның сәйәси ҡарарҙарында бик алыҫ уҡ кеше булмай. Йәш сағында Елена химия заводында эшләргә өлгөрә. Ошоноң менән бәйле уны артабан илдең иң эре химия лабораторияһы етәксеһе итеп ҡуялар (Химия тикшеренеүҙәр милли институты). Һуңынан, ғалим дәрәжәләренә эйә булған «Карпат генийы» ҡатыны «фән ҡояшы» тип иғлан ителә һәм Румыния Фәндәр академияһы башына тора.[11]
Сәйәси күтәрелеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйәсәттә лә Елена Чаушеску икенсе ролдәрҙә ҡалмай. Ул йыш ҡына ирен сит илдәргә рәсми визиттарҙа оҙатып йөрөй. 1971 йылдың июнендә, ҠХР-ға дәүләт визиты ваҡытында Мао Цзэдундың ҡатыны Цзян Циндың илдә реаль власын иҫәпкә ала. Күрәһең, Елена бынан илһам ала, һәм шунан алып Румынияла уның сәйәси күтәрелеше башлана. 1971 йылдың июлендә ул социаль-иҡтисади күҙаллау буйынса Үҙәк комиссия ағзаһы итеп һайлана, 1972 йылдың июлендә РКП Үҙәк комитетының тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып китә. 1973 йылдың июнь айында, Эмиль Боднар күрһәтеүе арҡаһында, партия башҡарма комитетына һайлана. 1974 йылдың ноябрь айында РКП-ның XI съезында сәйәси башҡарма комитеттың ағзаһы була, 1977 йылдың ғинуарында юғары партия органы ағзаһы, Сәйәси башҡарма комитеттың Даими бюроһы ағзаһы. 1980 йылдың мартында уны премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары итеп ҡуялар[16][17].
Шәхес культы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Елена Чаушеску ирендә булған шулай уҡ «көслө» шәхес культының объекты була. Николае Еленаны шул тиклем ҙурлай, хатта уны «милләт әсәһе» тип атай башлайҙар. Һәм барыһына ҡарағанда, уның тәккәберлеге һәм хөрмәткә теләге иренекенә ҡарағанда ла көслөрәк була. Иренә ҡарата кеүек үк, румын телевидениеһына телеэкрандан уның һүрәте буйынса ла ҡәтғи бойороҡ бирелә. Мәҫәлән, «дөйөм өйҙәге ҡиәфәте» (йәш сағында бик һылыу булһа ла), шулай уҡ ҙур танауы арҡаһында бер ҡасан да профилдә күрһәтелергә тейеш булмай[18]. Елена Чаушеску асыҡтан-асыҡ уның өсөн «иптәш» тип аталыу оло хөрмәт тип әйтә, ләкин АҠШ-тағы румын эмиграцияһы вәкилдәре уны мыҫҡыллап йыш ҡына «мадам Чаушеску» (күҙҙәре өсөн) тип атаған.
Ҡолатылыуы һәм үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсми версия буйынса, революция осоронда, 1989 йылдың 22 декабрендә ирле-ҡатынлы Чаушескулар, ярҙамсылары һәм һаҡсылары менән бергә, баш ҡаланан ҡаса. Меңләгән митингыға йыйылған халыҡтан ҡасып, тәүҙә вертолетта осалар. Һуңынан бергәләп автомобилдә дауам итәләр. Шул уҡ көндө Тырговиште ҡалаһында ҡулға алыналар[19]. Шунда уҡ, ике көн үткәс, хәрби базала ғәҙәттән тыш трибунал ойошторола, ул бөтә мөлкәтен конфискациялау менән ирле-ҡатынлы Чаушескуны атыуға хөкөм итә[20].
1989 йылдың 25 декабрендә Раштыуа ваҡытында яҙыла, ә һуңынан румын телевидениеһы буйынса трибунал ултырышы күрһәтелә[21]. Шунан һуң, хөкөм ҡарарына ярашлы, Тырговиште ҡалаһының хәрби часы территорияһында Чаушескуларҙы (14:50)[22] йөҙ ирекмәндән һайлап алынған өс десант һалдаты атып үлтерә[23]. Шунан һуң уларҙы алып китәләр һәм «Стяуа» стадионында ятҡан килеш ҡалдыралар. Ә аҙаҡ уларҙы Генч хәрби зыяратында күсереп ерләйҙәр. Кисекмәҫтән ашығыс күрһәтмә процесс һәм үле Чаушескулар видеоға төшөрөп алына һәм тиҙҙән күп көнбайыш илдәрендә кадрҙарҙа күрһәтелә[24][25]
Чаушескулар 1990 йылдың 7 ғинуарында үлем язаһын ғәмәлдән сығарғанға тиклем Румынияла һуңғы язаланыусылар була[26].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уларҙың өс балаһы (Нику, Зоя һәм Валентин) 1989 йылда декабрь ваҡиғаларынан һуң ҡулға алына. Нику Чаушеску геноцидта ғәйепләнә, ә Зоя һәм Валентин — милли иҡтисадты емереүҙә. 1990 йылдар башында улар һаҡ аҫтынан азат ителә. 2006 йылдың октябрендә, Чаушеску власы ҡолатылыуҙан 17 йыл тиерлек үткәс, Румыния суды уның балаларына революциянан һуң тартып алынған мөлкәтте ҡайтарырға ҡарар сығара.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Research work on synthesis and characterization of macromolecular compounds, Editura Academiei Republicii Socialiste România, 1974
- Stereospecific Polymerization of Isoprene, 1982
- Nouvelles Recherches Dans Le Domaine Des Composes Macromoleculaire, 1984
- Достижения в химии и технологии полимеров, 1988
Күмәк мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уны ҡайһы саҡта CO2 химик элементын дөрөҫ әйтмәүенә һылтанып «Codoi» ҡушаматы менән атайҙар . Уны күптәр, шул иҫәптән рәсми кешеләр, мыҡыллап был ҡушамат менән күрһәтмә суд ваҡытында атай[27][28][29][30]. Юморҙың үҙенсәлеге шунда, ул ысынлап та румын һүҙе булып тора. Ул «ҙур ҡойроҡ» тигәнде аңлата[31].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ 2,0 2,1 Elena Ceaușescu // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 3,0 3,1 Elena Ceausescu // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ FONDC.C. AL P.C.R. –CABINETUL 2 –ELENA CEAUŞESCU "Elena Ceauşescu s-a născut în satul Petreşti, judeţul Dâmboviţa, la data de 7 ianuarie 1916"
- ↑ Nicolae Ceaușescu (инг.).
- ↑ Лабиринт. Почему поторопились расстрелять Николая Чаушеску. журнал «Планета» (декабрь 2006). Дата обращения: 24 марта 2013.
- ↑ 1989: Romania's 'first couple' executed . BBC. Дата обращения: 6 ноябрь 2007. Архивировано 4 апрель 2013 года. (инг.)
- ↑ Houchang Esfandiar Chehabi, Juan José Linz, Sultanistic Regimes, p 242, Johns Hopkins University Press, 1998 (инг.)
- ↑ Daniel Chirot, Modern Tyrants: the power and prevalence of evil in our age, p 258, Princeton University Press, 1996 (инг.)
- ↑ Имущество семьи диктатора Чаушеску продают на аукционе. «The Good Life» (30 января 2012). Дата обращения: 24 марта 2013.
- ↑ 11,0 11,1 Последний вампир Трансильвании- СМИ //Коммерсантъ 20.12.2004
- ↑ Cătălin Gruia, «Viata lui Nicolae Ceausescu», in National Geographic Romania, November 2007, стр. 43 (рум.)
- ↑ Nikolae Ceausescu, Chronology. ceausescu.org(2005).Дата обращения: 23 марта 2013.Архивировано 4апреля 2013года.
- ↑ «Гений Карпат» Чаушеску . Персона > Еженедельник 2000 (1 сентябрь 2010). Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года. 2014 йыл 19 октябрь архивланған.
- ↑ Nikolae Ceausescu, Chronology. ceausescu.or(2005).Дата обращения: 23 марта 2013.Архивировано 4 апреля 2013года.
- ↑ В Румынии эксгумированы останки Николае Чаушеску и его жены Елены. :: Новости :: InterRight (21 июля 2010). Дата обращения: 23 марта 2013.Архивировано 4 апреля 2013 года
- ↑ Enhanced Personality Cult for Elena Ceausescu(недоступная ссылка) 1986-1-8
- ↑ Sebetsyen, Victor. Revolution 1989: The Fall of the Soviet Empire. — New York City: Pantheon Books (инг.)баш., 2009. — ISBN 0-375-42532-2.
- ↑ Исторические аналогии: крах Чаушеску (недоступная ссылка). Belpolitics.org (10 июня 2011). Дата обращения: 22 января 2013.Архивировано 19 июля 2014 года.
- ↑ Антиправительственные выступления в социалистической Румынии. Румынская революция 1989 года. Конфликтолог (2006). Дата обращения: 23 марта 2013.
- ↑ Универсальный дополнительный практический толковый словарь — И. Мостицкий, 2005—2012
- ↑ Расстрел у стены солдатской уборной. Почему Михаил Горбачев дал согласие на казнь Николае Чаушеску?. «Аргументы Недели» (№ 6 (247) от 17 февраля 2011).Дата обращения: 23 марта 2013.Архивировано 4 апреля 2013 года.
- ↑ Останні дні Чаушеску. Так закінчуються диктатури. Українська правда (25 декабря 2010).Дата обращения: 23 марта 2013. Архивировано 4 апреля 2013 года.
- ↑ "Ghosts of Christmas past still haunt Romanians". Daniel Simpson (1 декабря 2001). Дата обращения: 28 марта 2013. Архивировано 4 апреля 2013 года.
- ↑ DECRET-LEGE nr.6 din 7 ianuarie 1990 pentru abolirea pedepsei cu moartea. Stern.de (20th Oktober 2005).Дата обращения: 28 марта 2013.
- ↑ DECRET-LEGE nr.6 din 7 ianuarie 1990 pentru abolirea pedepsei cu moartea. Cdep.r (7 января 1990). Дата обращения: 28 марта 2013. Архивировано 4 апреля 2013 года.
- ↑ Trecutul de langa noi, Lumea. nr. 10 Архивная копия от 25 ноябрь 2005 на Wayback Machine
- ↑ Jela, Doina. Ceausescu, obsesia nemarturisita a romanilor 2007 йыл 7 май архивланған.
- ↑ Transcript of the Trial of December 25, 1989 2020 йыл 18 сентябрь архивланған.
- ↑ Chapter 96 — Life under Communism: Hell on Earth 2016 йыл 20 август архивланған..
- ↑ codoi - definitie Scriban | DEX online . Дата обращения: 30 март 2013. Архивировано 5 апрель 2013 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- John Sweeney. The Life and Evil Times of Nicolae Ceauşescu. 1991
- Edward Behr. Kiss The Hand You Cannot Bite, 1991. ISBN 0-679-40128-8
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ceausescu web resource (инг.)
- Елена Чаушеску. Красота и сила воли 2016 йыл 28 декабрь архивланған.Ҡалып:Ref-rus
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 7 ғинуарҙа тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- 25 декабрҙә вафат булғандар
- 1989 йылда вафат булғандар
- Румынияла вафат булғандар
- Бухарест университетын тамамлаусылар
- Азат итеүсе Сан-Мартин ордены кавалерҙары
- «Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Ҙур тәре кавалерҙары
- Югославия оло йондоҙо ордены кавалерҙары
- Азат итеүсе Сан-Мартин орденының ҙур тәреһе кавалерҙары
- «Социализм еңеүе» ордены кавалерҙары
- Румыния Социалистик Республикаһы Геройҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр