Эстәлеккә күсергә

Елизавета ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Елизавета ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы
Нигеҙләү датаһы 1910
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Басманный район[d]
Архитектор Рерберг, Иван Иванович[d]
Архитектура стиле русский неоклассицизм[d] һәм неоклассицизм[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27602923?
Мираҫ статусы выявленный объект культурного наследия России[d][1]
Указания, как добраться Большой Казённый переулок, 9
Карта
 Елизавета ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы Викимилектә

Елизавета ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһыМәскәүҙә элекке ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы, 1880 йылда барлыҡҡа килгән 1911—1912 йылдарҙа гимназия өсөн И.И. Рерберг проекты буйынса неоклассик стилдә яңы бина төҙөлә (Ҙур Ҡаҙна тыҡрығы, 9-сы йорт). Хәҙер был бинала «Елизавета гимназияһының» 330-сы бүлексәһенең 2095-се «Покровка кварталы» мәктәбе урынлашҡан. Гимназия бинаһы мәҙәни мираҫ объекты булып тора.

1877—1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышынан һуң Рәсәйҙә күп балалар етем ҡала. Бының менән бәйле 1880 йылда етем балалар өсөн ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы асыла[2]. Ул Маросейка урамы, 11, адресы буйынса боронғо йортта урынлаша[3]. Гимназия Елизавета гимназияһы тип уның попечителе бөйөк княгиня Елизавета Федоровна исеме менән атала. Уҡыусы ҡыҙҙарҙың һаны яйлап арта һәм XX быуат башында яңы бина төҙөргә кәрәклеге барлыҡҡа килә. Бының өсөн Егәрлелекте дәртләндереү йәмғиәте төрлө ойошмаларҙан процентҡа 350 мең һум ала һәм Ҙур Ҡаҙна тыҡрығында ер участкаһы һатып ала. 1911 йылда гимназия бинаһы өсөн иң яҡшы проектҡа конкурс уҙғарыла, конкурста архитектор И.И. Рерберге еңеп сыға. 1911 йылдың 14 сентябрендә гимназияға тәүге тәүге таш һалыу тантанаһы уҙа[2]. 1912 йылдың 4 ноябрендә яңы бина изгеләндерелә[3].

Яңы асылған гимназияла уҡыу һәм торлаҡ биналар, кухня, ашхана, келәттәр, бейеү бүлмәһе һәм йорт сиркәүе була. Гимназия янындағы пансионда 70 гимназия тәрбиәләнеүсеһе йәшәй алған. Елизавета гимназияһын тамалаусылар араһында билдәле актриса һәм йырсы Милица Корьюс була[2].

Революциянан һуң мәктәп Бауман районының 2-се баҫҡыслы 34-се мәктәбе итеп үҙгәртелә. 1930 йылда ул Бауман халыҡ мәғарифы бүлегенең 30 -сы ФЗО мәктәбе була. 1936 йылдан мәктәп 330 һаны менән йөрөй[2]. 2010 йылда ул «Елизавета гимназияһының» 330-сы бүлексәһенең 2095-се «Покровка кварталы» мәктәбе составына инә.

  1. Распоряжение Департамента культурного наследия города Москвы № 675 от 29.07.2014
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Моя маленькая Москва : знаменитые немцы в российской столице : путеводитель / авт.-сост. Н. Б. Леонова. — Москва : МСНК-пресс, 2014. — С. 142—144. — ISBN 978-5-98355-109-1
  3. 3,0 3,1 Романюк С. К. Переулки старой Москвы. — М.: ЗАО Издательство Центрполиграф, 2013. — С. 742. — ISBN 978-5-227-04274-3.