Ельцинский Василий Иванович
Ельцинский Василий Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 25 ғинуар (6 февраль) 1832 |
Тыуған урыны | Владимир, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 13 (25) сентябрь 1895 (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Владимир, Рәсәй империяһы |
Ерләнгән урыны | Князь-Владимирское кладбище[d] |
Һөнәр төрө | ғалим, табип |
Эшмәкәрлек төрө | медицина |
Эш урыны | Мәскәү император университеты[d] |
Уҡыу йорто |
Владимирская духовная семинария[d] Мәскәү университетының медицина факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина докторы[d] |
Ельцинский Василий Иванович (25 ғинуар (6 февраль) 1832, Владимир — 13 (25) сентябрь 1895 (63 йәш), Владимир) — терапевт, Мәскәү университетының ординар профессоры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1832 йылдың 25 ғинуарында Владимир ҡалаһында священник ғаиләһендә тыуған.
1852 йылда Владимир дини семинарияһын тамамлай, артабан уҡыуын Мәскәү Император университетының медицина факультетында дауам итә, уны 1857 йылда табип дәрәжәһендә отличие менән тамамлай һәм госпиталь клиникаһының хирургия бүлегендә ассистент итеп ҡалдырыла.
1860 йылдан — Екатеринина дауаханаһында штаттан тыш кесе ординатор; 1865 йылдан — Мәскәү университетының госпиталь клиникаһында терапия бүлегенең штаттағы ординаторы.
1872 йылда «О прободении грудной клетки при скоплении в мешках грудной плевры жидкого выпота» темаһына диссертация яҡлай һәм медицина докторы дәрәжәһенә лайыҡ була; шул уҡ йылдың көҙөндә шәхси патология һәм терапия кафедраһы буйынса доцент итеп раҫлана. 1884 йылда экстраординар профессор, ә 1893 йылда — шул уҡ кафедраның ординар профессоры исеме бирелә. 1894 йылда отставкаға сыға.
Университетта уҡыта, ул 27 йыл дауамында тәхет вариҫы Николай иҫтәлегенә Император лицейында табип булып тора. Физика-медицина йәмғиәте (1860 йылдан) һәм Рус табиптары йәмғиәте (1860 йылдан) ағзаһы, 1874—1878 йылдарҙа «ru:Московская медицинская газета» редакторы булып тора.
1895 йылдың 13 сентябрендә 64-се йәшендә Владимирҙә вафат була, Кенәз-Владимир зыяратында ерләнгән.
Хеҙмәттәре:
- Коренное лечение сифилиса оспопрививанием. — М., 1860
- Сибирская язва и её лечение. — М., 1864
- О прободении грудной клетки при скоплении в мешках грудной плевы жидкого выпота. — М., 1872
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы — Ельцинский Иоанн Стафанович (үлгән 1848 й.), 1820 йылда Владимир дини семинарияһын тамамлай һәм Владимир ҡалаһының Петропавловск сиркәүендә священник була; 1825 йылдан Владимир дини училищеһында уҡыта.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Волков В. А., Куликова М. В. Московские профессора XVIII — начала XX веков. Естественные и технические науки. — М.: Янус-К; Московские учебники и картолитография, 2003. — С. 86. — 296 с. — 2 000 экз. — ISBN 5—8037—0164—5.
- Ельцынский, Василий Иванович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Змеев В. А. ЕЛЬЦИНСКИЙ Василий Иванович // Императорский Московский университет: 1755—1917: энциклопедический словарь / составители А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 237. — 894 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ельцинский Василий Иванович на сайте Летопись Московского университета