Емцев Борис Тихонович
Емцев Борис Тихонович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 23 декабрь 1919 |
Вафат булған көнө | 2 ноябрь 2017 (97 йәш) |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Мәскәү энергетика институты |
Уҡыу йорто | МДУ-ның механика-математика факультеты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Емцев Борис Тихонович (23 декабрь 1919 йыл — 2 ноябрь 2017 йыл) — гидромеханика өлкәһендә белгес, техник фәндәр докторы. МЭИ-ның Гидравлика кафедраһы (1972—1982) һәм гидромеханика һәм гидромашиналар кафедраһы (1983—1987) мөдире. МЭИ-ның атҡаҙанған профессоры, Һыу хужалығы фәндәре академияһының почетлы академигы (1994). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борис Тихонович Емцев 1919 йылдың 23 декабрендә Херсон ҡалаһында тыуған. 1941 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай, «Механика» (һөнәр «Гидромеханика») һөнәре ала, өйләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас ҡатыны менән Себергә эвакуациялана. Шунда улар ауыл мәктәбендә уҡыталар.
1942 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армия сафына алына, Омск ҡалаһы районында кесе лейтенанттар әҙерләү курстарында әҙерлек үтә. 1942 йылдың октябренән 1945 йылдың майына тиклем фронтта була, офицер званиеһы ала, Волховта, Балтика буйында һәм Германияла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.
Демобилизацияланғандан һуң, 1946 йылдың сентябрендә Мәскәү энергетика институтының гидроэнергетика факультетында эшләй башлай. Бында ул эҙмә-эҙлекле кесе фәнни хеҙмәткәр, ассистент, доцент, профессор вазифаларын биләй. 1972 йылдан МЭИ-ла гидравлика кафедраһы мөдире. Гидромашиналар кафедраһы гидравлика кафедраһы менән берләшкәс, 1988 йылға тиклем берләшкән гидромеханика һәм гидромашиналар кафедраһының мөдире булып шулай уҡ Б. Емцев эшләй.
1952 йылда техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай, 1968 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1970-се йылдарҙа уның етәкселегендә Плявиняс ГЭС-ында, Кама ГЭС-ында, Волга ГЭС-ында һәм башҡа энергетик объекттарҙа гидравлик тикшеренеүҙәр башҡарыла.
Борис Тихонович Емцев 100-гә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 2 монография, «Техническая гидромеханика» дәреслеге авторы. 1982 йылда Б. Т. Емцевҡа «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре» исеме бирелә. Уның етәкселегендә МЭИ-ла 20 кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләнә һәм яҡлана, гидравлика фәнни мәктәбе ойошторола.
Борис Тихонович Емцев төрлө йылдарҙа МЭИ Энерго-машиналар төҙөү факульте́тының (ЭнМФ МЭИ) кандидатлыҡ Советы ағзаһы һәм «Водгео» Ғилми тикшеренеү институтының докторлыҡ Советы ағзаһы, СССР Юғары аттестация Комиссияһының эксперт советы ағзаһы, СССР юғары уҡыу йорттары министрлығының гидравлика буйынса фәнни-методик советы ағзаһы һәм рәйесе, гидравлик тикшеренеүҙәр Халыҡ-ара ассоциацияһының (МАГИ) Почетлы ағзаһы, Совет Милли комитет ағзаһы (1975—1989).
Борис Тихонович Емцев 2017 йылдың 2 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була[1]. Новодевичье зыяратында ерләнгән (3 участка).
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.
- 2-се дәрәжә «Ватан һуғышы» ордены
- Почет ордены
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Техническая гидромеханика: Учебник для вузов. Серия: Для вузов. Машиностроение, 1987 г.
- Основы газовой динамики. 1999 г.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Борис Тихонович Емцев 2016 йыл 28 март архивланған.
- Борис Тихонович Емцев(недоступная ссылка)
- Почет и Признание: Б. Т. Емцев. с.19 2018 йыл 1 март архивланған..
- К 95 летию Емцева Бориса Тихоновича 2019 йыл 6 декабрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Емцев Борис Тихонович (23 декабря 1919-2 ноября 2017) 2018 йыл 1 март архивланған.
- 23 декабрҙә тыуғандар
- 1919 йылда тыуғандар
- 2 ноябрҙә вафат булғандар
- 2017 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Почёт ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Мәскәү энергетика институты уҡытыусылары
- МДУ-ның механика-математика факультетын тамамлаусылар