Енәйәт һәм яза (телесериал, 2007)
Енәйәт һәм яза | |
Нигеҙендә эшләнгән | Преступление и наказание[d] |
---|---|
Жанр | телесериал-экранизация романа[d] |
Первоначальный вещатель | Беренсе канал |
Ил | Рәсәй |
Әҫәр яҙылған тел | урыҫ теле |
Башланыу датаһы | 3 декабрь 2007 |
Тамамланыу датаһы | 13 декабрь 2007 |
Режиссёр | Дмитрий Иосифович Светозаров[d] |
Ролдәрҙә |
Кошевой, Владимир Олегович[d] Полина Юрьевна Филоненко[d] Андрей Владимирович Панин[d] Александр Николаевич Балуев[d] Елена Алексеевна Яковлева[d] Юрий Александрович Кузнецов[d] |
Продюсер | Сигле, Андрей Рейнгардтович[d] |
Эпизодтар һаны | 8 |
«Енәйәт һәм яза» — рәсәй һигеҙ сериялы телевизион фильмы. Фильм Ф. М. Достоевскийҙың «Енәйәт һәм яза» романы буйынса төшөрөлгән. Фильмдың премьераһы 2007 йылдың 3 декабрендә «Беренсе каналда» була.
Сериал төшөрөү 2006 йылдың авгусынан 2007 йылдың марты аҙағына тиклем Санкт-Петербургта бара.
Сюжет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм алғанда, сериал Федор Михайлович Достоевскийҙың «Енәйәт һәм яза» романының сюжеты буйынса төшөрөлгән. Төп герой Родион Раскольников башында енәйәт теорияһы өлгөрә. Раскольников теорияһына ярашлы, бөтә кешелек «хоҡуҡлы булыусы» һәм «ҡалтыраусы йән эйәһе» төркөмдәренә бүленә. «Хоҡуҡа» эйә булғанкеше алдағы бөйөк эштәр өсөн енәйәт ҡыла, хатта кеше үлтерә лә ала. Раскольников бик фәҡир, ул үҙенең университетта уҡыуы һәм ҡалала йәшәгәне өсөн түләй алмай. Уның әсәһе һәм апаһы Дуня ла ярлылар. Рскольников өйҙән килгән хаттан апаһы Дуняның бай кешегә кешегә яратмайынса ғына, әсәһенә һәм ҡустыһы Родионға ярҙам итер өсөн кейәүгә сығырға әҙерлеге тураһында белә. Был Родиондың хәле өсөн һуңғы тамсы була, ул поцентҡа аҡса биреүсе әбейҙе (үҙенең теорияһындағы билдәләмәһе буйынса «бетте» үлтерергә бара. Әбейҙе үлтереп инде сығам тигәндә генә эәбейҙең һеңлеһе Лизавета ҡатып инә, Раскольников енәйәт шаһитын ҡалдырмаҫ өсөн, уны ла балта менән сабып үлтерә. Бер кемгә лә күренмәйенсә, ул әбей фатирынан тышҡа сығып китә, енәйәт ҡоралы булған балтаны ла ул бер нидәй шаһит күрмәгәндә дворник һарайына ырғыта. Әммә Раскольников урланған әйберҙәр менән файҙалана алмай, уларҙы ҙур таш аҫтына йәшереп ҡуя. Енәйәттән һуң ул үҙ-үҙен ҡулға ала алмай яфалана, төрлө ҡурҡыныс төштәр күреп хафалана, көн менән төндө лә бутай башлай, уның йәне тартҡыланып ғазап сигә, үҙ ҡылғанына аҡлау таба алмай яфалана. Ошондай саҡта яҙмыш уны ярлы Соня Мармеладова менән осраштыра. Был ҡыҙ, ас туғандарын ашатыу өсөн, фәхишәлек юлы менән аҡса таба. Хоҙайға йәне-тәне менән ышанған Соня үкһеҙ етем ҡалған һеңлеһе һәм ҡустыһы менән тороп ҡала. Родион Раскольников өсөн Соня уның яҙмыш буйынса аҙашы ғына булып ҡалмай, ә уның таянысына әйләнә. Ул шулай уҡ университеттағы дуҫы, Родиондың апаһы Дуняға ғашиҡ Разумихинда ла үҙенә таяныс таба. Романда Раскольниковтың енәйәт эшләгәнен аңлаған персонаж- тәфтишсе Порфирий Петрович, алама кеше-Свидригайлов, адвокат Лужин һәм башҡалар. Сериалда енәйәт һәм бәлә-ҡазаның социаль һәм психологик сәбәптәре, әхлаҡи ҡаршылыҡтары, ауыр хәлгә төшкән Петербург ярлылар тормошо һүрәтләнә. Раскольников сериал буйы үҙенең лайыҡлы кеше булыу-булмауы тураһында һәм башҡа кешеләрҙең яҙмышы-ғүмере менән уйнарға хаҡы бармы-юҡлығы тураһында баш вата. Енәйәт йөгөн күтәрә алмай, ул үҙенең енәйәтен таный. Әммә ул үҙен кеше үлтергәнендә түгел, ә шулай үҙенең көсһөҙлөгөндә ғәйепләй. Раскольниковты каторгаға ебәрәләр, әммә уның Соня менән йәнәш тороп ҡала. Улар икәүһенең дә тормоштарының бик ҡатмарлы осоронда дуҫтар булып ҡала . Ахырҙа герой булыу дәғүәһенән Раскольников баш тарта һәм Соняға мөхәббәтендә үҙенә терәк таба.
Ролдәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Владимир Кошевой — Родион Раскольников
- Филоненко Полина — Соня Мармеладова
- Андрей Панин — Порфирий Петрович
- Александр Балуев — Свидригайлов Аркадий Иванович
- Елена Яковлева — Пульхерия Александровна Раскольникова
- Екатерина Васильева — Авдотья Романовна Раскольникова
- Юрий Кузнецов — Семен Захарович Мармеладов
- Светлана Смирнова — Катерина ивановна Мармеладова
- Вера Карпов — әбей-процентщица
- Светлана Обидина — Лизавета
- Зоя Буряк — Настасья
- Андрей Зибров — Лужин Петр Петрович
- Сергей Перегудов — Дмитрий Прокофьевич Разумихин
- Валентин Букин — трактирсы
- Сергей Бехтерев — Лебезятников Андрей Семенович
- Евгений Сиротин — Зосимов
- Татьяна Полонская — Липпевехзель
- Анатолий Рудаков — Никодим Фомич
- Екатерина Горшкова — ашнаҡсы
Ижади төркөм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Режиссеры — Дмитрий Светозаров
- Сценарий авторы — Михаил Смоляницкий
- Продюсер һәм композитор — Андрей Сигле
- Оператор — Александр Устинов
- Рәссам — Юрий Пашигорев
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Телесериал «енәйәт һәм яза» ның рәсми сайтында «беренсе канал»(недоступная ссылка)
- «Преступление и наказание» (инг.) Internet Movie Database сайтында