Эстәлеккә күсергә

Ер аҫты һыуҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ер аҫты һыуҙары
Рәсем
Урын подземелье[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Ер өҫтө һыуҙары
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡайҙа өйрәнелә Гидрогеология[d]
Ҡапма-ҡаршыһы Ер өҫтө һыуҙары
 Ер аҫты һыуҙары Викимилектә

Ер аҫты һыуҙарыер ҡабығының тау тоҡомдары аҫтында шыйыҡ, ҡаты һәм газ рәүешендә булған һыу

[1].

Ер аҫты һыу ятҡылыҡтары бер нисә төргә бүленә:

  • тупраҡ өлөшөндәге;
  • грунттағы;
  • ҡатлам-ара;
  • артезиан;
  • минераль.

Тупраҡ өлөшө һыуҙары тупраҡ араһын тултыра; улар ауырлыҡ көсө йоғонтоһонда ағып йөрөй йә иһә молекуляр көстәр менән бәйле тупланып ята.

Грунт һыуҙарыберенсе һыуғором ҡатламында барлыҡҡа килә. Ер аҫтында һай ҡатламда ятыу сәбәпле, грунт һыуҙары кимәле йыл миҙгелдәренә, һауа торошона бәйле: улар йә таша, йә һайыға. Һалҡын ҡыш көндәрендә грунт һыуҙары туңырға мөмкин. Был һыу бик ныҡ бысраныусан.

Ҡатлам-ара һыуҙар — ике һыу үткәрмәгән ҡатлам араһында ятҡан һыуғором горизонттар. Грунттыҡыларҙан айырмалы булараҡ, ҡатламдар араһындағы һыу кимәле тотороҡлораҡ. Ҡатлам-ара һыуҙар грунт һыуҙарына ҡарағанда таҙараҡ.

Ер аҫты һыуҙарын файҙаланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер генә һыу алыу яйланмаһы ла һыу күләмен алдан уҡ иҫәпләмәйсә төҙөлә һәм файҙаланыуға тапшырыла алмай. Һыу алыу ҡоролмаһының тибы, уны урынлаштырыу варианттары, эш режимы һәм һыу менән тәьмин итеү өсөн грунт һыуҙарын ҡулланыу менән бәйле башҡа мәсьәләләрҙе һыу күләмен иҫәпләү нигеҙендә хәл итәләр. Грунт һыуҙары ятмалары дөйөм алғанда «запас» төшөнсәһенә индерелә. Был төшөнсә үҙ эсенә грунт һыуының барлыҡҡа килеү һәм туҡланыу шарттарын комплекслы билдәләүҙән тыш, тоҡомдарҙың фильтрацион үҙенсәлектәре, бөтә һыу күтәреүсе горизонттарҙы һ. б. үҙ эсенә ала. Запас күләмен билдәләүҙе грунт һыуҙары ятмаһын гидростатик өйрәнеү нигеҙендә ғәмәлгә ашыралар[2].

Башҡортостандың ер аҫты һыуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың көнбайыш өлөшө Көнсығыш Рәсәй ҡатмарлы бассейнына һәм Урал алды ҡатмарлы бассейнына ҡарай. Өфө яйлаһының һәм Уралдың ситке һырттарының тау тоҡомдарында уның ҡалынлығы 150—550 м тәшкил итә; Урал алды бөгөлөндә — үҙәндәрҙә 20—60 м алып һыу айырғыстарҙа 70—140 м тиклем; платформа өлөшөндә — үҙәндәрҙә 20—50 м алып Ағиҙел буйы тигеҙлегендә 100—150 м тиклем һәм Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында — 200—270 метрға етә. Составтары буйынса аҙ тоҙло һәм тоҙло һыуҙар бар.

Башҡортостанда һыу менән тәьмин итеүсе төп сығанаҡ булып бер нисә һыу комплексы тора. Башҡортостан Уралы һәм Урал аръяғы ер аҫты һыуҙары ярыҡ, ярыҡ-юлаҡ, карст һыуҙарына инә. Ултырма, магматик, метаморфик тау тоҡомдарының ныҡ ярылыусан урындарында ер аҫтындағы һыу ҡалынлығы 40—60 м, урыны м‑н 150 м тиклем, карст һәм сатнау зоналарында — 200 м һәм унан да күберәк.

Ер аҫты һыуҙарының эсергә яраҡлыһы дөйөм алғанда тәүлегенә 2569,17 мең м³ булған 125 ятҡылыҡ тикшерелгән:Кама йылғаһы бассейнында — тәүлегенә 2403,66; Урал — 164,25; Тубыл — тәүлегенә 1,27 мең м³ (2011) [3].

  1. [ Подземные воды] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
  2. КОЛИЧЕСТВО И ОХРАНА ПОДЗЕМНЫХ ВОД
  3. Ер аҫты һыуҙары(недоступная ссылка)


БРЭ-лағы мәҡәләләр:

  • Коноплянцев A. A., Cе­ме­нов C. M. Изу­че­ние, про­гноз и кар­ти­ро­ва­ние ре­жи­ма под­зем­ных вод. M., 1979.
  • Клас­си­фикация экс­плуа­та­ци­он­ных за­па­сов и про­гноз­ных ре­сур­сов под­зем­ных вод. M., 1983.
  • Гольд­берг В. М., Газ­да С. Гид­ро­гео­ло­ги­че­ские ос­но­вы ох­ра­ны под­зем­ных вод от за­гряз­не­ния. М., 1984.
  • Бочевер Ф. М., Лапшин Н. Н., Орадовская А. Е. Защита под­зем­ных вод от за­гряз­не­ния. - М., Недра, 1979. - 254 c.