Эстәлеккә күсергә

Жак-Луи Давид

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жак-Луи Давид
франц. Jacques-Louis David
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Франция[1]
Тыуған көнө 30 август 1748({{padleft:1748|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[4][5][6][…]
Тыуған урыны Париж, Франция короллеге[d][3][4]
Вафат булған көнө 29 декабрь 1825({{padleft:1825|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[4][5][6][…] (77 йәш)
Вафат булған урыны Брюссель, Объединённое королевство Нидерланды[d][4]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе инсульт
Ерләнгән урыны могила Жака-Луи Давида[d][7]
Пер-Лашез[d]
Grave of Jacques-Louis David[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Louis Maurice David[d][8]
Әсәһе Marie-Geneviève Buron[d][8]
Хәләл ефете Шарлотта Давид[d]
Балалары Шарль-Луи-Жюль Давид[d], Лор Эмили Фелисите Давид[d], Эжен Давид[d] һәм Полин Жанен[d]
Туған тел Француз теле
Место содержания под стражей Коллеж Четырёх Наций[d] һәм Люксембургский дворец[d]
Һөнәр төрө рәссам, сәйәсмән, архитектурный чертёжник
Биләгән вазифаһы депутат Национального конвента Франции[d] һәм председатель Национального конвента Франции[d]
Уҡыу йорто Академия Святого Луки[d]
Академия живописи и скульптуры[d]
Париж университеты
Национальная высшая школа изящных искусств[d]
Уҡыусылар Франсуа Эдуар Пико[d], Луи Эрсан[d], Georges Devillers[d], Анри-Франсуа Ризенер[d], Jean-Baptiste Collet[d], Albert Paul Bourgeois[d], Jean Biard[d], Кристоффер Вильхельм Эккерсберг[d], Йохан Людвиг Лунд[d], Jean-Claude Rumeau[d], Абель де Пюжоль[d], Робер, Луи-Леопольд[d], Ignazio Degotti[d], Изабе, Жан-Батист[d], Франсуа Паскаль Симон Жерар[d], Хосе Мадрасо[d], Антуан-Жан Гро[d], Édouard Liénard[d], Викар, Жан-Батист Жозеф[d], François Souchon[d], Рибера, Хуан Антонио[d], Софи Шерадам[d], Франсуа Мариус Гране[d], Louis Prot[d], Нанин Валлен[d], Constance Marie Charpentier[d], Adèle Kindt[d] һәм Antoine-Alexandre Morel[d]
Кемдә уҡыған Жозеф Мари Вьен[d]
Әүҙемлек урыны Брюссель[9], Париж[9] һәм Рим[9]
Принадлежит к монтаньяры[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы якобинцы[d]
Спонсор Наполеон I Бонапарт
Ҡатнашыусы Бөйөк француз инҡилабы
Архивы хранятся в Национальные архивы Франции[d][10]
Сәнғәт йүнәлеше неоклассицизм[d][2]
Ойошма ағзаһы Академия живописи и скульптуры[d], Нидерланд король фәндәр академияһы[d] һәм Академия изящных искусств[d]
Жанр тарихи һынлы сәнғәт[d][4], портрет[d][11][4], аллегория[d][4], пейзаж[d][4] һәм религиозная живопись[d][4]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Изображается на Bitter Spoils[d][12]
Хеҙмәттәре тупланмаһы галерея Бельведер[d], Миннеаполис сәнғәт институты[d], Чикаго сәнғәт институты[d], Гетти музейы, Виктория милли галереяһы[d], Милли сәнғәт галереяһы[d], Милли һынлы сәнғәт музейы[d], Национальная галерея Канады[d], Нәфис сәнғәт һарайы[d][13], Метрополитен-музей[d], Фрик коллекцияһы[d][14], Кливленд художество музейы[d][15], Музей цивилизации[d], Королевские музеи изящных искусств[d][16], Королевский музей изящных искусств[d], Музей изящных искусств[d], Национальная портретная галерея[d][11], Национальная высшая школа изящных искусств[d], Musées de Sens[d], Музей истории Франции[d], Уффици[d], Napoleonic Museum[d], National Museum of Fine Arts of Algiers[d], Версаль[d], Fondation Dosne-Thiers[d], Музей в Вилянуве[d], Музей искусств Далласа[d], Calvet Museum[d], Kimbell Art Museum[d], Национальная галерея Ирландии[d], Лондон милли галереяһы[d], Музей искусств Тимкена[d], Фогг художество музейы[d], Бавар дәүләт картиналар йыйынтығы[d], Музей Жакмар-Андре[d], Музей Фабра[d], Музей изобразительных искусств (Марсель)[d], Эрмитаж Дәүләт Музейы[d], Музей Тессе[d], Musée des Beaux-Arts de la ville de Paris[d], Гарвард художество музейы[d], Музей изящных искусств (Руан)[d], Галерея Альбертина[d], Уолтерс художество музейы[d], Musée des Beaux-Arts et d'Archéologie de Besançon[d], Музей истории искусств[d], Музей изобразительных искусств Сан-Франциско[d], Musée national de Malmaison et Bois-Préau[d], Филадельфия художество музейы[d], Музей искусств округа Лос-Анджелес[d], Индианаполис художество музейы[d], Музей изящных искусств (Труа)[d], Художественный музей Принстонского университета[d], Детройтский институт искусств[d], Новая глиптотека Карлсберга[d], Художественная галерея Олбрайт-Нокс[d], Musée Thomas-Henry[d], Ам Рёмерхольц[d], Музей Ханенко[d], Musée d'Art de Toulon[d], Musée d'Art et d'Histoire Baron Gérard[d], Карнавале[d], Национальный музей в Варшаве[d], Стерлинг һәм Франсин Кларк сәнғәт институты[d], Musée des Beaux-Arts de Caen[d], Musée des beaux-arts de Liège[d], Musée des Beaux-Arts de Tournai[d], Музей Энгра[d], Музей изящных искусств[d], Библиотека Хантингтона[d], Musée d'art moderne (Saint-Étienne)[d], Музей Гране[d], Musée des Beaux-Arts de Blois[d], château-musée de Boulogne-sur-Mer[d], Musée national du Château de Fontainebleau[d], Музей декоративного искусства[d], Коридор Вазари[d], Musée des Beaux-Arts d'Angers[d], Мальмезон[d], Musée Grobet-Labadié[d] һәм Музей изящных искусств Ренна[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d]
Каталог-резоне Jacques-Louis David catalog raisonné, 1973[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Jacques-Louis David
 Жак-Луи Давид Викимилектә

Жак-Луи Давид (франц. Jacques-Louis David; 30 август 1748 йыл, Париж29 декабрь 1825 йыл, Брюссель) — француз рәссамы һәм педагогы, һынлы сәнғәттә француз неоклассицизмының эре вәкиле.

Жак- Луи Давид 1748 йылдың 30 авгусында күпләп тимер һатыусы Луи-Морис Давид һәм уның ҡатыны Мари-Женевьев (тыумыштан Бюрон) ғаиләһендә тыуған һәм шул уҡ көндә Сен-Жермен- л'Осеруа сиркәүендә суҡындырылған. 1757 йылдың 2 авгусына — дуэлдә вафат булған атаһының үлеменә тиклем Пиклюс монастыры пансионында йәшәй. Әсәһенең ир туғаны Франсуа Бюрон арҡаһында, туғыҙ йәшлек Жак-Луи, репетитор менән шөғөлләнеп, Дүрт Милләт Коллежына риторика курсы буйынса уҡырға инә. Шунан һуң әсәһе малайҙы Парижда ҡустыһы ҡарамағына ҡалдырып, Эврёға китә. Жак-Луиҙың киләсәген уның туғандары билдәләй: Мари-Женевьевтың ҡустыһы, Франсуа Бюрон һәм ҡәйнеше Жк-Франсуа Демезон архитекторҙар була, шулай уҡ ғаилә рәссам Франсуа Бюше менән бәйле була. Баланың рәсемгә һәләттәре беленеү менән ул ике ағаһы кеүек үк архитектор булыр тип ҡарар ителә.

Давид рәсем дәрестәрен Изге Лука Академияһында ала, 1764 йылда туғандары уны Франсуа Буше үҙенә уҡыусы итеп алыр тигән өмөт менән, Жак-Луины уның менән таныштыралар. Әммә рәссамдың ауырыуы сәбәпле был килеп сыҡмай — шуға ҡарамаҫтан, ул егеткә уға иртә неоклассицизмдың тарихи һынлы сәнғәт оҫталарының береһе Жозеф Вьенда шөғөлләнеүҙе башларға тәҡдим итә. Ике йылдан һуң, Давид 1766 йылда һынлы сәнғәт һәм скульптураның Король Академияһына уҡырға инә, унда Вьен оҫтаханаһында шөғөлләнә башлай. Бер нисә йыл Италияла үткәргән һәм антиклыҡ менән мауыҡҡан һуңғыһының педагогик системаһы антик һынлы сәнғәтте, Рафаэль, ағалы-ҡустылы Карраччи, Микеданджело әҫәрҙәрен өйрәнеүгә, һынлы сәнғәттә «дөрөҫлөк» һәм «бөйөклөк» ҡаҙаныштары талаптарына нигеҙләнә.

1775—1780 йылдарҙа Давид Рим ҡалаһында Француз академияһында уҡый, унда боронғо һынлы сәнғәтте һәм Яңырыу дәүере оҫталарының ижадын өйрәнә.

1782 йылдың май айында Шарлотта Пекуль менән өйләнешә. Уларҙың дүрт балаһы тыуа[17].

1783 йылда Һынлы сәнғәт академияһының ағзаһы булып һайлана.

Бөйөк француз инҡилабында әүҙем ҡатнаша. 1792 йылда Милли Конвент депутаты итеп һайлана, унда Марат һәм Робеспьер етәкселегендә монтаньярҙарға ҡушыла, король Людовик XVI үлеме өсөн тауыш бирә. Йәмәғәт именлеге комитетының ағзаһы була, уның сифатында «революция дошмандарын» ҡулға алыу тураһында бойороҡтарға ҡул ҡуя. Сәйәси килешмәүсәнлек арҡаһында ҡатыны менән айырылыша.

Революцион ваҡиғаларҙы мәңгеләштерергә тырышып, Давид революционерҙарға арналған бер нисә картина яҙа: «Клятва в зале для игры в мяч» (1791, тамамланмаған), «Смерть Марата» (1793, Боронғо сәнғәт музейы, Брюссель). Шулай уҡ был ваҡытта милли халыҡ байрамдары һәм Луврҙа Милли музей ойоштора.

1794 йылдан термидориан түңкәрелешенән һуң революцион ҡараштары өсөн төрмәгә ябыла.

1796 йылдың ноябрендә Шарлоттаға ҡабаттан өйләнә.

1797 йылда Наполеон Бонапарттың Парижға инеү тантанаһының шаһиты була һәм шунан алып уның яҡлы була, ә уның власҡа килеүенән һуң һарай янында «беренсе рәссам» булып китә. Давид Наполеондың Альп аша үтеүен, уңы тәхеткә ултырыу тантанаһын. шулай уҡ Наполеондың яҡындарының бер нисә портретын эшләй. Наполеон Ватерлоо янында алышта еңелгәндән һуң 1815 йылда ул Швейцарияға ҡаса. Шул уҡ йылдың авгусында Францияға ҡайта. Әммә 1816 йылда полиция министры Эли Деказдың һорауына ҡарамаҫтан «батша үлтереүсе» кеүек илдән ҡыуыла. Брюссель ҡалаһына күсә, ғүмеренең аҙағына тиклем шунда йәшәй.

Сен-Жосс-тен-Нодела Леопольд кварталы зыяратында ерләнә (1882 йылда Эверҙағы Брюссель зыяратына күсереп ерләнә), уның йөрәген Парижға алып киләләр һәм Пер-Лашез зыяратында ерләйҙәр

Рәссамдың ҡатыны унан бер йылдан һуң вафат була

Аристократ Лепелетье ҡыҙы Сюзанна, ажар роялист булараҡ, Давидтың «Лепелетье де Сен-Фаржо на смертном одре» картинаһының бөтә репродукцияларын һатып ала һәм тегенеһе королдең үлеме өсөн хәл иткес тауыш биргәс, уларҙы юҡ итә. Ахырҙа ул рәссамдың улынан ҙур аҡсаға оригиналын һатып ала һәм уны яндыра. Бер репродукция һәм рәссамдың уҡыусыһының рәсеме арҡаһында картина осраҡлы һаҡланып ҡала[18]

  • Давид Ж.Л. : [альбом репродукций]. — М., 1960.
  • Сто шедевров искусства. — СПб., 1903.
  • Герман М. Давид. — М. : Молодая гвардия, 1964. — 304 с. — (ЖЗЛ; Вып. 381). — 115000 экз.
  • Давид. — М., 1936.
  • Луи Давид. — М., 1965.
  • Давид: Свидетель своей эпохи. — М., 1984.
  • Louis David. — P., 1954.