Жак-Луи Давид
Жак-Луи Давид (франц. Jacques-Louis David; 30 август 1748 йыл, Париж — 29 декабрь 1825 йыл, Брюссель) — француз рәссамы һәм педагогы, һынлы сәнғәттә француз неоклассицизмының эре вәкиле.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Жак- Луи Давид 1748 йылдың 30 авгусында күпләп тимер һатыусы Луи-Морис Давид һәм уның ҡатыны Мари-Женевьев (тыумыштан Бюрон) ғаиләһендә тыуған һәм шул уҡ көндә Сен-Жермен- л'Осеруа сиркәүендә суҡындырылған. 1757 йылдың 2 авгусына — дуэлдә вафат булған атаһының үлеменә тиклем Пиклюс монастыры пансионында йәшәй. Әсәһенең ир туғаны Франсуа Бюрон арҡаһында, туғыҙ йәшлек Жак-Луи, репетитор менән шөғөлләнеп, Дүрт Милләт Коллежына риторика курсы буйынса уҡырға инә. Шунан һуң әсәһе малайҙы Парижда ҡустыһы ҡарамағына ҡалдырып, Эврёға китә. Жак-Луиҙың киләсәген уның туғандары билдәләй: Мари-Женевьевтың ҡустыһы, Франсуа Бюрон һәм ҡәйнеше Жк-Франсуа Демезон архитекторҙар була, шулай уҡ ғаилә рәссам Франсуа Бюше менән бәйле була. Баланың рәсемгә һәләттәре беленеү менән ул ике ағаһы кеүек үк архитектор булыр тип ҡарар ителә.
Давид рәсем дәрестәрен Изге Лука Академияһында ала, 1764 йылда туғандары уны Франсуа Буше үҙенә уҡыусы итеп алыр тигән өмөт менән, Жак-Луины уның менән таныштыралар. Әммә рәссамдың ауырыуы сәбәпле был килеп сыҡмай — шуға ҡарамаҫтан, ул егеткә уға иртә неоклассицизмдың тарихи һынлы сәнғәт оҫталарының береһе Жозеф Вьенда шөғөлләнеүҙе башларға тәҡдим итә. Ике йылдан һуң, Давид 1766 йылда һынлы сәнғәт һәм скульптураның Король Академияһына уҡырға инә, унда Вьен оҫтаханаһында шөғөлләнә башлай. Бер нисә йыл Италияла үткәргән һәм антиклыҡ менән мауыҡҡан һуңғыһының педагогик системаһы антик һынлы сәнғәтте, Рафаэль, ағалы-ҡустылы Карраччи, Микеданджело әҫәрҙәрен өйрәнеүгә, һынлы сәнғәттә «дөрөҫлөк» һәм «бөйөклөк» ҡаҙаныштары талаптарына нигеҙләнә.
1775—1780 йылдарҙа Давид Рим ҡалаһында Француз академияһында уҡый, унда боронғо һынлы сәнғәтте һәм Яңырыу дәүере оҫталарының ижадын өйрәнә.
1782 йылдың май айында Шарлотта Пекуль менән өйләнешә. Уларҙың дүрт балаһы тыуа[17].
1783 йылда Һынлы сәнғәт академияһының ағзаһы булып һайлана.
Бөйөк француз инҡилабында әүҙем ҡатнаша. 1792 йылда Милли Конвент депутаты итеп һайлана, унда Марат һәм Робеспьер етәкселегендә монтаньярҙарға ҡушыла, король Людовик XVI үлеме өсөн тауыш бирә. Йәмәғәт именлеге комитетының ағзаһы була, уның сифатында «революция дошмандарын» ҡулға алыу тураһында бойороҡтарға ҡул ҡуя. Сәйәси килешмәүсәнлек арҡаһында ҡатыны менән айырылыша.
Революцион ваҡиғаларҙы мәңгеләштерергә тырышып, Давид революционерҙарға арналған бер нисә картина яҙа: «Клятва в зале для игры в мяч» (1791, тамамланмаған), «Смерть Марата» (1793, Боронғо сәнғәт музейы, Брюссель). Шулай уҡ был ваҡытта милли халыҡ байрамдары һәм Луврҙа Милли музей ойоштора.
1794 йылдан термидориан түңкәрелешенән һуң революцион ҡараштары өсөн төрмәгә ябыла.
1796 йылдың ноябрендә Шарлоттаға ҡабаттан өйләнә.
1797 йылда Наполеон Бонапарттың Парижға инеү тантанаһының шаһиты була һәм шунан алып уның яҡлы була, ә уның власҡа килеүенән һуң һарай янында «беренсе рәссам» булып китә. Давид Наполеондың Альп аша үтеүен, уңы тәхеткә ултырыу тантанаһын. шулай уҡ Наполеондың яҡындарының бер нисә портретын эшләй. Наполеон Ватерлоо янында алышта еңелгәндән һуң 1815 йылда ул Швейцарияға ҡаса. Шул уҡ йылдың авгусында Францияға ҡайта. Әммә 1816 йылда полиция министры Эли Деказдың һорауына ҡарамаҫтан «батша үлтереүсе» кеүек илдән ҡыуыла. Брюссель ҡалаһына күсә, ғүмеренең аҙағына тиклем шунда йәшәй.
Сен-Жосс-тен-Нодела Леопольд кварталы зыяратында ерләнә (1882 йылда Эверҙағы Брюссель зыяратына күсереп ерләнә), уның йөрәген Парижға алып киләләр һәм Пер-Лашез зыяратында ерләйҙәр
Рәссамдың ҡатыны унан бер йылдан һуң вафат була
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аристократ Лепелетье ҡыҙы Сюзанна, ажар роялист булараҡ, Давидтың «Лепелетье де Сен-Фаржо на смертном одре» картинаһының бөтә репродукцияларын һатып ала һәм тегенеһе королдең үлеме өсөн хәл иткес тауыш биргәс, уларҙы юҡ итә. Ахырҙа ул рәссамдың улынан ҙур аҡсаға оригиналын һатып ала һәм уны яндыра. Бер репродукция һәм рәссамдың уҡыусыһының рәсеме арҡаһында картина осраҡлы һаҡланып ҡала[18]
Данлыҡлы эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Хәйер һораусы Велизарий (1781)
-
Горацийҙар анты (1784)
-
Парис һәм Елена мәхәбәте (1788)
-
Мараттың үлеме (1793)
-
Римлеләр һәм сабиндар араһындағы һуғышты туҡтатыусы сабин ҡатын-ҡыҙҙары (1799)
-
Рекамье ханым портреты (1800)
-
Папа Пий VII портерты (1805)
-
Император Наполеон менән таныштырыу… (1806—1807)
-
Маркизы де Сорси де Теллюсон портреты. 1790. Иҫке пинакотека. Мюнхен
-
Сократ үлеме (1787)
-
Парижда голланд вәкиле Якобус Блаув (1795)
-
Эмили Серизиат ханым һәм уның улының портреты (1795)
-
Мадам де Вернинак портреты (1799)
-
Ахилл асыуы (1825)
-
Давидтың уҡыусыһы рәссам Жорж Руже портреты (1800).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 KulturNav (ингл.) — 2016.
- ↑ 2,0 2,1 Union List of Artist Names (ингл.)
- ↑ 3,0 3,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118523945 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 4,8 RKDartists (нидерл.)
- ↑ 5,0 5,1 Jacques-Louis David — 2009.
- ↑ 6,0 6,1 Jacques-Louis David (ингл.) — OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
- ↑ http://doc.patrimoine.brussels/REGISTRE/AG/013_004.pdf
- ↑ 8,0 8,1 Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 https://www.nga.gov/collection/artist-info.1212.html
- ↑ https://www.siv.archives-nationales.culture.gouv.fr/siv/UD/FRAN_IR_054384/c-11zwlfmsu-wx66mv95ukce
- ↑ 11,0 11,1 https://www.npg.org.uk/collections/search/person/mp65218/jacques-louis-david?role=art
- ↑ https://archive.is/CAvwo#selection-2003.313-2003.332
- ↑ http://pba-opacweb.lille.fr/fr/search-notice?type=list&filters%5Bfacets.id%5D%5B%5D=5cc2aedf5c0284355b8b48c2
- ↑ https://collections.frick.org/people/76/jacqueslouis-david/objects
- ↑ Художественный музей Кливленда — 1913.
- ↑ https://www.fine-arts-museum.be/nl/de-collectie/artist/david-jacques-louis-1
- ↑ Ланди Э. Тайная жизнь великих художников. — М., 2011. — ISBN 978-5-98697-228-2. — С. 103.
- ↑ Ланди Э. Тайная жизнь великих художников. — М., 2011. — ISBN 978-5-98697-228-2.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Давид Ж.Л. : [альбом репродукций]. — М., 1960.
- Сто шедевров искусства. — СПб., 1903.
- Герман М. Давид. — М. : Молодая гвардия, 1964. — 304 с. — (ЖЗЛ; Вып. 381). — 115000 экз.
- Давид. — М., 1936.
- Луи Давид. — М., 1965.
- Давид: Свидетель своей эпохи. — М., 1984.
- Louis David. — P., 1954.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Artcyclopedia.com
- Давид, Жак-Луи в Web Gallery of Art (англ.)
- Давид, Жак-Луи — Кругосвет энциклопедияһынан
- Давид Жак Луи // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- 30 августа тыуғандар
- 1748 йылда тыуғандар
- Парижда тыуғандар
- 29 декабрҙә вафат булғандар
- 1825 йылда вафат булғандар
- Парижда ерләнгәндәр
- Почётлы легион ордены командорҙары
- Рим премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса Бөйөк француз инҡилабы шәхестәре
- Почётлы легион ордены офицерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Рәссамдар