Жеребцова Александра Андреевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Жеребцова Александра Андреевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 10 август 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Ищеино[d], Краснинский район[d], Елецкий округ[d], Үҙәк - Ҡара тупраҡ өлкәһе[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө билдәһеҙ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

Александра Андреевна Жеребцова (10 август 1929 йыл — билдәһеҙ) — һауынсы, малсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александра Андреевна Жеребцова 1929 йылдың 10 авгусында Үҙәк Ҡара тупраҡлы өлкәлә Краснинский районының (хәҙер Рәсәйҙең Липецк өлкәһе)[1] Ищеино ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2]

1944 йылда «Изге ихтыяр» колхозына (артабан «Коммунизм таңы») хисапсы булып эшкә урынлаша. 1952 йылда Каменский фермаһына һауынсы булып эшкә ҡабул ителә, районда беренселәрҙән булып йылына һәр һыйырҙан 4 тоннанан ашыу һөт һауып ала. 1962 йылда КПСС сафына ҡабул ителә[3]. 1966 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[4].

1969 йылда ферма мөдире була. 1986 йылда хаҡлы ялға сыға[4].

Колхозсыларҙың 3-сө съезына делегат, КПСС өлкә комитеты ағзаһы, район советы һәм өлкә советы депутаты итеп һайлана, күп тапҡыр СССР-ҙың халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша. Краснинский районында һауынсылар араһында еңеүсегә А.А. Жеребцова исемендәге приз тапшырыла. 2014 йылда «Краснинский районы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» почёт билдәһе менән бүләкләнә. 2015 йылда Краснинский районы Каменка ауылында уның хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыла[4][3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Жеребцова Александра Андреевна (1929). Краеведческий календарь «События и даты Липецкого края».Дата обращения 15 марта 2020.
  2. Жеребцова Александра Андреевна. Информационно-справочный портал «Липецкмедиа»(22.09.2013).Дата обращения 15 марта 2020.
  3. 3,0 3,1 Жеребцова Александра Андреевна. Информационно-справочный портал «Липецкмедиа» (22.09.2013). Дата обращения: 15 март 2020.
  4. 4,0 4,1 4,2 Жеребцова Александра Андреевна (1929). Краеведческий календарь «События и даты Липецкого края». Дата обращения: 15 март 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шатохин Н. Александра Жеребцова // Заря Красного [Краснин. р-н]. — 2013. — 22 июня — С. 6.
  • Жеребцо­ва Александра Андреевна // Герои Липецкой земли. — Воронеж, 1989. — С. 77-78.