Жилина (Ҡурған өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жилина
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Журавлевский сельсовет[d][1]
Почта индексы 641904
Карта

{


Жилина — Ҡурған өлкәһе Каргапольский районы ауылы. Журавлевский ауыл советына инә.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурған өлкәһенең Жилина fesks Журавлево ауылынан яҡынса 4 км төньяҡтараҡ, район үҙәге Каргапольенан 8 км (14 км автомобиль юлы буйынса) көньяҡ-көнбайышта, Ҡурған ҡалаһынан 80 км (100 км автомобиль юлы буйынса) төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан.


Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жилина ауылы (Козьмина, Кузина) XVIII быуатта нигеҙләнгән.

1800 йылда Жилина ауылында 13 йорт була, унда Добрынскийҙар, Жилиндар, Каргаполовтар, Климовтар, Лузгиндар, Мухидар, Самокрутовтар, Силивановтар, Хомяковтар, Шушариндар йәшәгән[2].

Революцияға тиклем хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Каргопольский районы Жилина ауылы Пермь губернаһы Шадрин өйәҙе Каргапольский улусы составына ингән.

1918 йылдың июнь аҙағына — июль башында Жилина ауыында аҡ гвардия власы урынлаштырыла, 1919 йылдың август башында совет власы тергеҙелә.

Халыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2010[3]
88

2010 йылда халыҡ һаны — 88 кеше[4].

Милли составы
  • 2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 107 кеше йәшәй, шуларҙың 97 проценты - урыҫ.
  • 1926 йылдарҙағы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, Жилина ауылында 601 кеше йшәһә, шуларҙың бөтәһе лә — урыҫ булған була.

Ижтимағи-эшлекле зона[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жилина ауында дүрт ҡабырғалы, осонда биш осло ҡыҙыл йондоҙ ҡуйылған обелиск бар. Һәйкәлдең ҡабырғаларына Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Жилина ауылы кешеләренең фамилиялары яҙылған плитәләр ҡуйылған. Һәйкәл ағас штакетник менән кәртәләнеп алынған[5].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]