Житомир (аэропорт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Житомир
Нигеҙләү датаһы 1939
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Житомир
Рәсми асылыу датаһы 1939
Хеҙмәтләндерелгән ҡала Житомир
Рәсми сайт ztr.zt.ua
ИАТА аэропорты коды ZTR
ИКАО аэропорты коды UKKV
Карта

20112011 «Житомир» аэропорты (укр. Аеропорт «Житомир») — Житомир ҡалаһында аэропорт

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аэродром 1939 йылда төҙөлә[1], Бөйөк Ватан һуғышында ҡулланылған, хәрби хәрәкәттәр барышында емерелгән һәм СССР-ҙың халыҡ хужалығын үҫтереүҙең дүртенсе биш йыллыҡ планына ярашлы 1947 йылда тергеҙелә.

1994 йылда Украинала бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң, бында сик контроле пункты булдырыла[2].

2011 йылдың ноябрендә аэропорт Украинаның граждандар аэродромы реестрынан төшөрөп ҡалдырыла[3][1].

2014 йылдың мартында YanAir авиакомпанияһы 25 йыллыҡ торғонлоҡтан һуң аэродромды тергеҙә башлай. 2015 йылдың 24 апрелендә Украинаның дәүләт авиацияһы хеҙмәте аэропортты теркәү тураһында таныҡлыҡ бирә[1], 2015 йылдың декабрь башына аэровокзал йүнәтелә һәм осоу-ултырыу һыҙаты тергеҙелә һәм аэропорттың сертификациялау процесы башлана[4]. 2015 йылдың 30 декабрендә аэропорт сертификациялана[5]. 2016 йылдың 29 ғинуарында аэродром техник рейсты башҡарған беренсе самолетты ҡабул итә[1][3].

2017 йылдың 29 авгусында аэропорттың осоу-ултырыу һыҙаты ҡаланың коммуналь милкенә тапшырыла[6].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Список аэропортов Украины

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]