Жукова Раиса Васильевна
Викидатала элемент тултырылмаған |
Жукова Раиса Васильевна (18 август 1941) - биология фәндәре кандидаты, эколог, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты(1991—1995), 1-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.Милләте - украинка.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Раиса Васильевна Жукова 1941 йылдың 18 авгусында Харьков өлкәһенең Приколотное ҡасабаһында тыуған.
Хеҙмәт юлын 1958 йылда ҡошсолоҡ фабрикаһында иҫәпсе булып башлай, артабан зооветеринар мәктәбенә уҡырға инә.
1960 йылдан алып 1970 йылға тиклем Харьков ауыл хужалығы институтының уҡыу хужалығында эшләп йөрөй, эшсе-лаборант булып башлап, кафедра өлкән лаборанты вазифаһына тәғәйенләнә. Ошо юғары уҡыу йортона уҡырға инә, 1966 йылда уны тамамлай.
Артабан ул Ленинград дәүләт университетында ситтән тороп уҡыуын дауам итә һәм 1970 йылда уны тамамлап сыға, аспирантураға уҡырға инә.
1973 йылда аспирантура тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына эшкә килә. Бында хеҙмәт юлы ошолай дауам итә: өлкән ғилми хеҙмәткәр, агрохимияһәм үҫемлектәрҙе һаҡлау кафедраһының хужалыҡ-килешеү темаһы етәксеһе, 1985 йылдан - Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты.
1991 йылда Жукова Раиса Васильевнаны Өфө ҡалаһының Совет районы Менделеев һайлау округынан Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлайҙар (1995—1999). Раиса Васильевна депутат булараҡ экология мәсьәләләрен күтәреп сыға [1]
1995 йылда Башҡортостан Республикаһының берҙән-бер юғары вәкәләтле һәм закон (ҡанун) сығарыу дәүләт органы тип Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай иғлан ителә. Р.В. Жукованы уның 1-се саҡырылыш депутаты итеп һайлайҙар [2]
2020 йылда Ҡоролтайҙың 25 йыллығы билдәләнеү уңайынан Раиса Васильевна ошоларҙы әйтә:
Только начиналась связь правительства и людей, которые требовали это. В те годы было всё-таки не так просто с экологией. А уже когда Госсобрание, всё-таки комитет поддерживал меня. Я думаю, мы старались, и хорошие были проекты, законы. Конечно, хотелось бы больше сделать. Раиса Жукова, депутат 1-го созыва Госсобрания Республики Башкортостан[3]
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 91.
- ↑ Об утверждении состава Комитета Законодательной Палаты ГС РБ по аграрным вопросам, продовольствию, экологии, природным ресурсам и природопользованию
- ↑ Госсобрание Башкирии отмечает 25-летие 2020 йыл 22 март архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104