Жуков һәйкәле (Минск)
Жуков һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 2007 |
---|---|
Дәүләт | Беларусь[1] |
Административ-территориаль берәмек | Минск |
Дата производства | 2007 |
Һүрәтләнгән объект | Георгий Константинович Жуков |
Георгий Жуков һәйкәле — Минск ҡалаһында Жуков исемендәге скверҙағы һәйкәл (Тимер юл урамы һәм Жуков проспекты киҫешкән ергә яҡын).
Дүрт тапҡыр Советтар Союзы Геройы Г. К. Жуковтың бюсы 2007 йылдың 8 майында ҡуйыла. Монументты асыу тантанаһына ветерандар, хәрби һәм оло йәштәге кешеләр киләләр. Ҡулдарына улар ҡыҙыл ҡәнәфер тотҡан булалар.
Белоруссия биләмәһендә Г. К. Жуков 17 йыл самаһы хеҙмәт итә һәм кавалерия эскадроны командирынан Белорусь айырым хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы урынбаҫарына тиклем юл үтә. Һәйкәлде асыусы Минск ҡала башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Михаил Титенков һүҙҙәре буйынса, «1944 йылдың йәйендә туранан-тура маршал етәкселеге аҫтында Белоруссияны немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеү буйынса „Багратион“ операцияһы тормошҡа ашырыла. Уның етәкселегендәге I Белоруссия фронты ғәскәрҙәре ике күрше фронт менән бергә эш итеп Висла-Одер операцияһын уңышлы тормошҡа ашыралар, дошмандың Берлин группировкаһын тар-мар итәләр һәм Гитлер рейхы баш ҡалаһын баҫып алалар. Ә 8 майҙа Жуков нацистик Германияның капитуляцияһын ҡабул итә».
Ветерандар һәм Минск ҡала башҡарма комитеты аҡсаһына скульптор Анатолий Арцимович һәм архитектор Александр Жилинский проекты буйынса төҙөлгән һәйкәлдең хаҡы яҡынса 100 миллион һумға баһалана.
Бынан тыш, ветерандар үтенесе буйынса Минск ҡалаһындағы 83-сө урта мәктәпкә маршал Г. К. Жуков исеме бирелә.