Забегина Нина Аветиковна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Забегина Нина Аветиковна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 ноябрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Александров[d], Владимир өлкәһе, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Трудовой Славы I степени орден Трудовой Славы II степени орден Трудовой Славы III степени

Забегина Нина Аветиковна (21 ноябрь 1946 йыл) — СССР-ҙың электрон сәнәғәте алдынғыһы, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1986).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нина Автиковна Забегина 1946 йылда Владмимр өлкәһенең Александров ҡалаһында тыуған. 1962 йылда мәктәптең һигеҙ синыфын тамамлай һәм эшкә урынлаша. Киске мәктәптә уҡыуын дауам итә[1].

1965 йылда Владимир өлкәһе СССР Электрон сәнәғәте министрлығының СССР-ҙың 50-йыллығы исемендәге заводҡа эшкә күсә. Иретеп йәбештереү операторы һәм йыйыусы һөнәре күнекмәләрен үҙләштерә[2]. Был эштә аныҡ эштәр башҡарыу мөһим булып тора. Нина Аветиковна һәр ваҡыт теүәл эшләй, производство пландарын даими арттырып үтәй[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1975 йылдың 25 апрелендәге Указы менән III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 10 мартындағы Указы менән II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 8 авгусындағы Указы менән «Беренсе биш йыллыҡ һәм социалистик йөкләмә бурыстарын үтәүҙә юғары уңыштарға өлгәшеүе өсөн» I дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры була.

Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Профсоюз комитеты рәйесе булып эшләй, партияның ҡала һәм өлкә комитет ағзаһы булып тора[1].

1995 йылда ғүмеренең ҙур өлөшөн Нина Аветиковна хеҙмәт иткән цех ябыл, ул бер нисә ай завод тулыһынса ябылғанға тиклем икенсе производствола эшлә. Эшһеҙ ҡала. Мәскәүҙең 25-се психоневрология диспансерына эшкә урынлаша. Ауырыуҙарҙы ҡарай. Был урында 2011 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләй[1].

Владимир өлкәһенең Александров ҡалаһында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Сергей Каргапольцев. Забегина Нина Аветиковна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 27 апрель 2020.
  2. Город Александров :: Архив новостей. www.aleksandrov.ru. Дата обращения: 27 апрель 2020.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]