Завалищин Александр Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Завалищин Александр Николаевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 12 август 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Силәбе өлкәһе, Магнитогорск ҡалаһы
Һөнәр төрө ғалим
Эш биреүсе Магнитогорск дәүләт техник университеты[d]
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт техник университеты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Завалищин Александр Николаевич (тыуған 1947) — совет һәм рәсәй ғалимы-металлургы, техник фәндәр докторы, профессор.

90-дан ашыу фәнни эштәр авторы, бер нисә уйлап табыу һәм патенттарға эйә[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1947 йылдың 12 авгусында Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында тыуған.

Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Магнитогорскиҙың 4-се урта мәктәбен 1964 йылда тамамлай[2]. 1969 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын (МТМИ, хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) «металдарҙы өйрәнеү, ҡорамалдар һәм металдарҙы термик эшкәртеү» һөнәре буйынса тамамлай. 1975 йылда Киев политехник институтында «Исследование возможности борирования высокопрочных чугунов с шаровидным графитом» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[3]. 2005 йылда Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтында «Развитие теории и технологии формирования структуры и свойств покрытий на металлах в условиях ударно-фрикционного взаимодействия инструмента с поверхностью» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[4].Уның ғалим булыуында уҡытыусылары- профессорҙар Г. И. Иванцов, В Г. Пермяков һәм В. Н. Гриднев ҙур роль уйнай.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

МТМИ тамамлағандан һуң, ул металдарҙы өйрәнеү һәм термик эшкәртеү кафедраһында эшләүен дауам итә һәм ассистенттан алып кафедра мөдиренә тиклем юл үтә, 1985 йылдан 1994 йылға тиклем был вазифала эшләй. Әлеге ваҡытта профессор А. Н. Завалишин ҡойоу производствоһы һәм материалдарҙы өйрәнеү кафедраһында профессор булып эшләй, бында «материалдар төҙөлөшө теорияһы» һәм «металлургия заводтарында термик эшкәртеү технологияһы» фәндәрен уҡыта[5].

Завалищиндың фәнни тикшеренеүҙәре эҫе прокатлы ҡорос үҙенсәлектәре һәм уларҙың структураһы менән идара итеүҙе өйрәнеүсе фәнни мәктәбенә ҡарай. Уның фәнни тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре Магнитогорск металлургия комбинатының ЛПЦ-3 и ЛПЦ-10 прокат цехтары производствоһына, шулай уҡ Магнитогорск метиз заводына индерелә.

2005 йылда «Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белеменең почетлы хеҙмәткәре» билдәһе менән бүләкләнә.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]