Илбаева Зәйтүнә Зариф ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зайтуна Зарифовна Ильбаева битенән йүнәлтелде)
Илбаева Зәйтүнә Зариф ҡыҙы
Тыуған көнө 23 февраль 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (118 йәш)
Тыуған урыны Шишмә районы
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй империяһы

Илбаева Зәйтүнә Зариф ҡыҙы (23 февраль 1906 йыл5 октябрь 1983 йыл) — йырсы (лирик сопрано), педагог. 1938 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1952 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе, 1955 йылдан — солисы, 1961—1966 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1942). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. (1955).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәйтүнә Зариф ҡыҙы Илбаева 1906 йылдың 23 февралендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе[1] Шишмә ауылында тыуған.

1938 йылда Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы Башҡорт студияһын тамамлағандан һуң (Е. А. Милькович класы) Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1952 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе, 1955 йылдан — солисы, 19611966 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илбаева Зәйтүнә Зариф ҡыҙы Башҡорт опера сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Хәрәкәтсән, еңел тауышҡа эйә була. Вокаль һәм актёрлыҡ оҫталығын оҫта яраштырып, сағыу образдар тыуҙыра: Фердинанда («Тирмәнсе ҡыҙы»; дебют, 1938), Ольга («Һыуһылыу» — «Русалка», А. С. Даргомыжский), Оксана («Бейек үксәле ситек» — «Черевички», П. И. Чайковский), Айһылыу («Һаҡмар», М. М. Вәлиев), Ҡарасәс («Азат», Р. Ә. Мортазин), Ҡарлуғас (Н. К. Чемберджиҙың шул уҡ исемдәге операһы) һәм башҡалар. Зәйтүнә Зариф ҡыҙының концерт репертуарында «Ағын һыу», «Ашҡаҙар», «Зөлхизә», «Ҡолой кантон», «Шәүрә» һәм башҡа оҙон башҡорт көйҙәре бар. Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән (1955).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1942)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1955)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]