Эстәлеккә күсергә

Зайфферт Вольфганг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Вольфганг Зайфферт (1926 йылдың 18 июне, Бреслау — 2009 йылдың 15 ғинуары, Гамбург) — немец юрисы һәм университет профессоры.

Һалым инспекторы улы 1944 йылда, урта мәктәп уҡыусыһы булыуына ҡарамаҫтан, үҙ теләге менән хәрби флот хеҙмәтенә яҙыла, ә 1945 йылда совет әсирлегенә эләгә. 1947-1948 йылдарҙа Горький эргәһендәге 2041-се антифин мәктәбендә уҡый. 1949 йыл аҙағында ул әсирлектән Германия Федератив Республикаһына ҡайтарыла. Унда 1950 йылдан алып 1953 йылға тиклем социалистик Ирекле немец йәштәре Союзы (FDJ) штатлы функционеры сифатында эшләй. 1950 йылдан ГКП ағзаһы. FDJ сығарған Немец йәштәре журналының баш мөхәррире була. Немец йәштәренең 1950 йылда Көнсығыш Берлинда осрашыуын ойоштороуҙа ҡатнаша.

1951 йылда Германия Федератив Республикаһында FDJ тыйылғандан һуң, ул КПГ функционеры вазифаһын биләй. Әммә ул Көнсығыш Берлиндағы Ирекле немец йәштәре FDJ Үҙәк советы менән бәйләнештә була, 1953 йылдың 16 мартында ҡулға алына.[1] Уны мәкерле «йәшерен һүҙ беркетеү»ҙә, дәүләттең именлегенә ҡурҡыныс тыуҙырыуҙа һәм «дәүләткә хыянат итеүҙә» ғәйепләйҙәр. Ике йыл алдан ябып тотҡандан һуң, 1955 йылдың июнендә Федераль суд уны дүрт йыл төрмәгә хөкөм итә. Ул 1956 йылдың мартында ул Анраттағы төрмәнән ҡаса ала.

ГДР-ҙа уҡыу һәм профессура

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҙаҡ ГДР-ға йүнәлә, ваҡытында тапшырылмаған сығарылыш имтихандарын биреп өлгөрә. Көнсығыш Берлинда ул КПГ идаралығы янындағы йәштәр эштәре буйынса бүлектә эшләй. Һуңынан ул СЕПГ ағзаһы була һәм 1956 йылдан, халыҡ-ара хоҡуҡҡа төп баҫым яһап, Һумбольдт университетында (HU) хоҡуҡ өйрәнә башлай, уны 1959 йылда тамамлай. 1963 йылдың 24 апрелендә Көнбайыш германия монополия властарына профсоюздарҙы ҡоралһыҙландырыу сараһы булараҡ ирекле арбитраж мәсьәләһе буйынса юридик фәндәр докторы дәрәжәһен ала. Һуңынан Һумбольд университетының Уйлап табыусылар һәм авторлыҡ хоҡуғы Институтының ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1967 йылдың ғинуарында Герһард Фельге менән авторҙаш булып Международные правовые проблемы использования научных и технических результатов третьими лицами тигән тема буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Артабан Потсдам-Бабельсбергта Немец сәйәси һәм хоҡуҡ фәндәре академияһының Сит ил һәм сағыштырма хоҡуҡ ғилеме институтының профессоры һәм уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә. 1969 йылда уны Федераль президент Густав Һайнеманярлыҡай.[1] FDJ ойошмаһында сәйәси эшмәкәрлек дәүеренән Эрих Һонеккерҙы белгәнлектән, уның кәңәшсеһе кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнә. Шул иҫәптән, Үҙ-ара иҡтисади ярҙам итеү СЭВ юридик комитетында ағзалыҡ, ГДР Тышҡы сауҙа палатаһы эргәһендәге Арбитраж суд судьяһы сифатында эшмәкәрлеге һәм ГДР-ҙа Халыҡ-ара хоҡуҡ Йәмғиәте вице-президенты функциялары ла инә.

Федератив Германия Республикаһына күсеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сама менән 1974 йылда, ГДР конституцияһына Германия берҙәмлеге мәсьәләһенә мөнәсәбәт үҙгәртелгәндән һуң, Зайфферттың күңелендә СЕПГ сәйәси маҡсаттарында икеләнеү тойғоһо тыуа.[2] 1976 йылда Киль университетында, ҡунаҡ лекциялар үткәреү мөмкинлеге барлыҡҡа килә, 1977 йылдың декабрендә Эрих Хонеккер уға рөхсәт бирә. Зайфферт Кильҡалаһына 1978 йылдың февралендә ғаиләһе менән күсеп килә. Уның СЕПГ ағзалығы шуның менән тамамлана, шулай уҡ ул ГДР-ҙағы бөтә вазифаларын ҡалдыра. 1980 йылда ул ГДР профессоры дәрәжәһенән һәм бөтә ГДР наградаларынан мәхрүм ителә.[1] Үҙенең артабанғы йылдарҙағы баҫмаларында һәмойошмаларында Германия берҙәмлеге өсөн сығыш яһай.

1994 йылға тиклем Киль университетында Көнсығыш европа хоҡуғы институтына етәкселек итә, шунан һуң Мәскәү ҡалаһындағы Немец хоҡуғы үҙәгенең генераль секретары була.

  1. 1,0 1,1 1,2 Gabriele Baumgartner (Hrsg.), Biographische Handbuch der SBZ/DDR 1945/1990, Band 2, München 1997, S. 851
  2. Fy, Wolfgang Seiffert gestorben, Frankfurter Allgemeine Zeitung, 20. Januar 2009