Эстәлеккә күсергә

Зайцев Андрей Юрьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зайцев Андрей Юрьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 сентябрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (68 йәш)
Һөнәр төрө математик
Эшмәкәрлек төрө математика статистикаһы[d] һәм Ихтималлыҡ теорияһы
Эш урыны РФА В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының Санкт-Петербург бүлексәһе[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
РФА-ның математика институты[d][1]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Ибраһимов Илдар Абдулла улы
Аспиранттар Yulia Eliseeva[d][1]
Вики-проект Проект:Математика[d]

Зайцев Андрей Юрьевич (15 сентябрь 1956 йыл) — ғалим-математик. А. А. Марков исемендәге премия лауреаты (2009).

1956 йылдың 15 сентябрендә тыуған.

1978 йылда Ленинград дәүләт университетының математика-механика факультетын тамамлағандан һуң, СССР Фәндәр академияһының В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының Ленинград бүлегенә статистик ысул лабораторияһына эшкә алына.

1981 йылда «Об аппроксимации распределений сумм независимых случайных векторов безгранично делимыми распределениями» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, ғилми етәксеһе — Ибраһимов Илдар Абдулла улы .

1989 йылда «Равномерные предельные теоремы для сумм независимых случайных векторов» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1992 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының Ленинград бүлексәһенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре вазифаһына һайлана.

2001—2006 йылдарҙа — В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының Санкт-Петербург бүлексәһенең ғилми секретары вазифаһында эшләй.

2006 йылдан алып — йәнә В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының Санкт-Петербург бүлексәһенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре.

2005—2006 йылдарҙа һәм 2010 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем бер үк ваҡытта Санкт-Петербург дәүләт университетының ихтималлыҡ теорияһын һәм математик статистика кафедраһы профессоры вазифаһында эшләй.

Ижтимағи эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса махсуслаштырылған советтың ғилми секретары, «Journal of Planning and Inference Statistical», «Journal of European Mathematics» һәм «Записки научных семинаров ПОМИ» журналдарының редколлегия ағзаһы,.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. А. Марков исемендәге премия (2009) — «Оценка точности аппроксимации распределений сумм независимых слагаемых» эштәр циклы өсөн.