Ибраһимов Илдар Абдулла улы
Ибраһимов Илдар Абдулла улы (15 июль 1932 йыл) — СССР һәм Рәсәй математигы, РФА академигы. Ленин премияһы лауреаты (1970)
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Илдар Абдулла улы 1932 йылдың 15 июлендә Ленинград ҡалаһында тыуған. Атаһы — инженер, әсәһе табип була. 1937 йылғы репрессиялар арҡаһында уның баласағы ҙур ҡалаларҙан ситтә үтә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ғаилә бер аҙ ваҡыт оккупацияланған территорияла ҡала. Мәктәптә бик һәйбәт уҡый, әммә Ленинград дәүләт университетына ғаилә хәлдәре арҡаһында инеү сикләнә, Ленинград электр-техник институтына ла шул сәбәптәр менән алынмай. Урман-техник академияһына ингән саҡта, бер уҡытыусының кәңәшен тотоп, Илдар биографияһы проблемаларын йәшерә. Шулай итеп, ул беренсе курсҡа ҡабул ителә.
Талантлы студент математика профессоры Н. В. Липин иғтибарын йәлеп итә һәм Липин ЛДУ-ға күсереү үтенесе менән университет ректоры А. Д. Александровҡа мөрәжәғәт итә. Университетта һәм аспирантурала Илдарҙың ғилми етәксеһе Ю. В. Линник була[4].
1960 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, ихтималлыҡ теорияһы һәм математика статистикаһы кафедраһы уҡытыусыһы була. 1966 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1969 йылда профессор дәрәжәһенә лайыҡ була, ә 1997—2005 йылдарҙа кафедра мөдире булып эшләй[5].
1990 йылдың 15 декабренән СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (математика бүлеге буйынса). 1997 йылдың 29 майынан РФА академигы.
В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының Санкт-Петербург бүлексәһе статистик ысулдар лабораторияһы мөдире.
2000—2006 йылдарҙа — РФА Математика институтының Санкт-Петербург бүлексәһе директоры.
В. И. Смирнов исемендәге СПбГУ математика һәм механика ғилми-тикшеренеү институтының төп ғилми хеҙмәткәре.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ленин премияһы (1970)
- Санкт-Петербург математик йәмғиәтенең Почетлы ағзаһы.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #172161991 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ https://imstat.org/scientific-legacy-database/ (ингл.) — Institute of Mathematical Statistics.
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 3,15 3,16 3,17 3,18 3,19 3,20 3,21 3,22 3,23 3,24 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ А. А. Боровков, М. А. Лифшиц, Я. Ю. Никитин, Ю. В. Прохоров, В. Н. Судаков, А. Н. Ширяев Ильдар Абдуллович Ибрагимов (к семидесятилетию со дня рождения). — Успехи математических наук, сентябрь — октябрь, 2002 год. — С. 187–190.
- ↑ Официальный сайт СПб ГУ 2010 йылдың 20 апрель көнөндә архивланған.