Зарайский кремле (музей)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зарайский кремле
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1918
Дәүләт Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg Рәсәй
Урынлашыу Рәсәй
Рәсми сайт museumzaraysk.ru
Commons-logo.svg Зарайский кремле Викимилектә


Дәүләт музей-ҡурсаулығы « Зарайский кремле» (Мәскәү өлкәһе дәүләт бюджет мәҙәниәт учреждениеһы "Дәүләт музей-ҡурсаулығында «Зарайский кремле»— Зарайск ҡалаһындағы музей. Мәскәү өлкәһендәге ҙур музейҙарҙың береһе. Мәскәүҙең көньяҡ-көнсығышындағы берҙән-бер дәүләт музейы.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1918 йылдың октябрендә Зарайскиҙа музей булдырыу алдынан бер нисә ваҡиға була, улар күп йәһәттән уның яҙмышын билдәләй. 1910 йылда Зарайск ауыл хужалығы йәмғиәте рәйесе вазифаһын башҡарған агроном А. В. Иванов инициативаһы буйынса, Зарайский земствоһының тәбиғи-тарих музейы асыла. Коллекцияһы урындағы тәбиғәт яратыусылар, башлыса гимназиялар һәм реаль училище уҡытыусылары тарафынан йыйылған. Был музейҙың етәксеһе Ю. Н. Лебедева була.

1918 йылдың башында Бөтә Рәсәй сәнғәт ҡомартҡыларын һаҡлау коллегияһының музейҙар бүлеге коллегияһы эмиссары рәссам, Зарайскиҙа тыуған Леонид Михайлович Весельчаков ярҙамы менән Келлерҙар усадьбаһындағы йыйылма нигеҙендә Сенница ауылында художество музейы ойошторола.

Константин Васильевич Морозов, Мәскәү археология институтында уҡып сыҡҡан, үҙенең Зарайск кремлендәге Никольский соборын 1914—1915 йылдарҙа реставрациялауы менән билдәле булған археолог, музейҙың беренсе директоры итеп тәғәйенләнә. Музей Зарайск өйәҙ халыҡ мәғарифы бүлегенең ҡулы аҫтында була. Боронғоно һәм сәнғәт ҡомартҡыларын һаҡлау бүлеген шул саҡта Иван Петрович Перлов етәкләй.

Үҙ коллекцияһын 1920 йылға тиклем художество-тарихи музейы Екатерина урамындағы (хәҙер Красноармейский урамы) боронғо № 84 (Ярцев йорто) йортонда йыя. 1920 йылда музейҙа сит телдәрҙән тәржемәсе М. И. Торшина, Е. Д. Мещанинова (йыйштырыусы), К. И. Колычев (ҡарауылсы) эшләй.

Никольский соборы 1922 йылда Зарайск кремле музейына тапшырыла, ундағы сиркәү архитектураһы бүлеге етәксеһе К. В. Морозов була. 1924 йылдың 12 декабрендә тәбиғи-тарихи һәм әҙәби-тарихи музейҙар бер тарих, мәҙәниәт һәм тәбиғәт музейы итеп берләштерелә.

Музейҙың ойошторолғандан һуңғы тәүге йылдарында күрше-тирәләге кешеләрҙән төрлө коллекциялар йыйыла: унда һынлы сәнғәт коллекциялары, фарфор, йыһаз әйберҙәре, ҡиммәтле китаптар һәм башҡалар була.

XX быуаттың 20-се йылдары уртаһында илдә музейҙарҙы норматив бер төрлөлөккә килтереү башлана. Музейҙар барыһы ла тыуған яҡты өйрәнеү музейы тип атала һәм унда типовой бүлектәр тәҡдим ителә: тәбиғи-тарихи, мәҙәни-тарихи, социаль-иҡтисади.

Сираттағы тапҡыр Зарайск музейы үҙ исемен үҙгәртә. Хәҙер ул Рязань губернаһына буйһона. Дүрт бүлек ойошторола: тәбиғи-тарихи, ауыл хужалығы, мәҙәни-тарихи һәм сиркәүтарихы. Музей ҡарамағына Зарайск кремле ҡушыла. Зарайский өйәҙендәге музей тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау менән шөғөлләнеүсе берҙән-бер орган була.

Тиҙҙән өйәҙ музейы бюджет финанслауынан туҡтатып торола, шуның арҡаһында музейҙың торошо насарая. Музей хеҙмәткәрҙәре музейҙы һаҡлап ҡалырға тырышып төрлө дәүләт органдарына мөрәжәғәт-үтенес хаттары яҙырға мәжбүр була.

Троицкий сиркәүе бинаһындағы Зарайск музей экспозицияһы.

1927 йыл аҙағына дмузей директоры Перловҡа ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатыла. Уны «социаль сит элемент» тип атайҙар, әПерловтың, ысынбарлыҡта булғанса, совет власы эшмәкәрлеген яйға һалыуҙа тәүге ун йыллығы башында тороуын һәм музей булдырыуын иҫәпкә лә алмайҙар. Перловты өс йылға иректән мәхрүм итеүгә хөкөм итәләр, әммә ярты йылдан һуң ул амнистия буйынса азат ителә, ә 1930 йылда ул Мәскәү өлкәһендәге. Яңы Иерусалим монастырына эшкә күсерелә. Музей директоры булып унан һуң И. П. Машин, ә 30-сы йылдарҙа — Н. В. Мартынов була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында музейҙың директоры итеп А. В. Григорьев тәғәйенләнә. XX быуаттың икенсе яртыһында музейҙы А. М. Сауткин, Л. С. Карасева, А. Д. Климов етәкләй.

Музейҙы 1936 йылда Зарайск кремле бинаһынан сығаралар. Ҡала буйынса оҙаҡ ваҡыт күсеп йөрөгән музей, ниһайәт, Троицкий сиркәүенә урынлаша. Сиркәү бинаһы бөлгөнлөк хәлендә була,: ҡыйығы ярыҡ-тишек, сиркәү яғылмай тора. Бары тик музей хеҙмәткәрҙәренең фиҙакәрлеге арҡаһында ғына музей коллекциялары һаҡлана. 80-се йылдарға тиклем ошо Троицк сиркәүе бинаһында музей эшләй.

1970—1974 йылдарҙа А. С. Голубкина музейы һәм Даровой ауылындағы Достоевскийҙар усадьбаһы ҡушылыу арҡаһында музей киңәйә. 70-се йылдар уртаһынан алып музейы коллекцияларын ентекләп өйрәнеү, системалаштырыу һәм уларҙы артабан тулыландырыу, музей әйберҙәрҙе реставрациялау башлана. 1985 йылда РСФСР Мәҙәниәт министрлығы ҡарары менән музей тыуған яҡты өйрәнеү музейынан тарих-художество музейы тип үҙгәртелә. 1980 йылдар аҙағында СССР Художество академияһының мөхбир ағзаһы Д. Ф. Константинов үҙенең меңдән ашыу гравюраларын музейға бүләк итә. 1998 йылда музей дәүләт тарихи-архитектура, художество һәм археология музейы статусын ала. 100 йыллыҡ юбилейына музей «Зарайский кремле» Дәүләт музей-ҡурсаулығы тип атала. 2014 йылда был музей Троицкий сиркәүенән реставрацияланған Кремль биләмәһе бинаһына күсә.

Комплекс составында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исем, урынлашҡан Тасуирлама
Магистрат (справа).jpg Музей



Зарайск, Музей урамы, кремль,



Кремль бинаһындағы
даими экспозиция залы, ваҡытлы күргәҙмәләр залы
Зарайский кремль 04.JPG Зарайский кремле



Зарайск, Музей урамы, кремль.
Кремль биләмәһендә экскурсия
Дом-музей Голубкиной в Зарайске.jpg Голубкина музей-йорто



Зарайск, Дзержинский урамы, 38.
даими күргәҙмәләр
150x150пкс «Даровой» усадьбаһы



Зарайский районы, Даровая ауылы, 1-се йорт
күргәҙмәне экскурсияға барыу менән генә ҡарарға мөмкин.

Һаҡлау берәмеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 200 000-дән ашыу берәмек бар, шуларҙың 40 000 ашыуы — төп фонд предметтары.
  • Иң ҡиммәтле коллекция:
    • XVIII быуат аҙағы — XIX быуат башындағы сауҙагәрҙәр һәм дворяндарҙың портреттар коллекцияһы ;
    • Рәсәй, Көнбайыш Европа һәм Көнсығыш илдәренең затлы фарфоры. XVIII—XIX быуат;
    • палнолит дәүере сәнғәтенең таштан һәм һөйәктән яһалған хеҙмәт ҡоралдары коллекцияһы (улар Зарайск юғары палеолит утраҡтарын өйрәнеү процесында табылған).

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музей Зарайск кремле биләмәһендәге бинала урынлашҡан (Зарайск рухи училищеһы бинаһында).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]