Зарипов Радик Геннадий улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Зарипов Радик Геннадий улы (12 февраль 1960, Өфө), балет артисы. БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1983). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1988).

Бала саҡтан һирәк осрай торған ритм тойғоһо, һығылмалылыҡ, музыкаға һәләте, артистлығы менән айырылып тора. 1979 йылда А. Я. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһын (хәҙер Урыҫ балеты академияһы) уңышлы тамамлай (педагогы — Анатолий Гисневич). Уҡыған сағында уҡ Радик Зарипов П. И. Чайковскийҙың «Щелкунчик» балетында Принц ролен башҡара.

Ижади тормошон 1979 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башлай. Балетта бейеүсе эшендә ул тулы мәғәнәһендә үҙенең тәбиғәттән бирелгән һәләттәрен һәм үҙенсәлеген, хислелеген, экспрессияһын һәм бейеү техникаһының юғары кимәлен күрһәтә алды.

Радик Зарипов күп кенә партияларын Леонора Ҡыуатова менән бейей — улар 1970—1980 йылдарҙа башҡорт балетының иң сағыу бейеүселәре булалар, яҙмыш ҡушыуы буйынса Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә классик һәм заманса репертуарҙың иң ҡатмарлы, виртуоз партияларын башҡарҙылар[1].

1988 йылдан — Ленинград Кесе опера һәм балет театрында солист (хәҙер — М. П. Мусоргский исемендәге Санкт-Петербург академия опера һәм балет театры).

1989 йылдан алып — американ һәм немец балетмейстер-реформаторы Джон Ноймайер труппаһында Германияла (Гамбург ҡалаһы) балет солисы. Сезон тамамланған була, труппаға ҡабул итеү туҡтатылғанға ҡарамаҫтан, артист ҡарауға өлгәшә һәм труппаға ҡабул ителә. Солист булараҡ ул 8 йыл дауамында труппала бейей. Хәҙер Ноймайер труппаһында педагог-репетитор булып хеҙмәт итә. Радик Зариповҡа күренекле балетмейстер менән эшләү рухи планда бик күп бирә, уның тормошон, сәнғәткә һәм заманса хореографияға ҡарашын бик ныҡ үҙгәртә[2].

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрындағы төп партиялары: Принц («Щелкунчик», дебют; С. М. Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театры, 1978), Зигрфрид («Аҡҡош күле», — «Лебединое озеро», икеһе лә П. И. Чайковский), Базиль («Дон Кихот», Л. Ф. Минкус), Альберт («Жизель», А. Адан), Йомағол («Сыңрау торна») һәм башҡалар[3].

Аҡъегет партияһын («Ай тотолған төндә») тәүге башҡарыуысы.

Р. Зариповтың концерт репертуарында Р. Дригоның «Арлекинада», Б. В. Асафьевтың «Париж ялҡыны» («Пламя Парижа», Э. Хельстед һәм Х. С. Пауллиҙың «Дженацанола сәскәләр байрамы», С. В. Рахманинов музыкаһына «Элегия» балеттарынан па-де-де-лар). СССР-ҙың Ҙур Театры, Кремль һарайы, «Рәсәй» концерт залы һәм Союздар йортоноң залы (барыһы ла — Мәскәү) сәхнәләрендә бейей. СССР һәм 12 сит ил буйлап гастролдәрҙә була.

Наградалары һәм исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]