Эстәлеккә күсергә

Затон (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Затон
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
 Затон Викимилектә
Затон
Статусы

жилой район

Эсенә инә

ҡала Уфа

Административ район

Ленинский

Почты индексы

450017

Затон на карте

 Затон Викимилектә

Затон — Өфөнөң көнбайышындағы йоҡо биҫтәһе. Ағиҙел йылғаһының иҫке йырҙаһы буйлап урынлашҡан. Ленин районына ҡарай. РЭБОР заводы райондың тарихи үҙәге була, ул әле лә бар, хәҙер Суднолар ремонтлау һәм суднолар төҙөү заводы тип атала, йылғаның йөҙөү составын реконструкциялау һәм ремонтлау менән шөғөлләнә. Ағиҙелдең иҫке йырҙарһында Башҡортостан йылға пароходлығының ҡышҡы туҡталҡаһы урынлашҡан. Затон элек йылғасылар биҫтәһе була. Бында Өфөләге берҙән-бер командалыҡ йылға училищеһы бар, бер аҙ ваҡыт вертолет училищеһы эшләп ала.

Затон территорияһында 4 мең йыл элек кешеләр төйәкләнгән. Затон торамаһы шул осорға ҡарай (бронза дәүере, бура мәҙәниәте). Ул Затондың көньяҡ-көнбайышында Союз урамындағы йорттар территорияһында, Ағиҙел йылғаһының һаҙамыҡлы иҫке йырҙаһы эргәһендә урынлашҡан булған. Торама территорияһы әлеге ваҡытта һөрөлгән һәм баҡсаларға әүерелгән. Бында күп кенә балсыҡ әйберҙәр табылған.

Төбәктә 3 урта мәктәп (№ 4, 46, 128-се лицейҙар), спорт йүнәлешле мәктәп-интернат бар. 2016 йылда Затонды Өфө менән тоташтырған икенсе күпер файҙаланыуға индерелгән[1].

2020 йылға Затон Башҡортостан урмансылары исемендәге урман паркы һәм трамплин аҫтынан үткән тоннель аша Ҡариҙелдең аръяғы менән тоташтырыласаҡ һәм М5, М7 трассаларына сығыу мөмкинлеге аласаҡ[2][3][4][5].

2020 йылдан һуң Затонды Черниковка биҫтәһе менән бәйләү планлаштырыла[6].