Эстәлеккә күсергә

Заятүләк (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Заятүләк —— башҡорт халыҡ йыры.

  • «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосын халыҡ сәсмә һәм шиғри юлдарҙы аралаштырып ижад иткән.Ғалимдар бындай эпостарҙы иртәктәр,тип тә атай.Эпостың шиғыр юлдарын көйләп һөйләгәндәр.1909 йылда М. Ғафури Асылыкүл буйында йәшәгән башҡорттар янына килгән,бер нисә көн йәшәп,ҡунаҡ булып киткән.Ул «Заятүләк менән Һыуһылыу»ға яҙған инеш һүҙендә Асылыкүл башҡорттарынан «Заятүләк»көйөн ишетеүе тураһында теркәгән[1].Шағир «Заятүләк» көйөнөң матур,моңло, бик иҫке булыуын,ваҡиғаһы хыялый булһа ла,башҡорттарҙың күңеленә ысын төҫлө булып урынлашыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алған.«Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосының 17 варианты бар,шиғри юлдары төрлөсә йәки бик аҙ айырма менән бирелә.
  • 1894 йылда тәүбашлап «Заятүләк» көйөн С.Г.Рыбаков яҙып алған һәм нотаһын «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» исемле китабына индергән [2]
  • 1945 йылда композитор Х.Ф.Әхмәтов Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында ҡурайсы Алтынса Үтәғоловтан яҙып алған һәм нотаға һалған.Йырҙың нотаһы 1954 йылда беренсе тапҡыр «Башҡорт халыҡ йырҙары» китабында баҫылған.

Йыр һүҙҙәренең бер варианты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыҙы ҡанлы бүре алды, ти;

Алпан толпан атлаған

Һоро айыу алды, ти;

Күл яғалап йөрөгән,

Һылыу ҡыҙҙай биҙәнгән

Ҡолағы миңле төлкөнө

Тағы ул аны алды, ти…

Тауҙы тауға оҡшатып,

Тимер менән ҡоршатып,

Алып килгән тауығыҙ -


Балҡантауым был түгел.

Бүлә-бүлә йөрөгән

Бүреһе күп Балҡантау.

Алпан-толпан атлаған

Айыуы күп Балҡантау.

Ҡыҙ балалай биҙәнгән

Төлкөһө күп Балҡантау

Оя яһар, түл йәйер

Ҡоштары күп Балҡантау.

Майлап һалған ҡайыштай

Йыланы күп Балҡантау.

Йәйеп ҡуйған бәрхәттәй

Урманы күп Балҡантау

Тауҙы тауға оҡшатып,

Тимер менән ҡоршатып,

Алып килгән тауығыҙ ҙа, -

Балҡантауым был түгел.

  1. «Башҡорт халыҡ ижады» Эпос.Беренсе китап.Башҡортостан китап нәшриәте Өфө-1972 й.306- сы бит
  2. «Башҡорт халыҡ ижады»Эпос.Башҡортостан китап нәшриәте.Өфө -1972 й.323 - се б.