Эстәлеккә күсергә

Йөрәккүл (тау һырты)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зюраткуль битенән йүнәлтелде)
Йөрәккүл
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1072 метр
Карта
 Йөрәккүл Викимилектә

Йөрәккүл — Көньяҡ Урал һырты, (Силәбе өлкәһе), яҡында ятҡан күл исеме манән аталған.

Йөрәккүл һырты, Йөрәккүлдән тороп ҡарағанда 
Йөрәккүл һыртының ҡорйылғаһы, аҫта шул уҡ атамалы күл

Милли тәбиғәт парктар араһында «Йөрәккүл» «мең метр бейеклеккә эйәләр» рангыһында ҙур булмағандар иҫәбендә булһа ла, Көньяҡ Уралдың меңле һыртына ҡарай.

Һырттың оҙонлоғо 8 километр самаһы. Абсолют бейеклеге диңгеҙ кимәленән 1175 метр.

Күләме ҙур булмаһа ла, Йөрәккүл һырты иҫтәлекле урындарға бай. Юлдан алып һырт итәгенә тиклем ағас экологик һуҡмаҡ һалынған беренсе һәм, килгән кешеләр иң тәүҙә һырттың үҙәк өлөшөндә формаһына ҡарата «айыу» тип аталған аҡ төҫтәге ҡая остоҡтар төркөмөнән торған яйла күрә. Был Йөрәккүлдең иң юғары нөктәһе. Яйланан күлгә, Нөргөш һыртына һәм Йөрәккүлдең иң көньяғында ятҡан  түбәһе конусты хәтерләткән идеаль формалағы Яланғас сусаҡҡа бик матур күренеш асыла. Яланғас сусаҡ палеовулкан тип иҫәпләнә.

Һырттың иң көньяғында шулай уҡ бағаналар тип аталға ыҙан, тәбиғи сик бар. Был гигант остоҡтар төркөмө янында боронғо кешеләрҙең зыяраты табылған.

Топонимдың килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атамаһы Йөрәктау тигән башҡорт һүҙенән килеп сыҡҡан [2]. Йөрәк йөрәк тигәнде аңлата[3]. Рус ғалим-энциклопедисы Петер Паллас былай тип яҙған: «Улар араһындағы мөйөштә Оло Һатҡы буйлап үргә ҙур һәм киң йәйелгән Йөрәктауҙан айырылып сыҡҡан кеүек тойолған уртаса тау бар... Тимәк, Йөрәктау "йөрәк-тау" тигәнде аңлата, һәм, күрәһең, бөтөнләй ялтас һәм ташлы булған тупаҡ түбәнең юғары күтәрелеп тороуы сәбәпле исем бирелгән инде. Был тауҙа иҫтәлекле һанһыҙ күп йылғалар уға һыуын илткән һәм үҙенән Оло Һатҡыһы һыуын алған Йөрәккүл ята»[2]. Ваҡыт үтеү менән,  урыҫтар уны боҙоп һәм уларға башҡалар ҙа эйәреп, Зюрак-Куль, ә һуңынан инде  Зюраткуль тип йөрөтә башлағандар [2].

2011 йылда, һырттың көнсығыш битләүендә, 860 метр бейеклектә, боронғо геоглиф — гигант мышы һүрәте табылған.