Эстәлеккә күсергә

Әлибаева Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зәйтүнә Әлибаева битенән йүнәлтелде)
Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы Әлибаева
Тыуған ваҡыты

1922({{padleft:1922|4|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы

Үлгән ваҡыты

9 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Вафат урыны

Ҡалмыҡстан, Сарпан районы, Садовое ауылы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

1942

Хәрби звание
Рядовой
Рядовой
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Әлибаева Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы (1922 йыл — 9 август 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, ПВО часы элемтәсеһе.

Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы Әлибаева 1922 йылда Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Миәкә районының) Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған. 1930-сы йылдарҙа атаһы Маҡар районының 12-се һанлы совхозы директоры була, ҡатыны менән өс ҡыҙ бала үҫтерәләр.

Петровский мәктәбендә 1-се синыфтан 7-се синыфҡа тиклем уҡый. Артабан Өфө сәнғәт училищеһының актёр бүлегендә белем ала. ВЛКСМ-ға инә. Атаһы һуғышҡа киткәс, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, совхозда эшләй[1].

Һуғышҡа барырға ҡарар иткәс, Стәрлетамаҡ ҡалаһына барып медицина курстарында уҡый, әммә уны тамамлап бөтмәй һәм 1942 йылдың 8 майында Бөйөк Ватан һуғышының Сталинград фронтына оҙатыла. ПВО частарында элемтәсе булып хеҙмәт итә[1].

1942 йылдың 9 авгусында бейеклекте дошмандан бер үҙе һаҡлап ҡалып һәләк була.

  • Ҡалмыҡ Республикаһы Сарпан районының Садовое ауылының бер урамына уның исеме бирелгән. Ошо ауылдың 2-се мәктәбе алдында уға һәйкәл ҡуйылған.
  1. 1,0 1,1 Рейф И. Последняя высота Зайтуны Алибаевой // AlTaBash. — 2008. — № 5 (44). — С. 6—10, 19. — ISSN 1614-9432.