Эстәлеккә күсергә

Гәрәев Зәки Фәтхетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зәки Фәтхетдин улы Гәрәев битенән йүнәлтелде)
Зәки Фәтхетдин улы Гәрәев
Тыуған көнө

18 декабрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Имай-Ҡарамалы ауылы

Вафат булған көнө

19 февраль 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (76 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы Мөсәғит ауылы

Наградалары һәм премиялары
Ленин ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|«Почёт Билдәһе» ордены

Гәрәев Зәки Фәтхетдин улы (18 декабрь 1917 йыл19 февраль 1994 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1980 йылдарҙа Дәүләкән районының «Родина» колхозы рәйесе. Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1964) ордендары кавалеры.

Зәки Фәтхетдин улы Гәрәев 1917 йылдың 18 декабрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы) Имай-Ҡарамалы ауылында тыуған.

1946 йылдан Дәүләкән районының «Родина» колхозында эшләй. 1959—1980 йылдарҙа «Родина» колхозы рәйесе була. Уның етәкселегендә колхоз үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшә: 1978 йылда иген культуралары уңдырышлылығы — 30 ц/га, 1977 йылда көнбағыштыҡы — 18,6 ц/га тәшкил иткән.

1994 йылдың 19 февралендә Дәүләкән районы Мөсәғит ауылында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1964)
  • Ленин ордены (1966)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1977)