Зөлхизә (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Зөлхизә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зөлхизә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Һижрә —Ай календарындағы 12-се айҙың исеменән алынған, ошо айҙа тыуған ҡыҙ балаларға ҡушылған[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зөлхизә Илбәкова — күп һандағы халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты. Өфөлә солист-ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ишморат Ильбәков һәм телевидение режиссеры, шағирә Франгиза Илбәкова ғаиләһендә тыуа. Уның ҡатнашлығында беренсе клип өс йәшендә төшөрөлә. Биш йәшендә «Сулпылар» республика конкурсында Гран-при яулай. Өфө дәүләт сәнғәт академияһын бөтөүгә Зөлхизә Илбәкованың ике яңғыҙ йыр альбомы һәм ике яңғыҙ йыр концерты була. Уның репертуарындағы бөтә йырҙар ҙа тиерлек үҙе һәм әсәһе тарафынан яҙылған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зөлхизә (йыр) — башҡорт халыҡ йыры. Оҙон көй. Тәүге тапҡыр 20-се быуаттың 20-се йылдарында М. А. Буранғолов тарафынан яҙып алына.
Зөлхизә йәки Зү әл-хижә (ғәр. ذو الحجة) — Мосолман календарында 12-се ай. Был дүрт харам айҙың береһе (рәжәб, зәлхизә, зөлҡәғиҙә, мөхәррәм). Бигерәк тә тәүге ун көнө юғары баһалана (был көндәрҙә ураҙа тотоу сөннәт). Исламға тиклем был айҙа ғәрәптәр мәймүн (ميمون) тип атаған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ