Эстәлеккә күсергә

Вәлиева Зөмәрәт Таһир ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зөмәрәт Вәлиева битенән йүнәлтелде)
Вәлиева Зөмәрәт Таһир ҡыҙы
Тыуған көнө 15 март 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (101 йәш)
Тыуған урыны Миәкә районы, СССР
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим

Вәлиева Зөмәрәт Таһир ҡыҙы (15 март 1923 йыл — 29 ғинуар 1998 йыл) — ғалим-физиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1977).

Зөмәрәт Таһир ҡыҙы Вәлиева 1923 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы) тыуған.

1944 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. 1948 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 19731981 йылдарҙа нормаль физиология кафедраһы мөдире. 1987 йылдан — Башҡортостан медицина профилактикаһы үҙәгендә (Өфө) эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалимдың фәнни хеҙмәттәре организмдың лимфа һәм ҡан тамырҙары иннервацияһын тикшереүгә арналған. Зөмәрәт Таһир ҡыҙы йөрәк гликозидтарының α‑ һәм β‑адренорецепторҙары аша лимфа тамырҙарына тәьҫир итеүен өйрәнә, күкрәк лимфа көпшәһендә баро‑ һәм хеморецепторҙарҙың барлығын асыҡлай. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

1998 йылдың 29 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була.

Фәнни ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1977).