Ибн Хөрдәҙбиһ
Ибн Хөрдәҙбиһ | |
фарс. بوالقاسم عُبیدالله بن عبدالله اِبْن خُرْدادْبِهْ | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге |
Тыуған көнө | 820[2] |
Тыуған урыны | Хөрәсән[d], Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге |
Вафат булған көнө | 912[2] |
Һөнәр төрө | географ, тарихсы, музыкант, яҙыусы |
Эшмәкәрлек төрө | музыкальная этнография[d] һәм география |
Биләгән вазифаһы | Почтовое управление (диван)[d][3] |
Уҡыу йорто | Бағдад |
Кемдә уҡыған | Исхак аль-Мавсили[d] |
Әбү-л-Ҡасим ибн Хөрдәҙбиһ Ғөбәйдуллаһ Ғәбдаллаһ ибн (фарс. ابوالقاسم عُبیدالله بن عبدالله اِبْن خُرْدادْبِهْ (خرداذبه)عبدالله عُبیدالله اِبْن ابوالقاسم خُرْدادْبِهْ بن (خرداذبه)фарс. ابوالقاسم عُبیدالله بن عبدالله اِبْن خُرْدادْبِهْ (خرداذبه) ( Хөрдәҙбиһ тип әйтелә), 820 — 912/913. тирәһе, һ. б. мәғлүмәттәр буйынса 885) — иран сығышлы мосолман географы. Уның китабы «Юлдар һәм илдәр китабы» («Китаб әл-масалик в-ла-мамалик») — беҙгә килеп еткән беренсе ғәрәп география тасуирлау жанрының өлгөһө. Күп һанлы тарих мәғлүмәттәре, Хәлифәт һәм тирә-яҡ илдәренең топонимикаһын үҙ эсенә ала, шул иҫәптән ғәрәп географияһында рус һәм славяндар тураһында иң тәүге иҫкәртеүҙәр бар.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Затлы Табаристан ырыуынан сығыусы. Уның олатаһы, зороастрийец булған, әммә хәлифәләргә хеҙмәткә күсә һәм ислам ҡабул итә. Уның атаһы, 816—819 йылдарҙа Тарбанистан хакимы булған һәм батыр полководец булып дан ала. Уның белемле булғаны һәм улына ла һәйбәт тәрбиә биргәне билдәле.
Үҙенең абруйлы сығышы һәм белемлелеге ярҙамында Ибн Хөрдәҙбиһ әл-Жәбәл (төньяҡ - көнбайыш Ираны) (сахиб ал-барид ва-л-хабар) областендә почта начальнигының урынын ала. Уның бурысына, область тураһында ентекле мәғлумәт йыйыуы инә. Моғайын, был вазифала ул үҙ эшенең ҡараламалы вариантын төҙөгән. Кайһы бер ваҡыт Самаррала йәшәй .Бөтә халиф ведомствоһының почта начальнигына үҫкәнсе хеҙмәт итә., ғүмеренең һуңғы йылдырын Багдадта үткәрә. Ибн Хордадбехтың биографияһын X быуатта библиограф Ибн ан-Надим тәржемә итә. Беҙгә килеп еткән «Юлдар һәм илдәр китабы» - нан башҡа, Ибн Хордадбехтын тағы ете иншаһын атай:
- «Музыкаль мәҙәниәте тураһында китап» («Китаб ал-адабу-с-сама’и»);
- «Фарс генеалогияһы һәм уларҙың колониялары тураһында китап» («Китаб джамхарат ансаб ал-фурс ва-н-навакил»);
- «Кулинария китабы» («Китаб ат-табахи»);
- «Ләззәт һәм күңел асыу китабы» («Китаб ал-лахв ва-л-малахи»);
- «Эсеү [оҫталыҡ] тураһында китап» («Китаб аш-шараб»);
- «Йондоҙҙар буйынса йүнәлеш тураһында китап —ал-анва» («Китаб ал-анва»);
- «Дүҫтар һәм әңгәмәләштәр тураһында китап » («Китаб ан-нудама’и ва-л-джуласа’и»)
Бәлки, был исемлеккә, ал-Масуди һүҙҙәренән бар икәне билдәле булған, өлкән тарихлы хеҙмәтте лә ҡушырға булалыр. Был хеҙмәте Халиф Му’тамид (892) идара иткәненең аҙағына тиклем алып барып еткерә һәм араб булмаған халыҡтарҙың ентекле тасуирлауы менән айырыла.
Ибн Хөрдәҙбиһ үҙе сәйәхәт итмәгән. Мәғлүмәттәр сығанағы булып уның өсөн Багдад архивтары һәм шул ваҡыт информаторҙарының хәбәрҙәре була: сәйәхетселәр, ғәскәрҙәр, сауҙагәрҙәр һәм төрлө илдәрҙә булған дипломаттар . Византия тасуирлауын, шунда әсирлектә булған һәм 845 йылда азатланған, ул Муслим ибн Абу Муслим ал-Джарминан алған, . Гога һәм Могога стенаһына экспедиция тураһында, уға экспедицияның етәксеһе Саллам ат-Тарджуман һөйләй .
Ибн Хөрдәҙбиһ ғәрәп географияһының яңы йунәлешенә ниғеҙ һалыусыһы булып. Был йүнәлеш сиктәрендә барлыҡҡа килгән әҫәрҙәр, һатыу магистралдәрын һәм уның буйында йәшәгән халыҡтарҙы һүрәтләүгә арналған. Был эштәрҙә иң киммәтлеһе булып, алдағы Птолемей ваҡытындағы китаптарға таяныу йолаларына ҡаршы,улар актуаль мәғлүмәттәргә нигеҙләнеүе.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юлдар һәм илдәр китабы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Голант В. Я. Планету открывали сообща / Отв. ред. М. А. Коган; Институт востоковедения АН СССР. — М.: Наука (ГРВЛ), 1971. — С. 249-262. — 312 с. — (Путешествия по странам Востока). — 15 000 экз. (обл.)
- Ибн Хордадбех. Юлдар һәм илдәр китабы. Пер. с араб., коммент., исслед., указ. и карты Н. Велихановой; АН АзССР, Ин-т Востоковедения. Баку: Элм, 1986.- 427 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ибн Хордадбех. Книга путей и стран. Восточная литература. Проверено 10 марта 2011. 2018 йыл 10 ноябрь архивланған. 23 августа 2011 года.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #102413525 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 ʻUbayd Allāh ibn ʻAbd Allāh Ibn Khurradādhbih // https://wikidata-externalid-url.toolforge.org/?p=8034&url_prefix=https://opac.vatlib.it/auth/detail/&id=495/21127 (ингл.)
- ↑ https://shamela.ws/book/29674/35199