Иваново дәүләт ауыл хужалығы академияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иваново дәүләт ауыл хужалығы академияһы
Нигеҙләү датаһы 1930[1]
Рәсми атамаһы Іванаўскі сельскагаспадарчы інстытут
Дәүләт  Рәсәй[1][2]
Административ-территориаль берәмек Иваново
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалыһы министрлығы[d][3]
Рәсми сайт ivgsha.ru[1]
Карта
 Иваново дәүләт ауыл хужалығы академияһы Викимилектә

Иваново дәүләт ауыл хужалығы академияһы

Иваново дәүләт ауыл хужалығы академияһы — Иваново ҡалаһындағы ауыл хужалығы һөнәрҙәре буйынса белгестәр әҙерләүсе юғары уҡыу йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иваново-Вознесенск политехник институтында ауыл хужалығы факультеты була, унда студенттарҙы урмансылыҡ һәм агроном һөнәрҙәре буйынса әҙерләйҙәр. 1925 йылда юғары уҡыу йорто агроном-зоотехниктар һәм агроном-урмансылар әҙерләй башлай.

1930 йылда ауыл хужалығы факультеты базаһында юғары уҡыу йорто ойошторола, унда яңы кафедралар асыла.

1941 йылда Иваново ауыл хужалығы институты СССР Игенселек халыҡ комиссариаты юғары уҡыу йорто булып тора һәм почта адресы ошолай була: Иваново ҡалаһы, Негорелая урамы, йорт № 49/12.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда институтта зоотехниктар, агрономдар, бухгалтерҙар һәм ферма мөдирҙәрен әҙерләү дауам итә.

1941 йылда институтта ветеринария факультеты асыла. Юғары уҡыу йорто ғалимдары аттарҙың яңы тоҡомон — Владимир йөк атын сығарыуҙа ҡатнаша, 1946 йылда уларҙың хеҙмәте хөкүмәт наградаһына лайыҡ була.

1959 йылда аспирантура асыла. 1967 йылда квалификация күтәреү факультеты, 1970 йылда — әҙерлек бүлексәһе, ә 1976 йылда — механика факультеты асыла.

1976 йылда юғары уҡыу йортонда зоотехниктар урынына зооинженерҙар әҙерләү башлана. 1995 йылдан инженер-ерҙе файҙаланыу буйынса белгетәр һәм агроном-экологтар әҙерләнә башлай. 1994 йылда «Бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит» һәм «Иҡтисад һәм агросәнәғәт комплексында предприятие менән идара итеү» һөнәрҙәре булған иҡтисад факультеты асыла.

1995 йылда Иваново ауыл хужалығы институты академия статусы ала. 2006 йылда уға академик Д. К. Беляев исеме бирелә.

Факультеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Агротехнология факультеты.

Малсылыҡта ветеринария медицинаһы һәм биотехнология факультеты.

Инженер факультеты.

Иҡтисад факультеты.

Ситтән тороп уҡыу факультеты.

Кадрҙарға өҫтәмә профессиональ белем биреү һәм квалификацияһын күтәреү факультеты.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2018-05-01 — 2018. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.6216392
  2. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  3. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ