Иван Саламбек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иван Саламбек
Портрет
Тыуғас бирелгән исеме:

рус. Яковлев Иван Яковлевич

Эшмәкәрлек төрө:

яҙыусы, прозаик, мөхәррир

Тыуған көнө:

29 октябрь 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны:

РСФСР, Сыуаш АССР-ы[d], Мариинско-Посадский район[d]

Ил:

Flag of the Soviet Union.svg СССР

Вафат булған көнө:

15 декабрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (67 йәш)

Вафат булған урыны:

СССР, РСФСР, Чебоксар

Иван Саламбек (сыуаш Иван Салампек, паспорт буйынса Яковлев Иван Яковлевич) (1906 йылдың 29 октябре, Шинерпоси, Тогашево улысы, Чебоксары өйәҙе, Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы — 15 декабрь 1973, Чебоксары, РСФСР) — сыуаш яҙыусыһы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҙыусы 1906 йылдың 29 октябрендә Ҡазан губернаһы Чебоксары өйәҙе Шинерпоси ауылында (бөгөнгө Сыуаш Республикаһының Чебоксары районына ҡарай) ярлы крестьян ғаиләһендә тыуа. 1921 йылда Чебоксары педагогика техникумына уҡырға инә. 1926 йылдан ҡала комсомол комитетында эшләй, йәштәр газетаһын сығарыуҙа ҡатнаша.

1927-1928 йылдарҙа ВЛКСМ Аликово райкомы секретаре. 1928 йылда «Молодой коммунист» («Йәш коммунист») газетаһы редакторы була. Шул уҡ ваҡытта сыуаш телендә «Хатĕр пул» пионер журналында редактор була.

1932 йылда Милләттәр ғилми-тикшеренеү институты аспирантураһына уҡырға инә, уны тамамлағандан һуң, 1935-1937 йылдарҙа ЧДПУ ректорының уҡыу эштәре буйынса урынбаҫары, мөғәллим булып эшләй.

Шулай уҡ Алатырь педучилищеһында директор вазифаһында, «Чăваш коммуни» гәзитендә редактор вазифаһында эшләй. Булыуы 1933 йылда «Иштул» романы баҫыла.

Иван Яковлевтың мираҫын, Ульяновск сыуаш мәктәбе тарихын Сыуаш ғилми-тикшеренеү институты директоры булараҡ өйрәнә.

1941 йылдың июнь айында енәйәт ҡылған өсөн репрессиялана һәм Марий АССР территорияһындағы лагерьда йыл ярым дауамында яза үтә. Әҫәрҙәре 1948 йылда тағы ла һигеҙ йылға репрессиялана, ГУЛАГ системаһында яза үтәгәндә Себерҙә, Абакан — Тайшет тимер юлын төҙөүҙә ҡатнаша; аҙаҡ килеп язаны үтәгән совет тарихсыһы Лев Гумилев менән таныша.

1973 йылдың 15 декабрендә Чебоксарыда вафат була.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Афанасьев П. Писатели Чувашии. — Чебоксары, 2006
  • Айăпсăр синкер курнисем: Иван Саламбек / П. Ялкир хатĕрленĕ // Ялав. — 1989. — № 4. — С. 17.
  • Иван Саламбек // Ялав. — 1986. — № 10. — С. 27.
  • Иван Саламбек // Тăван Атăл. — 1976. — № 10. — С. 79-80.
  • Элĕкре ĕçленĕ // Пурнăç çулĕпе. — 1997. — 27 сент.
  • Юрьев М. Иван Саламбек // Тăван Атăл. — 1966. — № 5. — С. 95
  • Ялкир П. Айăпсăр синкер курнисем // Хыпар. — 2003. — 20 çĕртме.
  • Абрамов В. А. Саламбек (Яковлев) Иван Яковлевич // Чувашская энциклопедия. — Чебоксары, 2009. — Т. 3 : М-Се. — С. 612.
  • Саламбек (Яковлев) Иван Яковлевич // Афанасьев П. Писатели Чувашии. — Чебоксары, 2006. — С. 351—352.
  • Еливанова Г. «Саламбеку от Арсланбека» // Совет. Чувашия. — 2006. — 2 нояб. — С. 7.
  • Тимуков А. Н. Саламбек (Яковлев) Иван Яковлевич // Краткая чувашская энциклопедия. — Чебоксары, 2001. — С. 359.
  • Тихонов П. Сӑпайлӑх пултаруллӑ пулма чармасть // Хыпар. — 2006. — 19 раштав. — С. 4.
  • Яковлев (Саламбек) Иван Яковлевич // Ученые и сотрудники Чувашского государственного института гуманитарных наук : 1930—2005. — Чебоксары, 2005. — С. 176.
  • Яковлев (Саламбек) Иван Яковлевич // Энциклопедия чувашской журналистики и печати. — Чебоксары, 2014. — С. 538.
  • Яковлев (Саламбек) Иван Яковлевич // В трагические годы: репрессированные чувашские писатели, журналисты и ученые. — Чебоксары, 2013. — С. 274—277.
  • Саламбек (Яковлев) Иван Яковлевич // Ялгир П. Литературный мир Чувашии. — Чебоксары, 2005. — С. 99-100.