Талызин Иван Дмитриевич
Талызин Иван Дмитриевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1799 |
Тыуған урыны | билдәһеҙ |
Вафат булған көнө | 14 май 1844 |
Вафат булған урыны | Өфө, Ырымбур губернаһы, Өфө өйәҙе, Рәсәй империяһы |
Нәҫеле | Талызины[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Гражданский чин | действительный статский советник[d] |
Талызин Иван Дмитриевич (1799 йыл — 14 май 1844 йыл) — Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, ғәмәли статский советник, Тубыл һәм Ырымбур губерналары губернаторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Дмитриевич Талызин 1799 йылда дворян ғаиләһендә тыуған. Ивандан тыш, ғаиләлә тағы өс ҡыҙы була: Прасковья, Татьяна һәм Анна. И. Д. Талызин 1817 йылдан рус армияһы сафында хеҙмәт итә, генерал Ермоловтың адъютанты була. 1826 йылдың 22 ғинуарында, генерал ҡушҡандарын үтәп, кистән Грозный ҡәлғәһендәге А. С. Грибоедовты «бөтә шикле йөкмәткеле ҡағыҙҙарын» яндырырға ҡушып, ҡулға алыныуы ҡурҡынысы тураһында иҫкәртә[1]. Иван Дмитриевич, Кавказ һуғышында ҡатнашыусы, 1830-1831 йылдарҙа Поляк ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша, уның һөҙөмтәләре буйынса полковник дәрәжәһен ала. 1835 йылдан алып 1837 йылға тиклем Омск өлкә идараһы рәйесе була. 1839 йылдың 4 февралендә Омск өлкәһенең элекке начальнигы, ғәмәли статский советник (1838 й.) И. Д. Талызин Тубыл губернаһы менән идара итә башлай. Әммә генерал-губернатор М. С. Семенов менән низағлашыуы арҡаһында, 1840 йылдың июнендә Ырымбурға күсерелә[2]. 1841 йылдан 1844 йылға тиклем Ырымбур губернаһында губернатор вазифаһын башҡара. Губернаторлыҡ осоронда казак һәм крәҫтиән сыуалыштарын булдырмауға өлгәшә.
Иван Талызин 1844 йылдың 14 майында Өфөлә вафат була.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- III дәрәжә Изге Анна ордены, 1824 йыл
- IV дәрәжә Изге Владимир ордены, 1826 йыл
- II дәрәжә Изге Анна ордены, 1837 йыл
- I дәрәжә Изге Станислав ордены, 1842 йыл
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Фомичев С.А. Грибоедов:Энциклопедия. — Спб: Нестор-История, 2007. — С. 289.
- ↑ Гриценко Н.В. Сибирские и тобольские губернаторы: исторические портреты, документы. — Тюмень, 2000. — С. 260.