Ижевск ҡорал яһаусылары һәйкәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ижевск ҡорал яһаусылары һәйкәле
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ижевск
Урынлашыу Ижевск

Ижевск ҡорал яһаусылары һәйкәле Ижевск ҡалаһында, быуа яры буйында, Совет һәм Свердлов урамдарының мөйөшөндә, ҡаланың Первомайский районында ҡуйылған.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй ҡорал яһаусыларына һәйкәл ҡуйыу идеяһы менән «Ижевск машиналар эшләү заводы» ААО генераль директоры Владимир Гродецкий сығыш яһай, ул үҙенең сығышында Рәсәйҙә совет һәм Рәсәй ҡоралына ҡуйылған һәйкәлдәрҙең күп булыуы, ә бына уның етештереүселәргә һәйкәлдең булмауы тураһында һөйләй. Һәйкәлдең эскизына конкурс иғлан ителә, унда скульптор Павел Медведев макеты еңеп сыға. Эскизды эшләгән саҡта скульптор Ижевск заводының ысынбарлыҡта эшләгән фотоһүрәттәре менән файҙаланған. Ике ҡорал эшләүсенең береһе эскизда ултыртып төшөрөлгән, икенсеһе баҫып тора, улар икеһе лә традицион кафтан һәм цилиндр кейгән. Был шуның менән бәйле, сөнки иң яҡшы ҡорал яһау оҫталарына улар өсөн махсус тегелгән батша кафтаны, цилиндр, таяҡ һәм бирсәткәләр бүләк иткәндәр. Бронзанан эшләнгән композицияның бейеклеге 3 м, уның дөйөм ауырлығы 4 тонна тәшкил иткән Һәйкәл металы махсус рәүештә ҡартайтылыу эффектын булдырыу юлы менән эшкәртелгән.

Ҡорал эшләүселәрҙең фигуралары гранит постаментҡа баҫтырылған. Скульптураның итәгендә плитәләр ҡуйылған, уларҙа Ижевскиҙа ҡорал яһауға ҙур өлөш индергән кешеләрҙең исемдәре яҙылған — М. Т. Калашников, Г Н. Никонов, В А. Ярыгин, Е. Ф. Драгунов, шулай уҡ «Ижмаш» директорҙары — Белобородов, Ионов, Палагин һәм атыу ҡоралдары етештереүселәрҙең исемдәре — Ижевск машиналар эшләү заводы һәм Ижевск механика заводы.

Скульптура композицияһы ҡуйылған урын таштар менән тигеҙләнгән. Эргәһендә суйын ҡоймалар ҡуйылған, ә «Ижмаш»ҡа төшә торған урында күтәрмәле матур баҫҡыстар урынлаштырылған, Һәйкәл тирәләй эскәмйәләр ҡуйылған. Был майҙан Ҡорал яһаусылар майҙаны исемен ала.

Һәйкәл асыу тантанаһы 2007 йылдың 4 авгусында Ижевск ҡоралының 200 йыллығына һәм Калашников автоматының 60 йыллығына тура килтереп үткәрелә. Тантанала Удмурт Республикаһы президенты Александр Волков, «Ижмаштың» генераль директоры Владимир Гродецкий. Михаил Калашников һәм Ижевск ҡалаһы мэры Виктор Балакин ҡатнаша.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]