Изге Карапет сиркәүе (Дондағы Ростов)
Изге Карапет сиркәүе | |
әрм. Դոնի Ռոստովի Սուրբ Կարապետ եկեղեցի | |
Нигеҙләү датаһы | 1875 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Иоанн Креститель[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Дондағы-Ростов |
Епархия | Российская и Ново-Нахичеванская епархия[d] |
Бағышланған | Иоанн Креститель[d] |
Архитектор | Василий Сазонов[d] |
Архитектура стиле | армянская храмовая архитектура[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Изге Карапет сиркәүе (Дондағы Ростов) Викимилектә |
Изге Карапет сиркәүе (әрм. ) — Дондағы Ростовта әрмән сиркәүе. Әрмән зыяраты (Пролетар) территорияһында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Изге Карапет сиркәүенә 1875 йылда (архитекторы В.В. Сазонов) нигеҙ һалынған, 1881 йылда 11 июлендә изгеләндерелгән. Ғибәҙәтхананың төҙөлөү тарихы 1871 йылда вафат булған Нахичеван дворяны Аладжалова Акулина Погосовна менән бәйле. А. П. Аладжалова үҙенең мираҫын әрмән зыяратында Иоанн Крестителгә бағышлап сиркәү төҙөргә, , уның эргәһендә хәйриә йорто булдырыу, ярлы әрмән ғаиләләре өсөн өйҙәр төҙөргә васыятнәмә яҙып ҡалдыра[1]. Аладжалова сиркәүҙең көньяҡ-көнбайыш стенаһы аҫтында ерләнә.
Экстерьеры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Изге Карапет сиркәү композицияһы базилика һәм тәре-көмбәҙле ғибәҙәтхана формалары берләшмәһендә төҙөлгән. Фасадтарының биҙәлешендә семәрле таш деталдәре менән традицион әрмән мотивтары күҙәтелә.
Фасадты биҙәүҙә аркада мотивы өҫтөнлөк итә. Ғибәҙәтханала өс инеү урыны — көньяҡ, көнбайыш һәм төньяҡ — тәреләр менән тамамланған перспективалы порталдар менән биҙәлгән.
Интерьеры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Изге Карапет сиркәүе — оҙаҡ ваҡыт ҡалала әрмән стилендә төҙөлгән берҙән-бер сиркәү булып ҡала (2011 йылда асылған Сурб Арутюн сиркәүенән тыш). Эске йыһазландырыуы башҡа сиркәүҙәрҙәге һымаҡ. Сиркәүенең иконостасы сәтләүек ағасынан «аний» стилендә эшләнгән. Диуарҙары орнаментлы гипс медальондары рамдары менән биҙәлгән, улар эсенә фрескалар урынлаштырылған.
Сиркәүҙең үҙәк иконаһы һикәлтәле подиумда урынлаша. Тәүге ысын фрескалары медальондарҙа һәм рамдарҙа урынлаштырылған. Улар ыҡсымлығы, ябайлығы һәм һоро-зәйтүн төҫөндәге колоритының нәзәкәтлеге менән таң ҡалдыра.
Ҡомартҡылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күпмелер ваҡыт ғибәҙәтханала боронғо Сурб Хачтың таш тәреһе (хачкар) һаҡланған[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Донской временник»/Культура Дона/ Памятники истории и культуры Ростовской области/А.Шестых
- ↑ Светлана Хачикян. Хачкар Сурб Хач вновь в Сурб Хаче . Нахичеванские вести. Дата обращения: 15 сентябрь 2013. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Г. Есаулов, В. Черницына, Архитектурная летопись Ростова-на-Дону, Ростов-на-Дону, 1999.
- В. Лобжанидзе, Г. Лаптев, Путешествие по Старому Ростову, Ростов-на-Дону, 1997.
- В. Лобжанидзе, Г. Лаптев, В. Кустов, Путешествие по Старому Ростову, Ростов-на-Дону, 2001, часть 2.
- Фото армянских церквей в разных городах мира(недоступная ссылка)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Армянская апостольская церковь
- Список армянских храмов мира
- Список армянских храмов России
- Нахичевань-на-Дону