Изге Мартин соборы (Братислава)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Изге Мартин соборы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы XV быуат
Хөрмәтенә аталған Мартин Турский[d]
Дәүләт Flag of Slovakia.svg Словакия
Административ-территориаль берәмек Братислава
Епархия Архиепархия Братиславы[d]
Архитектура стиле готик архитектура[d]
Рәсми сайт dom.fara.sk
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы [d]
Commons-logo.svg Изге Мартин соборы (Братислава) Викимилектә


Изге Мартин соборы (словак. Katedrála sv. Martina, нем. Kathedrale des Heiligen Martin, мадьярса  Szent Márton-dóm или Koronázó templom) — Братиславаның ҙур готика ҡорамы. Изге Мартин сиркәүе Братислава архиепархияһының кафедраль соборы. Словакия милли мәҙәниәте ҡомартҡылары исемлегенә инә.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәхеткә ултыртыу Император Леопольд I тәхеткә ултырыуы. Изге Мартин соборы, 1655

Сиркәү төҙөү XIII быуатта башланған. Бөгөнгө ҡиәфәтен 1849 йылда алған.

1563 — 1830 йылдар дауамында Изге Мартин соборында Изге Рим империяһы императорҙарын һәм Австро-Венгрияның Венгрия королдәрен тәхеткә ултыртыу, иҫәптән Максимилиан II (1563), Мария Терезия (1741) короллеккә ҡуйыу байрамы үткәрелгән.

Собор эсендә шуныһы иғтибарға лайыҡ: был Изге Мартин скульптура төркөмө, уны Рафаэль Георг Доннер эшләгән. Композицияның стиле- барокко, соборҙа шулай уҡ урта быуаттың готика ҡәбер таштары һәм төҫлө витраждар ҡуйылған.

Сиркәү катабомбаларында күренекле дворяндар ырыуы вәкилдәре һәм руханиҙар ҡатламы вәкилдәренең ҡәберҙәре тора. Соборҙа Йозеф Игнац Байзы, беренсе словак романының авторы кәшәнәһе бар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]