Эстәлеккә күсергә

Изге апостол Андрей Первозванный ғибәҙәтханаһы (Санкт-Петербург)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Изге апостол Андрей Первозванный ғибәҙәтханаһы
Нигеҙләү датаһы 2017
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Андрей Первозванный[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Урын Заневский проспект[d]
Епархия Санкт-Петербургская епархия[d]
Рәсми сайт hramrybaka.ru
Карта

Балыҡсылар ғибәҙәтханаһы, Изге апостол Андрей Первозванный ғибәҙәтханаһы — Санкт-Петербургтағы православие ҡорамы Адресы: Санкт Петербург ҡалаһы, Заневский проспекты, 65-се йорт, 2-се корпус.

Изге апостол Андрей Первозванний ғибәҙәтханаһы төҙөү инициативаһы — Петербург балыҡ тоторға яратыусылар клубы ағзаһы(недоступная ссылка) А. Краузеға һәм Кесе Охталағы Пресвятая Богородица Раштыуаһы мәхәлләһенең дин әһеле протоиерей Виталийға (Магдеев) ҡарай. Ғибәҙәтхана төҙөүгә фатиханы Санкт Петербург һәм Ладога митрополиты Владимир биргән.

2012 йылдың сентябрендә ғибәҙәтханаға тәүге нигеҙ ташы һалынған.

2012 йылдың 17 сентябрендә «Аквариум» төркөмө лидеры Гребенщиков Борис ғибәҙәтханаға Богоматерь иконаһын тапшыра. Балыҡсылар өсөн икона Афондағы Ватопед монастырында архимандрит Ефрем фатихаһы буйынса махсус яҙыла. Был икона Балыҡсылар ҡорамына ҡуйылған тәүге икона була. Шулай уҡ Борис Гребенщиков ғибәҙәтхана төҙөүҙә шәхсән ҡатнаша, ул сиркәүҙең бер нисә кирбесен үҙ ҡулдары менән һала һәм унда автографын ҡалдыра.

2013 йылдың 23 октябрендә ҡорамдың баштарын һәм тәреләрен ҡуйыу тантанаһы үтә.