Изеге
Изеге |
Изеге (Әкиәтләшкән версия) — башҡот халыҡ фольклоры ҡомартҡыһы, эпос (тарихи ҡобайыр). Дөйөм төрки «Идиге» эпосына барып тоташа. Шиғри-сәсмә формала йәшәп килә.
Иформанттар һәм яҙып алыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Изеге» (әкиәтләшкән версия) 1959 йыл Башҡортостандың Ейәнсура районы Байдәүләт ауылында Сәйфуллин Абдулла Хәлил улынан (1897 йылғы) Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми сотруднигы диалектолог Сәриә Миржанова яҙып ала. Информаторҙың әйтелгән ауылда пожарник булыуы, ҡыш көндәрендә һунарға йөрөүе хаҡында иҫкәрмә бирелә. Ошо уҡ вариант 1967 йылда шул уҡ Байдәүләт ауылында 70 йәшлек Хәсәнова Тутыянан Әнүр Вахитов тарафынан яҙып алына. Вариант Тутыя Хәсәнова тарафынан ҡыҫҡараҡ һөйләнһә лә, Сәйфуллин Абдулла башҡарыуында әйтелмәй ҡалған ҡайһы бер деталдәре менән мөһим. Әкиәт йоғонтоһо эләккән был вариант «Иҙеге» эпосының уртаҡ мотивтарын һәм һуңғы быуаттарҙа башҡорт халыҡ аңында тыуған үҙенсәлекле эпизодтарҙы, мөһим деталдәрҙе сағылдырыуы менән ҡыҙыҡлы[1].
Сюжеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хикәйәләү Изегенең ата-әсәһе вафатынан һуң, эш эҙләп Туҡтамыш хандың көтөүҙәренә барып сығыуы, Ҡарабай исеме менән малайлыҡҡа ялланыуынан башланып китә. Хан һәр саҡ төпсөнөп һорашып эшкә ала торған булған, сөнки күрәҙә уға: «Ханым-солтаным, әжәлең һинең Изеге тигән кешенән булыр. Бик һаҡланып йөрө», — тигән.
Изеге ҙурайып, егет ҡорона инә. Хан шулай ҙа бынан шикләнә. Бер ваҡыт шулай көтөүҙәрен ҡарап йөрөгәндә, Изеге бынан йылҡы көтөүенә күсереүҙе һорай. Хан бының үткерлегенә иҫе китә. — һинең исемең Ҡарабаймы? Алдамайһыңмы? Изеге түгелме һин? — Юҡ, мин — Ҡарабай, ҡайҙа ул миңә изгелек тейеү! Хан быны йылҡы көтөүенә, 12 көтөүгә ебәрә. Изеге китә йылҡы көтөүлегенә. Бара, 12 көтөүсе малай. Былар бер-берен тыңламай икән, иреш тә һугыш, ти. Изеге ҡарап йөрөй-йөрөй ҙә бер көндө 12 малайҙы йыйып алып былай ти: — Давай, беребеҙҙе ҡазый итеп ҡуяйыҡ. Ҡазый булған кеше хандың бер тыу бейәһен һуйып туйларға тейеш. Ҡалғандарыбыҙ ҡазыйҙың һәр һүҙен тыңларға тейеш булабыҙ. Быны ишеткәс, бөтә малай ҡурҡышып китә: — Булдыра алһаң, әйҙә үҙең бул, беҙ һинең һүҙеңдән сыҡмаҫбыҙ, — тиҙәр. Изеге риза була. Хандың тыу бейәһен тотоп ала, килеп һуйып ташлай. Малайҙар булышалар. Ҙур ҡаҙанға һалып тороп бешереп ашайҙар. Изегенең батырлығына иҫтәре китеп, бының һәр бер һүҙен тыңлап ҡына тора башлайҙар[1].
Артабан Изегенең ханға барып көтөүҙәр тураһында хәбәр итеп тороуы, ул килгән һайын хандың ырғып һикереп тороуы, ҡурҡыуы, ханбикә әмәлләп ултыртҡан ҡатыҡты бысағы менән турап эскәне, сыхырҙы һиҙгәне, бынан китергә йыйынғаны тасуирлана.
Ҡайтып малайҙарын йыйып ала ла: «Мин бында бер көн дә тора алмайым, миңә китергә кәрәк. Кем минең менән китергә теләй?» — тип һорай. Ун бер малай Изеге менән китергә булып, аттарына менгәндәр. Бер малай бармай ҡала. Былар сығып киткәс, теге малай ат менән ханға саба. Ханға килеп етеп, иптәштәрен ошаҡлай. Хан йәһәт кенә күрәҙә килтертә. Күрәҙә: «Ханым, ул егет Ҡарабай булмаған, ул Изеге булған. Айыл башы биреп дуҫлашҡан Янбай дуҫы бар. Шул ҡайтарып алһа, алыр, бүтәнде тыңламаҫ. Әгәр ҡайтарып алып күңелен күрмәһәгеҙ, һеҙгә яҡшылыҡ булмаҫ,» — тип күрәҙә һамаҡлай:
Ул китер ул, китер ул,
Сын Тимерханға етер ул;
Сын Тимерхан ҡул бирһә,
Хаҡ тәғәлә юл бирһә,
Әйләнеп килеп етер ул.
Туҡтамыш хандан туғыҙ ул,
Туғыҙын да һуғыр башына,
Ҡан һырғалар ҡашына.
Туҡтамыш хандың туҡалаҡ башын
Ҡанъяғаһына бәйләп юртыр ул
Хандың ҡото осоп, Изегенең Янбай дуҫын саҡырта: «Ни теләһә лә, шуны бирермен, кире ҡайтһын. Ҡалай итеп булһа ла алып ҡайтығыҙ Изегене!» — тип, үҙенең туғыҙ улын эйәртеп сығарып ебәрә. Янбай күпме генә кире ҡайтырға өгөтләһә лә Изеге риза булмай.
Изеге:
Ай, Янбайым, Янбайым,
Мин ҡайтмамдыр, ҡайтмамдыр,
Ҡайтып та Иҙел кисмәмдер,
Ҡайтып та Иҙел кисмәмдер.
Ат бирһә лә, менмәмдер,
Таҡым ҡото киткәндер.
Янбай:
Ай, Изегем, Изегем,
һәнекәйҙән һаҡлыраҡ,
Кемекәйҙән күрклерәк,
Хан үҙ ҡыҙын бирәләү,
Аны ла алып ҡосһана.
Изеге:
Ай, Янбайым, Янбайым,
Мин ҡайтмамдыр, ҡайтмамдыр,
Хан үҙ ҡыҙын бирһә лә,
Аны ла алып ҡосмамдыр,
Ҡосағымдың ҡото киткәндер.
Янбай ҡурҡыта:
Ай, Изегем, Изегем,
Туктамыш ханда туғыҙ ул,
Туғыҙы ла һуҡһа башыңа,
Ҡан һырғалар ҡашыңа!
Изеге:
Ай, Янбайым, Янбайым,
Тыңҡылдама, Янбайым,
Маңлайыңды уярым,
Бүректәй алып һелкәрем,
Бүҙәнәләй йолҡарым.
Һеҙ туғыҙға беҙ һигеҙ,
Килер булһаң, кил, дуңғыҙ,
Китер булһаң, кит, дуңғыҙ!
Изеге Янбайға ынтыла биреп ҡуя, боҫоп ҡарап ятҡан хандың туғыҙ улы, Изегенең киҙәнгәнен күреп, ырғып торалар ҙа ҡасалар.
Изеге артабан бер үҙе юл тотҡаны, дейеү яуын ҡайтарғаны, дейеүҙе үлтереп, Сын Тимерхандың ҡыҙын ҡотҡарғаны, Сын Тимерхан ҡыуанысынан ҡыҙын Изегегә биреп, туй яһауы, уларҙан бер ир бала тыуыуы, уға Әлбәкмырҙа тип исем ҡушыуҙары, Әлбәкмырҙа атаһынан да мыҡты, көслө ир булғаны, улы менән яуға киткәне, Туҡтамышты үлтереп ҡыҙын алып ҡайтҡаны хикәйәләнә.
Шунан Изеге ханды үлтереп, "һәнекәйҙән һаҡлыраҡ", "кемекәйҙән күрклерәк" ҡыҙҙарын алып, арбаһын егеп, уртаға үҙе ултырып, артынан Янбай дуҫы менән Әлбәкте эйәртеп ҡайтып китә.
Янбай Әлбәккә һүҙ ҡуша: — Бына мин ҡарап-карап килдем дә һиңә әйтмәксе булдым әле, — ти. — һин нимә беләһең? Белмәйһең, аңһыҙ һин. Ике ҡыҙ уртаһына йәш кеше һин ултырырға тейеш! Ә атаң, ҡарт булһа ла, үҙе ултырып алған, — тип, Әлбәккә дошман һүҙе бирә. Әлбәк бик ҡыҙыу була. Уны-быны уйлап тормай, арттан бара килеп, атаһының башына ҡамсы менән берҙе тартып ебәрә — атаһының ике күҙе атылып килеп сыға. Әлбәк Изегене арбанан һөйрәп төшөрә лә ике ҡыҙ уртаһына үҙе ултырып ҡайтып китә. Ә өйҙә ҡалған Әлбәктең ҡатыны һынсыл булған, ти. Ә һин, дошман һүҙенә төшөп, атаңды нишләттең? — тип әрләп ташлаЙ[1].
Ҡобайыр Изегенең дошман һүҙенә төшөп атаһын харап иткәненә әсе үкенеп, атаһының ризалығын алып, татыу донъя көткәндәре менән тамамлана.