Икен мәмерйәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Икен мәмерйәһе
Икинская пещера?
Икинская пещера.jpg
ИлРәсәй Рәсәй
РегионБашҡортостан Республикаһы
Тәрәнлеге12,5 м
Оҙонлоғо333 м
Мәмерйәгә инеү юлыдва
Икен мәмерйәһе (Рәсәй)
Commons-logo.svg Икен мәмерйәһе Викимилектә

Икен мәмерйәһе (Икиньская пещера, Икен — Икен йылғаһы исеменән алынған. Башҡортостан Республикаһы Архангел районында Бурғаз тауы ҡатламында урынлашҡан.

Мәмерйәгә иң яҡын тораҡ 25 км йыраҡлыҡта ятҡан Икен ҡасабаһы хәҙер Сухая Атя тип атала (шулай уҡ, Ашин ЛХК-ың Икен урман пункты).

Оҙонлоғо- 333 м, тәрәнлеге- 12,5 м; бейеклеге 11 метрҙан 0,5 м араһында тирбәлә, киңлеге от 23 метрҙан 0,5 метрға тиклем.

Арҡыры киҫеме күпселектә арка формаһында, түбәһе көмбәҙ, иҙәне горизонталь һәм ҡырсынлы, ваҡ ташлы балсыҡтан.

Мәмерйәне төҙөгән тау тоҡомдары булып һоро эзбизташ тора. Эсе арҡырыһы 1 м тирәһе йыуанлыҡҡа еткән сталактит, сталагмиттарға бик бай.

Шулай уҡ, кальцит таштар, кальцит шарлауыҡтар менән ағас һындар күп.

Мәмерйә эсенә Бурғаз тауының төньяҡ- көнбайыш битләүендәге тау-таш өйөмдәре араһындағы ике тишем хеҙмәт итә. Улар сама менән 23 метр бейеклектә урынлашҡан. Ауыҙындағы ҡуйы үлән менән аша саҡ-саҡ ҡына күренә.

Һүл яҡтағы мәмерйә ауыҙының ҙурлығы — 0,55×0,8 м, уңдағыһыныҡы — 1×0,45 м. Икеһе аша ла мүкәйләп кенә (дүрт аяҡлап) инеп була.

Мәмерйә киң йәмәғәтселеккә 1964 йылдан билдәле була башлай. Шул мәлдән күпләп туристар килә башлай. Хәҙер унда алып барған тимер юл эшләмәй.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]