Ильясов Рәхим Фәтих улы
Рәхим Фәтих улы Ильясов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур өлкәһе, Ҡыуандыҡ районы, Буранғол ауылы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Рәхим Фәтих улы Ильясов (1946 йыл, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Буранғол ауылы — 1982 йыл, Стәрлетамаҡ ҡалаһы) — башҡорт фольклорсы ғалимы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәхим Фәтих улы Ильясов 1946 йылда Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Буранғол ауылында тыуған.
Бикбау урта мәктәбен тамамлай.
1964—1969 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый.
1969—1977 йылдарҙа Шишмә районының Хәжәт һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
1977—1982 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында башҡорт филологияһы кафедраһының ассистенты вазифаһын башҡара.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Р. Ф. Ильясов башҡорт халыҡ әкиәттәрен, айырыуса хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙе, йыйыу, ғилми яҡтан өйрәнеү эше менән шөғөлләнде. Әкиәттәр хаҡында әле лә үҙенең фәнни әһәмиәтен юғалтмаған бер нисә мәҡәлә баҫтырып сығарҙы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирские сказки о животных // Советская тюркология, 1981, № 3;
- Хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙә этиологик мотивтар. // Башҡортостан уҡытыусыһы, 1981, № 9;
- Сюжетный репертуар башкирских сказок о животных // Проблемы изучения башкирских литературно-публицистических и фольклорных источников, 1982.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- С. Галин. Тел асҡысы халыҡта. — Өфө: «Китап», 1999/ — 55-се бит.