Имам Хөсәйен мәсете (Баҡы)
Имам Хөсәйен мәсете | |
әзерб. İmam Hüseyn məscidi | |
Нигеҙләү датаһы | 1896 |
---|---|
Дәүләт | Әзербайжан |
Административ-территориаль берәмек | Баҡы һәм Ясамальский район[d] |
Архитектор | Эйхлер, Адольф Васильевич[d] |
Имам Хөсәйен мәсете (Баҡы) Викимилектә |
Имам Хөсәйен мәсете, йәки «Ашумов мәсете» (әзерб. İmam Hüseyn məscidi; рус. Мечеть имама Хусейна) — Әзербайжан, Баҡы ҡалаһының Ясамал районындағы мәсет. Абдулла Шаиғ һәм Сөләймән Тағизадә урамдары киҫелешендә урынлашҡан. 1896 йылда архитектор Адольф Эйхлер проекты буйынса төҙөлгән[1].
Мәсет тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсет төҙөү идеяһын Баҡы миллионеры хажи Хажи-баба Ашумов тәҡдим иткән. 1895 йылда Эйхлерҙы үҙенең участкаһында, Чемберекенд районында төҙөргә теләгән мәсеттең архитекторы итеп һайлай[2]. Шул уҡ йылда бинаның проекты төҙөлә[1]. 1896 йылда мәсет Үрге Таулы (хәҙер — Абдулла Шаиғ) һәм Почта (хәҙер — Сөләймән Тағизадә) урамдары мөйөшөндә төҙөлә. Шул ваҡыттан алып мәсет Ашумов мәсете булараҡ билдәле була[2].
Әзербайжан Республикаһы Министрҙар кабинетының тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылар тураһындағы бойороғона ярашлы, Имам Хөсәйен мәсете «урындағы әһәмиәткә эйә тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы» булып тора[3].
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Планда мәсет өс неф менән һалынған. Бинаның архитектураһында урындағы традициялар ҡулланылған. Интерьеры вестибюлдән һәм көмбәҙле, ике колонналы намаҙ уҡыу залынан тора. Колонналарҙы осло аркалар менән тамамлай, улар барыһы ла нефтарҙың семәрле көмбәҙҙәре аҫтында урынлашҡан. Зал осонда декоратив михраб бар. Көмбәҙҙең барабаны тәҙрә уйымдарына барып сыға, улар аша, архитектор А. Эйхлерҙың уйынса, мосолмандар ғибәҙәтханаһына «йәшәйештең изге нуры» үтеп инергә тейеш булған[4].
Архитектура массалары ҡоролманың күләмле-арауыҡлы структураһын асыҡлай. Инеү порталы сталактиттар менән эшләнгән, ул күп һанлы деталдәрҙән тора һәм төньяҡ фасадының ҡабырға ҡанаттарының стеналары менән берләшә. Мәсеттең көнбайыш фасады пилондарҙан тора һәм перлондар менән тамамлана. Тикшеренеүселәр Ш. Фәтуллаев һәм Л. Исмаилова был фасадты Кордовалағы йәмиғ мәсетенең көнбайыш фасады [4] менән сағыштыралар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Фатуллаев Ш. Приложение I // Градостроительство Баку XIX—начала XX веков / Под ред. проф. В. И. Пилявского. — Ленинград: Стройиздат, 1978. — 215 с.
- ↑ 2,0 2,1 Фатуллаев, Исмаилов, 2001
- ↑ Azərbaycan Respublikası ərazisində dövlət mühafizəsinə götürülmüş daşınmaz tarix və mədəniyyət abidələrinin əhəmiyyət dərəcələrinə görə bölgüsünün təsdiq edilməsi haqqında 2022 йыл 12 август архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Фатуллаев, Исмаилов, 2001, с. 159
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фатуллаев Ш. С., Исмаилова Л. И. Художественный облик Баку на рубеже XIX—XX веков в творчестве архитекторов немецкого происхождения // Материалы первой научной конференции «Кавказские немцы — немцы на Кавказе до Первой мировой войны». — Б.: Элм, 2001.
- Первый вице-президент Азербайджана Мехрибан Алиева приняла участие в открытии после реставрации мечети Имама Хусейна