Иманғол Абрамов
Иманғол Абрамов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған урыны | Себер даруғаһы |
Һөнәр төрө | яугир |
Иманғол Абрамов (?) — хәрби эшмәкәр, Е. И. Пугачёв етәкселегендәге 1773-1775 йылдарҙағы Рәсәйҙәге Крәҫтиәндәр һуғышыында ҡатнашҡан. Пугачёв полковнигы[1].
Тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иманғол (Имасҡол) Абрамовтың (Иманкул Обрамов) Крәҫтиәндәр һуғышына тиклемге тормошо хаҡында мәғлүмәттәр юҡ. Себер даруғаһы башҡорттарынан. Иҫке[2][3].
1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1774 йылдың ғинуарынан алып Иманғол Абрамов отряды Пермь провинцияһы территорияһында һуғыша. Мартта Салауат Юлаев етәкселегендәге отрядтар составында Красноуфимск ҡәлғәһе һәм Себер даруғаһының Һыҙғы улусы (хәҙер — Свердловск өлкәһе Красноуфимск районы Урта Боғалыш) Боғалыш ауылы янында подполковник А. В. Папава етәкселек иткән хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[4].
Май айында шул уҡ даруға территорияһында хәрәкәт итә. Октябрь айында Өфө йылғаһының үрге ағымында Илсеғол Этҡолов һәм Салауат Юлаев менән берлектә баш күтәреүселәрҙең Екатеринбург ҡалаһына һөжүменә әҙерләүгә етәкселек иткән. 1774 йылды декабрь аҙағында Ҡазан йәшерен комиссияһы тикшереүе аҫтында тотолған, һуңынан иреккә сығарылған. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[5][6]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Иманғол Абрамов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.Имангул Абрамов
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа, 2001.
- ↑ Имангул Абрамов
- ↑ Имангул Абрамов
- ↑ [РГАДА. Ф.6. Д.507. Ч.4. Л.97; Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии: сб. док. Уфа, 1975.]
- ↑ Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. Уфа, 2000.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гвоздикова И. М. Салават Юлаев: исследование документальных источников. — Уфа: Китап, 2004.
- Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013 (гл. ред. А. З. Асфандияров), 181 с.
- РГАДА. Ф.6, оп.1, д.507, ч.3, л.121; ч.5, л.28;ф.7, оп.1, д.2043, ч.14;Крестьянская война на территории Башкирии: Сборник документов. Уфа, 1975.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа, 2001.