Император Александр II Киев политехник институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Император Александр II Киев политехник институты
Нигеҙләү датаһы 1898
Эшмәкәрлек йылдары 1917
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Урын Киев
Алмаштырылған Киевский политехнический институт[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1917
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Киевского политехнического института[d]

Император Александр II Киев политехник институты — рус. Киевский политехнический институт императора Александра II — Рәсәй империяһы юғары техник юғары уҡыу йорто[1]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киев политехник институты үҙ исемен бер нисә тапҡыр алмаштыра[2]:

  • 1898 — Император Александр II Киев Политехник Институты
  • 1918 — Киев политехник институты
  • 1923 — Х. Г. Раковский исемендәге Киев политехник институты
  • 1928 — Киев политехник институты
  • 1930 — Киев политехник институтын тарҡатыу арҡаһында уның базаһында барлыҡҡа килгән үҙаллы 8 тармаҡ институты (1930 йылдың 17 апрелендәге СССР ВСНХ приказы № 1240)
  • 1934 — П. П. Постышев исемендәге Киев индустриаль институты (Киев машина эшләү берекмәһе , Киев химия-технология институты һәм Киевэнергетик институтберләшкәндән һуң)
  • 1938 — Киев индустриаль институты
  • 1941 — эвакуацияла, Урта Азия индустриаль иститутында составында (Ташкент)
  • 1944 — Киев политехник институты
  • 1948 — Ленин орденлы Киев политехник институты
  • 1968 — Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы 50-йыллығы исемендәге Ленин орденлы Киев политехник институты
  • 1995 — Украинаның «Киев политехник институты» Милли техник университеты
  • 2016 — Украинаның « Игорь Сикорский исемендәге Киев политехник институты» милли техник университеты

1898—1916[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Император Александр II Киев политехник институты 1898 йылда механика, химия, ауыл хужалығы һәм инженер бүлектәре[3] (факультеттары) составында ойошторолған. Механика бүлегендә — 109 студент, инженер бүлегендә — 101, ауыл хужалығында — 87, химия бүлегендә 63 студент булған. Төп корпусҡа нигеҙ 1898 йылдың 30 авгусында тантаналы рәүештә һалына, ә 31 августа Киев политехник институтын асыу тантанаһы үтә. Институт урындағы эре сауҙа-сәнәғәт синыфы һәм дәүләт вәкилдәре һалған аҡсаға төҙөлгән; уны тотоу иһә ҡаҙна аҡсаһына йүнәлтелгән[4].

Киев политехник институтының тәүге биналарының проекты авторы Ироним Севастьянович Китнер — ХХ быуат аҙағына илебеҙҙең билдәле архитекторҙарының береһе була. КПИ-ның беренсе ҡоролмалар комплексын баш төҙөүсе 1900 йылдан алып билдәле Киев архитекторы Александр Васильевич Кобелев була.

Институт етәкселеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Институт Финанс министрлығының Сауҙа һәм мануфактура департаментына буйһонған. Институттың туранан-тура етәкселеге директорға, Советҡа, Институттың идараһына һәм бүлексәлә декандарғына йөкмәтелә.

Институт директорын Финанс министрлығы тәҡдиме буйынса хөкүмәт раҫлай. Институт Советына институт директоры рәйеслегендә бөтә бүлексәләрҙең профессорҙары ингән. Совет секретары дүрт йылға һайланған. Институт советының беренсе ултырышы 1898 йылдың 2 сентябрендә уҙа. Институт Идараһы составына бүлексә декандары, инспектор, ҡала Думаһы, Биржа комитеты, Рус техник йәмғиәтенең Киев бүлексәһе һәм ауыл хужалығы йәмғиәте вәкилдәре ингән.

Бүлексә декандары институт директоры күрһәтеүе буйынса дүрт йылға Финанс министрлығы тарафынан билдәләнгән[5].

Тәүге штат теҙмәһе менән институттың персоналдары һаны билдәләнгән: 23 ординар профессор, 12 — экстраординар, 10 төрлө һөнәр уҡытыусыһы, 14 лаборант һәм аҙ һанлы ярҙамсы персонал тотоу ҡаралған булған[6]

«Император Александр II-нең Киев политехник институты тураһында положениеһы» буйынса 35 кафедра ойошторола[7]

Институт эшләгән тәүге йылдарҙан билдәле ғалимдар — институт профессорҙары етәкселек иткән ғилми мәктәптәр төҙөлә.

Студенттарҙы уҡытыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе уҡыу йылында институттың составында 360 студент булған. Дүрт йылдан 1901 йылда — 1147, 1917-лә — 2277 кеше иҫәпләнә. 1903 йылда институттан бары 90 йәш инженер сыҡҡан. Студенттарҙың күбеһе 4 йыл уҡыу курсын үтә алмаған.

Студенттарҙы әҙерләүҙең төп йүнәлештәрен үҫтереү менән бергә авиация фәне һәм практикаһы үҫешкән, һауала осоу өлкәһендә ҙур мәғрифәтселек эше алып барылған. Йәш уҡыу йорто профессорҙарының һәм студенттарының илһамланып хеҙмәт итеүе арҡаһында ныҡлы авиация традицияларына нигеҙ һалынған. Киев XX быуат башында Украинала авиацияны үҫтереү үҙәгенә әйләнә. 1908 йылда профессор Н. Б. Делоне етәкселегендә Украинала беренсе һауала осоу түңәрәге ойошторола, Рәсәй империяһында ул — икенсе (Петербург аэроклубынан һуң).

1900 йылдан алып йылына 4 тапҡыр «Известия Киевского политехнического института Императора Александра II» баҫмаһы сыға башлай. Баҫма мөхәррирҙәре: В. Л. Кирпичев, Н. П. Чирвинский, М. И. Коновалов һәм П. Р. Слёзкин..[8]

1917—1921[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был осорҙа институт иҫке типтағы уҡыу йорто булып ҡала. 1918 йылда институтта бишенсе факультет — электротехник факультет асыла.[9]

1919 йылдың 1 мартында УССР-ҙың мәғариф бүлеге юғары уҡыу йорттарының ғилми, уҡыу һәм мәғрифәтселек эше тураһында ҡарар сығара. Юғары уҡыу йортона идара итеү УССР-ҙың Наркомпросы тәғәйенләгән комиссар ҡулында тапшырыла.[10]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Категория: киев политехник институтын тамамлаған (1917 йыл тиклем)

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. С 2016 года (в результате преобразований) правопреемником Киевского политехнического института императора Александра II Российской империи является Национальный технический университет Украины «Киевский политехнический институт имени Игоря Сикорского» — КПИ им. Игоря Сикорского.
  2. Игорь Андреев, доцент кафедры МАХНВ ИХФ. Как менялось название нашего университета (24.10. 2018).
  3. Vivat, crescat, floreat: речь, произнесенная В. Л. Кирпичёвым на торжественном акте открытия Киевского политехнического института императора Александра II 31 августа 1898 г. — Киев: Типо-литография т-ва И. Н. Кушнерев и К°, 1898. — 22 с.
  4. Техническое образование // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Из истории Киевского Политехнического института: Сборник документов и материалов. — Изд-во КГУ, 1961. — С. 9. — 387 с.
  6. Киевский политехнический институт императора Александра II. Краткий очерк его возникновения. — К.: Тип. об-ва И. Н. Кушнарев и Компания, 1898. — С. 26. — 54 с.
  7. Положение о Киевском политехническом институте императора Александра II. — К.: Работник, 1898. — 17 с.
  8. Известия Киевского политехнического Института Императора Александра II // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. Государственный архив, г. Киев, ф. Р-308, оп.1, д. 53, с. 35.
  10. Вища школа Української РСР за 50 років (1917—1967 рр.): У 2 ч. — Ч. 1 (1917—1948 рр.). — К.: Вид-во Київ. ун-ту, 1967. — С. 48. — 396 с.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]