Император Николай Икенсенең Томск технология институты
Император Николай Икенсенең Томск технология институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1896 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Административ-территориаль берәмек | Томск |
Урын | Томск |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1917 |
Томск технология институты — Рәсәй империяһының юғары техник уҡыу йорто[1]. Институт Рәсәй империяһының Себер территорияһындағы икенсе юғары уҡыу йорто була.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Институтҡа 1896 йылда Халыҡ мәғарифы министрлығы тарафынан «Император Николай II Томск технология институты» булараҡ нигеҙ һалына. 1896—1902 йылдарҙа архитектор Р. Р. Марфельд проекты буйынса университеттың төп бинаһы төҙөлә.
1896 йылдың 19 июлендә институттың тәүге ташы һалына, төҙөлөш эштәре дүрт йылл дауам итә.
Себерҙә инженерҙар әҙерләү зарурлығы тураһында мәсьәлә 1895 йылдың 25 июнендә ул ваҡыттағы министр Н. П. Деляновтың Көнбайыш-Себер округы попечителе В. М. Флоринскийға ошо турала яҙған хатынан башлана. Бындай зарурлыҡ Себер тимер юлы һалыныу менән Себерҙең үҫеш перспективалары менән дә күҙаллана, шулай уҡ урындағы зыялыларҙың Себер байлыҡтарын тикшереү, уның үҙенсәлектәрен өйрәнеү һәм сәнәғәт тормошо үҫеше өсөн тәбиғи база булараҡ Себер Юғары техник мәктәбен ойоштороу тураһында фекере төйнәлеүе сәбәп була.[2]
1895 йылдың 11 ноябрендә ошо мәсьәлә буйынса Томскиҙан алынған материалдар Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында ойошторолған махсус комиссияла ҡарала һәм Себер өсөн кәрәкле инженер-техниктарҙы әҙерләү өсөн Томскиҙа үҙ аллы, ике — электротехника һәм металлургия көсәйтеп уҡытылған инженер-төҙөлөш һәм химия-техник — бүлектән торған Технология институтын ойоштороу тураһында ҡарар сығара. Комиссия институт төҙөү шһәм ҡорамалдар өсөн 1 700 000 һум бирергә кәрәклеген билдәләй.
Томскиҙа Технология институтын асыу тураһындағы мәсьәлә икенсе тапҡыр ҡаралыуға дусар була һәм яңы комиссия беренсе комиссияның ҡарарын раҫлай, биналар (төп корпус, физика һәм механика лабораторияһы, химия лабораторияһы, химия оҫтаханаһы һәм торлаҡ корпустары) төҙөү өсөн сығымдар күләмен 1 262 609 һум тип билдәләй, ҡорамалдарға — 351 000 һум, проект, смета төҙөүгә, юлға 61 000 һум, дөйөм сумма −1 650 000 һум.
Комиссия төҙөлөштө 1896 йылдың яҙында башлауҙы һәм уны 1902 йылда тулыһынса таммалауҙы күҙаллай, әммә институтының 1 курсы өсөн уҡыуҙарҙы 1900 йылдың көҙөндә үк башларға мөмкин була. Комиссияның был ҡарары 1896 йылдың 12 мартында һуңғы инстанцияла раҫлана, шуға күрә Томск технология институтының нигеҙләнеү датаһы ошо ваҡыттан һанала.
Инстиут 1900 йылдың 12 июнендә Ғали йәнәптәре ҡушыуы буйынса асыла. уҡыу 9 (22) октябрҙә башлана. Институтты булдырыуҙа, бигерәк тә уның химия бүлеген асыуҙа Д. И. Менделеев әүҙем ҡатнаша. 1900 йылдың октябрендә химия һәм механика бүлеге, 1901 йылдың авгусында — тау бүлеге, 1902 йылдың авгусында инженер-төҙөлөш бүлеге асыла.
Беренсе курсҡа 203 кеше алына. Артабанғы йылдарҙа студенттар һаны арта бара.
Император Николай II Томск технология институты студенттары һаны[3] | |||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Йыл | 1900-1901 | 1902 | 1903 | 1904 | 1905 | 1906 | 1907 | 1908 | 1909 | 1910 | 1911 | 1912 | 1913 | 1914 | 1915 | 1916 | 1917 |
Студенттар һаны | 203 | 591 | 812 | 954 | 954 | 1196 | 1440 | 1513 | 1597 | 1474 | 1346 | 1112 | 1176 | 1184 | 1249 | 1142 | 479 |
Император Николай II Томск технология институты студенттарының ҡатлам составы[3] | |||
---|---|---|---|
Ҡатлам | 1903 | 1909 | 1915 |
Дворян һәм чиновник балалары | 169 | 465 | 558 |
Руханиҙар балалары | 43 | 65 | 44 |
Почетлы граждандар һәм сауҙагәр балалары | 71 | 160 | 117 |
Мещан һәм цеховой балалары | 173 | 565 | 424 |
Казак балалары | 17 | 36 | 29 |
Крәҫтиән балалары | 62 | 250 | 269 |
Сит ил балалары | 6 | 6 | 5 |
Башҡалар | 50 | 50 | 50 |
Институттың беренсе директоры итеп 1899 йылда профессоры Е. Л. Зубашев тәғәйенләнә һәм был вазифала 1907 йылға тиклем була[4].
1908 йылда беренсе сығарылыш үткәрелә, шул иҫәптән сығарылыш курсын киләсәктә билдәле ғалим һәм белгестәр буласаҡ Дмитрий Стрельников Михаил Усов, Василий Хрущев һ. б. тамамлай.
Институт директорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1899—1907 Е. Л. Зубашев
- 1907—1911 В. П. Алексеевский
- 1911—1916 Н. И. Карташев
- 1916—1919 И. И. Боборыков
1917 йылда «Император Николай II Томск технология институты» «Себер Томск технология институты» тип үҙгәртелә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В настоящее время (в результате преобразований) правопреемником Томского технологического института Императора Николая II является Томский политехнический университет.
- ↑ Открытие Томского технологического института
- ↑ 3,0 3,1 Быт студентов Томского технологического института Императора Николая II
- ↑ Сибирская жизнь: XXXI иллюстрированное приложение к газете. — 1903. — № 260
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Россия/Русская наука/Технологическая наука // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Техническое образование // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- А. И. Ефимов. Историческая записка об учреждении и открытии Томского технологического института Императора Николая II 6 декабря 1900 года / по поруч. Совета ин-та сост. А. И. Ефимов. — Томск: Паровая типо-литография П. И. Макушина, 1902. — 88 с.
- Ю. М. Лозинский. Старейший технический факультет Сибири: История создания и развития. — Томск: Изд-во НТЛ, 2000. — 428 с. — (Посвящена 100-летию Машиностроительному факультету Томского политехнического университета (Томского технологического института)). — ISBN 5-89503-074-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Открытие Томского технологического института
- Быт студентов Томского технологического института Императора Николая II . Дата обращения: 3 ноябрь 2018.
- Сибирская жизнь: XXXI иллюстрированное приложение к газете. — 1903. — № 260
- Томский технологический институт за 25 лет своего существования (22 октября 1900—1925) : юбилейный сборник. — Томск, 1928