Эстәлеккә күсергә

Император медицина-хирургия академияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Император медицина-хирургия академияһы
Нигеҙләү датаһы 1798[1]
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы ИМХА һәм МХА
Атамаһы Санкт-Петербургская медико-хирургическая академия һәм Императорская медико-хирургическая академия
Етәксе Карл Рингебройг[d][2][3], Иван Петрович Франк[d][2], Яков Васильевич Виллие[d][2], Иван Богданович Шлегель[d][2], Вацлав Пеликан[d][2], Пётр Александрович Дубовицкий[d][2][4][5], Павел Андреевич Наранович[d][2][6], Николай Илларионович Козлов[d][2][7], Яков Алексеевич Чистович[d][2][8], Пётр Андреевич Загорский[d], Буш, Иван Фёдорович[d], билдәһеҙ, Виктор Васильевич Пашутин[d][9], Александр Иванович Таренецкий[d], Владимир Михайлович Бехтерев[d], Александр Яковлевич Данилевский[d], Николай Александрович Вельяминов[d] һәм Иван Иванович Маковеев[d]
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Урын Санкт-Петербург
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1917
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Императорской медико-хирургической академии[d]
 Император медицина-хирургия академияһы Викимилектә

Санкт-Петербургтағы медицина-хирургия академияһы — рус. Императорская медико-хирургическая академия — Рәсәй империяһының, башлыса, университеттарҙың медицина факультеттарына тап килгән хәрби һәм диңгеҙ ведомстволары өсөн юғары махсус уҡыу йорто.

Академия төҙөлөүҙең рәсми датаһы булып 18 (29) декабрь 1798 йыл иҫәпләнә, тап ошо көндә Павел I табибтар училищеһының уҡыу аудиториялары һәм уның уҡыусылары өсөн биналар төҙөү тураһындағы указға ҡул ҡуя. Указ ҡул ҡуйған көн Медицина-хирургия академияһына нигеҙ һалыу датаһы булып һанала, әммә ул 1800 йылда ғына асылған[10]. Петербург медик-хирургия академияһы, Медицина коллегияһы баш директоры сенатор А. В. Васильев проектына ярашлы, быға тиклем Петербургта булған медицина-хирургия училищеһын (1799) үҙгәртеп ҡороу юлы менән булдырыла.[11].

1800 йылда академияла лекциялар уҡыла башлай. Академия Медицина коллегияһы ҡарамағына тапшырыла һәм иң өлкән йәштәге рәйес итеп тәғәйенләнгән профессорҙар йыйылышы тарафынан идара ителә. Академияның беренсе рәйесе — Карл Рингебройг була[12]. Башҡа профессор урыҫ тәрбиәләнеүселәре була: Г. Ф. Соболевский, В. М. Севергин, И. Ф. Буш, П. А. Загорский, В. В. Петров һәм адъюнкттар: Т. А. Смеловский менән Г. И. Сухарев[13]. Бөтәһе 7 кафедра булған: анатомия һәм физиология, патология һәм терапия, хирургия, медика материялары (фармакология), акушерлыҡ һәм суд медицинаһы, ботаника һәм химия, математика һәм физика. Уҡыу курсы 4 йыл (класс).

1803 йылда Эске эштәр министрлығы ҡарамағына күсергәндәр, административ ҡоролош анығыраҡ төҫ алған һәм Мәскәү медицина-хирургия академияһын ябыу иҫәбенә киңәйтелгән, уның бөтә тәрбиәләнеүселәре Санкт-Петербургка күсерелгән.[14].

1808 йылда император Александр I академияны «Империяның беренсе уҡыу йорттары» рангына күтәрә: ул Фәндәр академияһы хоҡуҡтарын ала, уға үҙ академиктарын һайларға рөхсәт ителә, һәм ул Император медицина-хирургия академияһына әүерелә[15], Мәскәү ҡалаһында бүлексәләре асыла.

Я. В. Виллие идара итеү осоронда (1808—1838) Рәсәй империяһы академияһында тәүге гинекология, психиатрия, офтальмология, оператив хирургия, педиатрия, отоларингология кафедралары һәм клиникалары булдырыла.

1835 йылдан 5 йыл уҡый башлайҙар.

Академияның иҫ киткес үҫеше 1850-се йылдар аҙағынан, П. А. Дубовицкий президент булған мәлдән башлана. Уның ныҡышмаллығы менән сит илгә фәнни яҡтан камиллаштырыу өсөн байтаҡ йәш кешеләр ебәрелгән, улар 1860-сы йылдар башына әйләнеп ҡайтып, профессураға килгәс, академияның данын күтәрә. Улар иҫәбендә С. П. Боткин, И. М. Сеченов, Ф. В. Овсянников, Э. А. Юнге, П. Ю. Неммерт булат[16].

1872 йылда академияла ойошторолған акушерлыҡ медицина белеме курстары донъяла беренсе булып ҡатын-ҡыҙҙарҙың медицина белеме алыуы инициативаһы булып сыға.

1881 йылда академия хәрби һәм диңгеҙ ведомстволарына табиптар әҙерләү өсөн махсус маҡсатта хәрби-медицина академияһы итеп үҙгәртелә.Был институт медицина белеме биреүҙә ҙур хеҙмәт итә, сөнки унан медицина академияһына ғына түгел, Рәсәйҙә бөтә медицина факультеттарына ла тиерлек даһи профессорҙар сыға.

1917 йылда Император хәрби-медицина академияһы Хәрби-медицина академияһы итеп үҙгәртелә, әлеге ваҡытта М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы булараҡ эшләй.

ИМХА-ның хәрби-медицина чиновниктарыһәм тәрбиәләнеүселәре (1885):1. Фармацевт. 2. Класлы Фельдшер. 3. Студент 4. Әҙерлек курсы тыңлаусыһы
Император хәрби-медицина академияһы студенттары(1881).

1862—1900 йылдарҙа Император медицина-хирургия академияһы армияға һәм флотҡа 8 090 табип биргән.

XX быуат башында йыл һайын академия тыңлаусылары һаны 1000-гә яҡын тәшкил иткән, ә йылына 127—240 белгес сығарған. 1900—1914 йылдарҙа бөтәһе 2130 белгес сығарылған, ә 1915 йылда бөтә курс тыңлаусыларының 970-е ваҡытынан алда ғәскәрҙәргә ебәрелгән.

  1. русская Википедия (урыҫ) — 2001.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 Академии Медико-Хирургические (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. АндреевскийСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1890. — Т. I. — С. 259—260.
  3. Рингебрейг, Иоганн-Христиан (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1899. — Т. XXVIа. — С. 799.
  4. Дубовицкий, Петр Александрович (урыҫ) // Русский биографический словарьСПб.: 1905. — Т. 6. — С. 712—714.
  5. Дубовицкий, Петр Александрович (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1893. — Т. XI. — С. 212.
  6. Наранович, Павел Андреевич (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1897. — Т. XXа. — С. 559—560.
  7. Г. М. Г. Козлов, Николай Илларионович (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1895. — Т. XVа. — С. 608.
  8. Чистович, Яков Алексеевич (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1903. — Т. XXXVIIIа. — С. 870.
  9. Пашутин, Виктор Васильевич (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1898. — Т. XXIII. — С. 65.
  10. Военно-медицинская академия // Волков С. В., Русский офицерский корпус. — М., Воениздат, 1993. — (Редкая книга). — ISBN 5-203-01334-9, ISBN 978-5-203-01334-7
  11. До создания академии в Петербурге медицинское образование давалось также в Императорском медико-хирургическом институте, открытом в 1783 г., в котором преподавание шло исключительно на немецком языке.
  12. Рингебройг, Карл // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  13. Сухарев, Григорий Иванович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  14. до 160 слушателей
  15. Будко А. А. Петр I: «При тех больных солдатах быть всегда…». Медицина Санкт-Петербурга — армии и флоту. К 300-летию Санкт-Петербурга. // Военно-исторический журнал. — 2003. — № 6
  16. Неммерт, Петр Юльевич // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
| Императорская военно-медицинская академия
]] // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1912. — Т. 10 : Елисавета Петровна — Инициатива. — С. 596—597.
  • Военно-медицинская академия / Н. Г. Иванов // Вавилон — «Гражданская война в Северной Америке» / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — С. 225—226. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 2).
  • Военно-медицинская академия / Н. Г. Иванов // Вавилония — Гюйс / Председ. глав. ред. комисс. П. С. Грачёв. — М.: Военное изд-во, 1994. — С. 163—164. — (Военная Энциклопедия : В 8 томах ; 1994—2004, т. 2). — 10000 экз. — ISBN 5-203-01334-9
  • Волков С. В. Русский офицерский корпус. — М.: Воениздат, 1993. — 368 с. — (Редкая книга). — 30000 экз. — ISBN 5-203-01334-9
  • Ю. Л. Шевченко. Профессора Военно-медицинской (Медико-хирургической) академии (1798—1998): Справочник / Воен.-мед. акад.; Редкол. В. С. Новиков (отв. ред.) и др. — СПб.: Наука, 1998. — 313 с.