Ираклис (волейбол клубы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ираклис
Нигеҙләү датаһы 29 ноябрь (12 декабрь) 1908
Рәсми атамаһы Νέος Γυμναστικός Σύλλογος Θεσσαλονίκης ο Ηρακλής 1908
Ҡушамат Γηραιός һәм Ημίθεος
Ҡыҫҡаса атамаһы Ν.Γ.Σ. Ηρακλής Θεσσαλονίκης 1908
Спорт төрө мужской волейбол[d]
Кем хөрмәтенә аталған Геракл
Дәүләт  Греция
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Салоники, Греция
Адрес Αγίου Δημητρίου
Рәсми сайт iraklis.club/category/vo…
Родительский спортивный клуб G.S. Iraklis Thessaloniki[d]
Официальный цвет күк[d] һәм аҡ

Ираклис (греч. Θεσσαλονίκης ΤΑΠ Ηρακλής) — Салоники ҡалаһының 1921 йылда ойошторолған «Ираклис» спорт клубының волейбол бүлеге. Боронғо грек мифологияһы геройы Геракл хөрмәтенә атала. 2000 йылдарҙа Грецияның иң уңышлы клубы булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе донъя һуғышынан һуң клуб һәр ваҡыт Грецияның иң яҡшы командалары араһында була. «Ираклис» милли йыйылма командаларға бик күп уйынсылар бирә.

«Ираклис» тарихта "Олимпиакос"тан ҡала ЕКВ чемпиондары лигаһы финалында уйнаған икенсе клуб булып тора. 2005 йылда Ллой Болл, Томас Хофф, Клейтон Стэнли кеүек донъя класы уйынсылары командаға "Дүртәү финалына"сығырға ярҙам итә. Уйын Салоникиҙа үтә. «Ираклис» ярым финалда «Локомотив-Белогорье» командаһын еңә,әммә финалда, көйәрмәндәренең ҙур ярҙамына ҡарамаҫтан, «Тур» француз клубынан еңелә. 2006 йылда «Ираклис» Римдә тағы финалға сыға һәм «Сислей» (Тревизо) клубына еңелә. Команданың 4000 грек көйәрмәне Римгә бара. Ике йылдан һуң клуб өсөнсө тапҡыр финалға сыға, ләкин был юлы "Трентино"нан ҡалыша.

Титулдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Волейбол буйынса ирҙәр араһында Греция чемпионаты
    • Еңеүсе (4): 2002, 2005, 2007, 2008
    • 2-се урын (10): 1971, 1975, 1999, 2000, 2001, 2003, 2004, 2006, 2011, 2012
  • Греция кубогы
    • Еңеүсе (5): 2000, 2002, 2004, 2005, 2006
    • Финалист (1): 2001
  • Грецияның суперкубогы
    • Еңеүсе (4): 2004, 2005, 2007, 2008
    • 2-се урын (2): 2000, 2006
  • ЕКВ чемпиондары лигаһы
    • Финалист (3): 2004/05, 2005/06, 2008/09
    • 3-сө урын (1): 2001/02
    • 4-се урын (1): 2003/04

Ағымдағы состав[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исеме Тыуған йылы Үҫеш
Үҙәк ҡамаусылар
3 Греция Димитрис Каралапмидис 1991 200
6 Греция Андрей Краварик (К) 1971 205
13 Греция Герасимос Канеллос 1987 201
Связующие
4 Греция Стелиос Пипергиас 1985 189
8 Греция Костас Прусалис 1980 187
Диоганалдә уйнаусылар
11 Америка Ҡушма Штаттары Брук Биллингс 1980 196
14 Греция Гиоргос Циумакас 1995 203
Исеме Тыуған йыл Үҫеш
Уйынды тамамлаусылар
1 Греция Кристос Стефанидис 1993 191
2 Америка Ҡушма Штаттары Райан Оуэнс 1980 201
3 Аргентина Родриго Кирога 1987 191
10 Греция Женя Корцанюк 1987 198
12 Греция Димитрис Эфремидис 1990 190
18 Греция Никитас Эфремидис 1989 192
Либеро
7 Греция Ламбис Бабалиутас 1972 182
Баш тренер — Куба Фредди Брукс

Билдәле волейболсылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]