Эстәлеккә күсергә

Иртәк (Таллы ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иртәк
Ҡайҙа ҡоя Таллы (Боровка ҡушылдығы)
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Бассейн майҙаны 64 км²
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе
Оҙонлоҡ 14 km
Карта

Иртәк (рус. Иртек) — Рәсәйҙәге йылға. Ырымбур өлкәһе Грачевка районы биләмәләрендә аға. Таллы (Һамар бассейны) йылғаһының һул ҡушылдығы.

Йылға оҙонлоғо 14 км тәшкил итә, бассейны майҙаны — 64 км²[1]. Йылға тамағы — Яковлевка ауылынан 5,5 км алыҫлыҡта төньяҡ-төньяҡ-көнбайышҡа табан[2]. Үрге өлөшөндә төньяҡ-көнбайышҡа һәм көнбайышҡа, һуңғараҡ көньяҡ — көньяҡ-көнбайышҡа аға. Таллы йылғаһына һул яғынан тамағынан 4 км алыҫлыҡта ҡушыла[3].

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға исеменең килеп сығышын ҡайһы бер тикшереүселәр ҡаҙаҡ телендәге «ирек» — зигзаг; извилина, кәкре һүҙе менән бәйләй[4].

Башҡортса «иртәк» (иртәге) — башҡорт эпосының бер төрө[5].

Үрге өлөштәрендә йылға кибә[2]. Йылға бассейны тирәләй урмандар юҡ тиерлек.

Йылғаны урындағы Таллы — Комсомол автомобиль юлы киҫеп үтә. Йылға бассейны тирәһендә тораҡ пункттар юҡ.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Түбәнге Волга бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Һамар йылғаһы — Елшән ауылы янындағы һыу үлсәү посынан алып Һамар ҡалаһына (ҡаланан үрҙәрәк) тиклем, Оло Кинәле йылғаһы һыу хужалығы участкаһына индерелмәгән. Йылға бассейны — Волга йылғаһы — Куйбышев һыуһаҡлағысы үренән Каспий диңгеҙенә ҡушылғанға тиклем[1].

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010001112112100007439[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 «Иртек» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  2. 2,0 2,1 Лист карты N-39-107 Таллы. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1984 г.
  3. Карта бите N-39-107-C-a.
  4. http://orenpriroda.ru/ Природа Оренбургской области. Интерактивная карта
  5. Башҡорт теленең академик һүҙлеге. 3 том. Өфө, 2012. 387-се бит