Ирҙәр гимназияһы (Аҙау)
Иҫтәлекле урын | |
Ирҙәр гимназияһы
| |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Адрес | Аҙау, Тыныслыҡ урамы, 2 |
Архитектура стиле | эклектика |
Төҙөлгән ваҡыты | 1877 йыл |
Бөгөнгө хәле | эшләй |
Ирҙәр гимназияһы Викимилектә |
Ирҙәр гимназияһы — Аҙау ҡалаһындағы мәктәп, Аҙау ҡалаһындағы тарихи ике ҡатлы бина, төбәк кимәлендәге мәҙәни мираҫ объекты.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҙау ҡалаһында ирҙәр гимназияһы 1877 йылда Император Александр II Указы буйынса Аҙау ирҙәр прогимназияһы булараҡ ойошторола. Революцияға тиклем Рәсәйҙә гимназиялар һәм прогимназиялар урта уҡыу йорттары булып иҫәпләнә. Һуңынан уға гимназия статусы бирелә. Уҡыу йортонда 8 йәштән 10 йәшкә тиклемге балалар уҡый. Гимназияла уҡыусылар динде, әҙәбиәтте һәм урыҫ телен, латин, грек, француз һәм немец телдәрен, математиканы, физиканы, тарихты һәм башҡа предметтарҙы өйрәнә[1].
Гимназияла уҡыусыларҙың формаһы күк фуражканан, көмөш төймәле гимнастёрканан һәм ҡара салбарҙан тора. Фуражкала һәм ҡайыш айылында Аҙау гимназияһы баш хәрефтәре — «АГ» тигән яҙыу була. XIX быуаттың 90-сы йылдары башында Аҙауҙа ҡыҙҙар гимназияһы асыла. Хәҙерге ваҡытта был гимназия бинаһында педагогия колледжы урынлашҡан. ХХ быуаттың 20-се йылдарында Ирҙәр гимназияһы I (башланғыс кластар) һәм II баҫҡыс (өлкән кластар) Берҙәм хеҙмәт мәктәбе тип атала башлай. Мәктәптә хеҙмәт тәрбиәһенә ҙур иғтибар бирелә. Уҡыусыларҙың көндәлектәре булмай, улар урынына — хеҙмәт кенәгәләре. 1924 йылда мәктәпкә В. И. Ленин исеме бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан был ҡалала берҙән бер уҡыу йорто була, ә һуғыш ваҡытында мәктәптә хәрби госпиталдәр урынлаша. Уҡыусылар санитарҙарға ярҙам итә, яралылар алдында концерт менән сығыш яһай. Һуғыштан һуң мәктәп тағы ла ҡалала берҙән-бер ун йыллыҡ мәктәп була. Хәҙерге ваҡытта бинала 1-се мәктәп эшләй.
XX быуаттың 70-80-се йылдарында мәктәптә В. И. Ленин исемендәге музей асыла. 2012 йылда мәктәп «һанлы быуат мәктәбе» мәғариф проекты ҡатнашыусыһы сертификатына эйә була.
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гимназия бинаһы ҡаланың архитектура ынйыһы. Ике ҡатлы кирбес бина Рәсәй империяһының башҡа ҡалаларындағы гимназиялар өсөн характерлы архитектураға эйә. Унда парад баҫҡысы, ҙур ял итеү залы, оҙон коридорҙары бар.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дик Н. Азовское просвещение. Как все начиналось. / Информационно-аналитический журнал «Современный журнал Азов», № 3 (13), октябрь 2010.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Здание Мужской прогимназии(недоступная ссылка)
- Мой маленький Азов 2017 йыл 28 ғинуар архивланған.
- Мужская гимназия. Сайт администрации Азова.
- История нашей школы. Школа № 1 г. Азова.