Исаак Зингер
Исаак Зингер | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Америка Ҡушма Штаттары |
Тыуған көнө | 27 октябрь 1811[2][3][4][…] |
Тыуған урыны | Питстаун[d], Ренселер[d], Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары |
Вафат булған көнө | 23 июль 1875[2][3][4][…] (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Пейнтон[d], Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d] |
Ерләнгән урыны | Торки[d] |
Атаһы | Adam Singer[d][5] |
Әсәһе | Ruth Benson[d][5] |
Хәләл ефете | Isabella Eugenie Boyer[d][6] һәм Catharine Maria Haley[d][6] |
Балалары | Виннаретта Зингер[d][6], Washington Singer[d][6], Paris Singer[d], Mortimer Singer[d], Isabelle Singer[d][7] һәм Franklin Morse Singer[d][7] |
Һөнәр төрө | уйлап табыусы, театр актёры, эшҡыуар |
Милке | Oldway Mansion[d] |
Изображается на | Portrait of Isaac Merrit Singer[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Isaac Singer |
Исаак Зингер Викимилектә |
Айзек йәки Исаак Меррит Зингер (ингл. Isaac Merritt Singer, 27 октябрь 1811 (27 октябрь 1811), Питтстаун, АҠШ — 23 июль 1875 23 июль 1875, Пейнтон, Англия) — Америка уйлап табыусыһы һәм сәнәғәтсеһе. Теген машинаһы конструкцияһын камиллаштырыуға ҙур өлөш индерә һәм Зингер компанияһына нигеҙ һала.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала сағы һәм үҫмер йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зингер Питтстаунда (Нью-Йорк штаты) 1811 йылдың 27 октябрендә тыуа. Ул Адам Зингер (тыуған саҡта Рейзингер) һәм уның ҡатыны Рут Бенсондың һуңғы балаһы була. Исаактың ата-әсәһе тураһында мәғлүмәт бик аҙ; уның фамилияһына нигеҙләнеп, ҡайһы берәүҙәр уны Германиянан килгән йәһүд йәки венгр иммигранты тип иҫәпләй, бәлки, Пфальцтандыр[8]. Рут Бенсон была или первой, или второй (после Элизабет Гордон) женой Адама[8]. Рут Бенсон Адамдың беренсе, йәки икенсе (Элизабет Гордондан ҡала) ҡатыны була. Монтажсы Адам Рейзингер атаһы Ион Валентин[9] һәм Рут Бенсон менән бергә 1803 йылда Америкаға күсенеп килә. Уларҙың 8 балаһы була: өс улы һәм биш ҡыҙы, өлкән ҡыҙы Элизабет исемле була. Исаакҡа 10 йәш булғанда, уның ата-әсәһе айырылыша. Адам Зингер ҡабаттан өйләнә һәм Нью-Йорк штатының Осуиго округы Ганнибалға күсеп китә. Исаак үгәй әсәһе менән уртаҡ тел таба алмай. Исаактың тәүге килем сығанаҡтарының береһе театрҙа уйнау була. Ул хатта үҙен үҙ заманының иң яҡшы Ричарды тип атай, әммә театр тәнҡитселәренең береһе, уның уйнауы ярайһы уҡ насар, тип яҙа. 12 йәшендә атайы йортонан ҡаса, артабан өлкән ағаһы Рочестерҙа йәшәй.
Тәүге уйлап табыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1839 йылда Зингер тау тоҡомон быраулау машинаһына үҙенең тәүге патентын ала, уны 2000 долларға «Канал төҙөүсе Ай һәм Эм компанияһына» һата. Элек алғанға ҡарағанда күберәк аҡса ҡулына ингәс, финанс уңышы шарттарында ул актер сифатында үҙ карьераһын дауам итергә була. «Мерритт уйынсылары» тип аталған труппа туплап, турнеға сығалар. Үҙе сәхнәлә Исаак Меррит исеме аҫтында сығыш яһа. Шулай уҡ Мэри-Эн менән сәхнәлә сығыш яһай. Тур биш йыл самаһы дауам итә.
Теген машинаһын төҙөү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исаак Зингер теген машинаһын уйлап тапмай һәм бер ҡасан да быны эшләүе тураһында раҫламай. 1850 йылда, уның беренсе тегеү машинаһы барлыҡҡа килгән саҡта, теген машинаһының бер нисә моделе була. Зингер был моделдәрҙең конструктив етешһеҙлектәрен асыҡлап, төҙәтеүгә 10 көн сарыф итә. Зиңгерҙең тырышлығы бушҡа китмәй, уның ҡулына ярайһы уҡ ҙур суммала аҡса керә башлай. Зингер сүрене горизонталь урынлаштыра (шуның арҡаһында еп буталып төйнәлмәй); туҡыманы һалып тегеү өсөн таҡта өҫтәл һәм энәне вертикаль рәүештә тотоу өсөн ҡулайлама (аяҡ) тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә тегенсе туҡыманы ике ҡулы менән тотоп тегә башлай. Теген машинаһын аяҡ педале менән тәьмин итә (туҡыма менән ике ҡул менән эшләү мөмкинлеге). Тап ошо өс яңылыҡ оҙаҡ йылдар теген машинаһының төп схемаһы була. Улар бер нисә мең һаҡлау документтарынан торған ҙур патент пакеты менән һаҡлана. «Зингерҙың» беренсе данаһы йөҙ долларға һатыла. Изделиеның беренсе өлгөһө эшләү өсөн сарыф ителгән бөтә сығымдарҙы ҡаплап ҡына ҡалмай, ә өҫтәлмә табыш та килтерә. Был, моғайын, тарихтағы беренсе шундай уңышлы осраҡ булғандыр.
И. М. Зингер һәм Ко.
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1851 йылда Исаак Меррит Зингер һәм уның компаньоны Уильям Кларк тарафынан «I.M. Singer & Co» компанияһына нигеҙ һалына. 1865 йылда «Singer Manufacturing Company», ә 1963 йылда — «The Singer Company» тип үҙгәртелә.
1856 йылда теген машинаһын етештереүселәр Зингер, Гровер һәм Бейкер, Уилер һәм Уилсон, башҡаларҙы патент хоҡуҡтарын боҙоуҙа ғәйепләп, Нью-Йорк штатының Олбани ҡалаһында осраша. Адвокат һәм «Гровер һәм Бейкер» компанияһы президенты Орландо B. Поттер, килемде һорап судҡа бирмәҫкә, ә компаниялар патенттарын берләштерергә тәҡдим итә. Был беренсе патент пулы була, ул патент хоҡуҡтары өсөн юридик дәғүәһеҙ ҡатмарлы машиналарҙы алыу мөмкинлеген бирә. «И. М. Зингер һәм Ко.» компанияһы йорт хужабикәләрен генә түгел, теген фабрикаларын да ҡорамалдар менән тәьмин итә башлай. Машиналарҙы үтескә һатыу юлға һалына. 1863 йылға бер йылда машиналар һатыу 20 мең данаға тиклем баоып етә. Бер нисә махсус төҙөлгән заводта машиналар сығарыу юлға һалына. Етештереүҙә конвейер ҡулланыла башлай, был продукцияның хаҡын һиҙелерлек кәметеү мөмкинлеген бирә — 1858 йылға машина һатып алыу өсөн хужабикә ни бары 10 доллар ғына тотона.
Корпорация франчайзингҡа башланғыс һала, ул XIX быуат уртаһында тауар (теген машиналары) дистрибьюторҙары менән франшизаны тапшырыу буйынса яҙма килешеү төҙөй башлай, уларға АҠШ-тың билдәле бер территорияһында теген машиналарын һатыу һәм ремонтлау хоҡуғы тапшырыла. Бынан тыш, һатыуҙан һуңғы сервис хеҙмәте системаһы индерелә. Ҡулланыусы үҙенең машинаһын ремонтлауға урындағы дистрибьюторға тапшыра йәки үҙе почта каталогы буйынса етештереүсегә запчастарға заказ бирә ала.
Исаак Зингер беренсе ялланған президент — Инсли Хопперҙы тәғәйенләй. 1867 йылда компания Американан ситтә — Шотландияның Глазго ҡалаһында үҙенең беренсе заводын аса.
1902 йылда Подольскиҙа завод эшләй башлай, ул руслаштырылған логотиплы машиналар сығара. Был машиналар Рәсәй буйлап киң тарала һәм Төркиәгә, Балҡанға, Фарсыға, Японияға һәм Ҡытайға сығарыла. Беренсе донъя һуғышы башына завод йыл һайын 600 мең машина сығара. Уларҙы туранан-тура 3000 фирма магазинында, шулай уҡ почта системаһы буйынса һаталар. Зингерҙең ҡабатларға яратҡан һүҙе: «Минең уйлап табыу һуҡыр бер тин дә тормай. Әммә мине аҡсаның күбәрәк булыуы ҡыҙыҡһындыра». Маркетинг өлкәһендәге уңыштар компанияның йылдам күтәрелеүен тәьмин итә.
Башта төп производство Нью-Йорк штатында туплана, әммә әлеге ваҡытта ул башлыса Теннессиҙа (Ла-Вернала, Нэшвиллдан 30 км алыҫлыҡта) урынлашҡан.
Компанияның штаб-фатиры 1908 йылдан алып Нью-Йорк ҡалаһында, махсус төҙөлгән Зингер-Билдинг (ингл. Singer Building, бейеклеге — 187 м, 47 ҡат) йортонда урынлаша, әммә 1968 йылда һүтелә.
Хәҙер Singer Corporation — йыһан һәм хәрби техника, шулай уҡ теген машиналары, электр приборҙарын, двигателдәр, мебель һәм башҡа продукция етештереүсе булып ҡала.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1830 йылда Исаак Зингер Кэтрин Мария Хейлиға өйләнә. Никахта ике бала тыуа. Әммә 1836 йылда ул Мэри Энн Спонслер менән йәшәй башлай, ул уға 10 бала таба, һәм 1837 йылда беренсе улы тыуғас, уның законлы ҡатыны менән мөнәсәбәттәре өҙөлә. Финанс уңышы Зингерға Бишенсе авенюла йорт һатып алыу мөмкинлеген бирә, унда ул икенсе ғаиләһен күсерә. 1860 йылда Зингер, ҡатынын хыянатта ғәйепләп, рәсми рәүештә айырылыша. Мэри Энн менән мөнәсәбәттәр 1862 йылда туҡтатыла, сөнки Исаак Мэри Мак-Гониал менән йәшәй. Был мәлгә Мак-Гониал Зингерҙан биш бала таба. Спонслер талабы буйынса, Зингер ике енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алына, әммә залог түләп, төрмәнән сыға һәм Мэри Мак-Гониал менән бергә Лондонға ҡаса. Ысынында Зингерҙың тағы ла бер ғаиләһе була: Түбәнге Манхэттендан Мэри Иствуд Уотерс уға ҡыҙ таба. Лондонда Зингер Изабелла Бойер менән мөнәсәбәттәрҙе тергеҙә, улар 1860 йылда Парижда осраша. 1863 йылда улар өйләнешә, никахта алты бала тыуа.
Европалағы һуңғы йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1863 йылда «И. М. Зингер һәм Ко» компанияһы үҙ-ара килешеү буйынса ябыла, ә бизнес «Singer Manufacturing Company» булараҡ дауам итә, финанс һәм идара итеү функциялары үҙгәртеп ҡорола. Исаак Зингер фирманың көндәлек идаралығында әүҙем ҡатнашмай, әммә попечителдәр советы ағзаһы (ул саҡта ул Европала йәшәй) һәм уның төп акционерҙарының береһе була. Был ваҡытҡа бизнесмендың Эдвард Харрисон Мей эшләгән портретта тормоштан ялҡып бөткән һәм үҙ-үҙенә ышанған кеше һүрәтләнгән.
Уның вафатынан һуң күсемһеҙ милке һәм ғаиләһенә ҡалған мираҫ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зингер үҙенең ғаиләһенә мираҫ итеп яҡынса 22 миллион доллар һәм ике вилла ҡалдыра. Ахыр сиктә Изабелла законлы тол ҡатын тип иғлан ителә. Ул 1879 йылда олланд музыкантына кейәүгә сыға һәм Парижда йәшәй башлай.
. Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #42634149 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 Isaac Singer // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ 3,0 3,1 Isaac Singer // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 4,0 4,1 Lundy D. R. Isaac Merritt Singer // The Peerage (ингл.)
- ↑ 5,0 5,1 Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Kindred Britain
- ↑ 7,0 7,1 Lundy D. R. The Peerage (ингл.)
- ↑ 8,0 8,1 Isaac Merritt Singer | Immigrant Entrepreneurship . Дата обращения: 23 август 2017. Архивировано 24 август 2017 года.
- ↑ Adam Singer 1703-1790 - Ancestry® . Дата обращения: 23 август 2017. Архивировано 24 август 2017 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Супотницкий М. В. Патенты — на пути технического прогресса // Независимая газета. НГ-Наука. — 2000. — № 1 (27) от 19.01. (об использовании патентов в конкурентной борьбе)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исаак Зингер Викимилектә |
- Биография И. Зингера
- «Патенты на пути технического прогресса» 2012 йыл 15 март архивланған.: об использовании патентов в конкурентной борьбе
- Isaac Merritt Singer, detailed biography (нем.)
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |