Эстәлеккә күсергә

Искәндәрнамә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Искәндәрнамә
фарс. اسکندرنامه
Искәндәр һунарҙа.
Искәндәр һунарҙа.
Жанр

поэма

Автор

Низами Гәнжәүи

Төп нөхсә теле

фарсы

Ижат ителгән ваҡыты

1194 һәм 1202 йылдар араһында

Тәүҙәрәк килеүсе

Ете гүзәл

Электрон версия

«Искәндәрнамә»[1] (фарс. اسکندرنامه, рус. «Искендер-наме»[2]) — фарсы шиғриәте классигы Низами Гәнжәүиҙең бишенсе поэмаһы, уның фарсы телендә 1194 һәм 1202 йылдар араһында яҙылған «Хәмсә» тигән йыйынтығына инә. Поэма Искәндәр Зөлҡәрнәй тураһындағы төрлө сюжеттарҙың һәм риүәйәттәрҙең әҙәби эшкәртмәһе булып тора. Поэма Әһәр ҡалаһының хакимы Носрат-әл-Дин Бискин бин Мөхәммәткә[3] арнала.

Поэма аруз үлсәме менән яҙылған ике үҙ аллы өлөштән тора: «Шәрәфнамә» («Шөрһәт китабы») һәм «Икбалнамә» йәки «Керабнамә» («Яҙмыш китабы»). «Шәрәфнамә» Искәндәрҙең тормошон һәм ҡаһарманлыҡтарын тасуирлай (көнсығыш риүәйәттәре нигеҙендә). «Икбалнамә» композиция йәһәтенән ике ҙур киҫәккә бүленә, уларға «Аҡыл эйәһе Искәндәр» һәм «Әүлиә Искәндәр» тигән баш ҡуйып булыр ине. Поэманың беренсе өлөшөндә Искәндәр донъяны яулай, икенсеһендә донъяның мәғәнәһеҙлеген аңлай.

Поэманың яҙылыу ваҡыты һәм уның «Хәмсә» йыйынтығында урынлашыу сиратына ҡағылышлы икеләнеүҙәр тыуып тора. Әммә Низами "Шәрәфнамә"нең башында «яңы биҙәккә» тотонғансы «өс ынйы» тыуҙырып өлгөргәне тураһында яҙа һәм был поэманың барлыҡҡа килеү ваҡытын раҫлай. Йәнә Низами үҙенең «Ләйлә менән Мәжнүн» поэмаһын арнаған Ширваншаһ Аҡсатандың вафатына ҡайғыра һәм нәсихәттәрен уның вариҫына төбәй. Поэманы яҙып бөтөү мәленә Гәнжәлә Ширваншаһтар ырыуының хакимлығы йомшара, шунлыҡтан Низами поэман Әһәрҙең хакимы Носрат-әл-Дин Бискин бин Мөхәммәткә бағышлай, уны Низами "Шәрәфнамә"нең инеш һүҙендә телгә ала.

Низами әҫәрендәге Искәндәр образы тарихтағы Искәндәр Зөлҡәрнәйҙән айырыла; әйтәйек, Низамиҙың Искәндәре — идеаль етәксе, полководец һәм аҡыл эйәһе. Шул уҡ ваҡытта Низами Искәндәрҙең ҡан ҡойғос һуғыштар алып барыуы, буйһондоролғандарҙы талауы һәм ауырлыҡтарға дусар итеүе тураһында ла өндәшмәй ҡалмай. Поэманың икенсе өлөшөндә Искәндәр ғилем эйәһе һәм пәйғәмбәр итеп һүрәтләнә. Уның фәндәрҙе белеүе күрһәтелә. Мәҫәлән, ул космогония мәсьәләләре тураһында билдәле грек философтары менән фекер алыша . Алла мәлиге Искәндәрҙең пәйғәмбәр булырға лайыҡ ителеүе хаҡында әйтә, бынан һуң ҡаһарман бар донъяға хәҡиҡәт таратыу маҡсаты менән сәйәхәткә сығып китә[2].

Дүртенсе сәйәхәтендә Искәндәр камил ҡоролошло йәмғиәт иленә эләгә, унда власть та юҡ, ҡыҫыусы-иҙеүселәр ҙә, байҙар ҙа, ярлылар ҙа юҡ. Низами бында хакимдарҙа мохтажлыҡ кисермәгән тиңдәр йәмғиәте булыу ихтималлығы тураһындағы фекерҙе әйтә[2]. Совет шәреҡсеһе Е. Э. Бертельс «Подготовка к юбилею Низами» тигән мәҡәләһендә был илдең һүрәтләнешен Советтар Союзы барлыҡҡа килеү хәбәрсеһе тип атай[4].

Поэманың ҡайһы бер ҡулъяҙмаларында Низамиҙың үҙенең вафатына арналған бүлек бар; моғайын, ул һуңыраҡ индерелгән өҫтәлмәлер[5][6].

Рус теленә поэманы К. А. Липскеров — шиғри формала, ә Е. Э. Бертельс һәм А. К. Арендс прозала тәржемә итә[3]. Әзербайжан теленә "Искәндәрнамә"не Абдулла Шаиг («Шәрәфнамә») һәм Микаил Рзакулизаде («Икбалнамә») тәржемәләй.

Баҡы ҡалаһында 1949 йылда Низами Гәнжәүигә ҡуйылған һәйкәл постаментында скульптор А. Хрюнов тарафынан рәссам Ғәзәнфәр Халыҡов[7] эскизы буйынса поэманың геройҙары Искәндәрҙе һәм Бәрдә ҡалаһы батшабикәһе Нушабены һүрәтләгән барельеф эшләп ҡуйылған.

Баҡы метрополитенының «Низами Гәнжәүи» станцияһында Әзербайжан рәссамы Микаил Абдуллаевтың поэма геройҙарын һүрәтләгән мозаикалы паннолары эленгән.

Низамиҙың тыуған ҡалаһы Гәнжәлә шағирҙың төрбәһе эргәһендә әзербайжан скульпторы Горхмаз Сүджәддинов тарафынан күп һынлы 22 метрлы комплекс ҡуйылған[8] . Шағирҙың монументы бордо төҫөндәге шымартылған граниттан эшләнгән, уны «Хәмсә» геройҙарының бронзанан ҡойолған һындары уратҡан[9]. Һындарҙың береһе "Искәндәрнамә"нең төп геройы Искәндәрҙе һүрәтләй.

  1. Статья „Низами Гянджеви“ // История всемирной литературы: В 9 томах. — АН СССР, 1983.
  2. 2,0 2,1 2,2 [ Низами Гянджеви] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (автор: Бертельс А. Е.)
  3. 3,0 3,1 François de Blois. ESKANDAR-NĀMA OF NEŻĀMĪ (ингл.). Iranica (15 декабрь 1998). Дата обращения: 27 ғинуар 2017.
  4. "Долго ездит мудрец, объехал он и юг, и запад, и восток, но счастья не нашел нигде.
  5. François de Blois. ESKANDAR-NĀMA OF NEŻĀMĪ (ингл.). Iranica (15 декабрь 1998). Дата обращения: 27 ғинуар 2017.
  6. «В РАВНОВЕСЬЕ ПРИВЕЛ ОН ЗЕМНЫЕ ДЕЛА…» НИЗАМИ ГЯНДЖЕВИ. 2017 йыл 2 февраль архивланған.
  7. Н. Габибов, М. Наджафов. Искусство Советского Азербайджана. — М.: Искусство, 1960. — С. 132. — 198 с.
  8. Алиева С. Он просил у судьбы времени // Зеркало : газета. — 23 апреля 2010. — С. 8.
  9. Микеладзе Г. Духовная память мегаполиса // Каспий : газета. — 23 сентября 2013.