Исламов Дамир Нәзир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исламов Дамир Нәзир улы
рус. Дамир Назирович Исламов
татар. Дамир Назир улы Исламов
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Хеҙмәт итеүе танк ғәскәрҙәре[d]
Тыуған көнө 13 октябрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Лениногорск, Татарстан Республикаһы, Рәсәй
Вафат булған көнө 7 март 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (25 йәш)
Вафат булған урыны Золотое[d], Горская городская община[d], Северодонецкий район[d], Луганск өлкәһе, Украина
Ерләнгән урыны Лениногорск
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто Ҡазан юғары хәрби команда училищеһы
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Рәсәйҙең Украиналағы махсус хәрби операцияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Исламов Дамир Нәзир улы (13 октябрь 1996 йыл — 7 март 2022 йыл) — Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, өлкән лейтенант. Рәсәйҙең Украиналағы махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусы, Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022, үлгәндән һуң).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дамир Нәзир улы Исламов 1996 йылдың 13 октябрендә Татарстан Республикаһы.Лениногорск ҡалаһында күп балалы ғаиләлә тыуған. 2014 йылда Лениногорск № 6 урта мәктәбен тамамлағас, Ҡазан юғары танк команда училищеһына уҡырға инә, 2018 йылда уны тамамлай.

Ростов өлкәһендә урынлашҡан Көньяҡ хәрби округы частарының береһендә хеҙмәт итә.

2022 йылда 24 февралдә Рәсәйҙең Украиналағы махсус операцияһында ҡатнаша. 2022 йылдың 7 мартында Т-72Б1 бронетанк төркөмө составында Украинаның Северодонецк районы Золотое ҡалаһы янындағы нығытылған районға һөжүм итеүҙә ҡатнаша. Исламов экипажы дүрт танкыны ҡыйрата, оҙайлы ут нөктәһен емерә, украин хәрбиҙәренең «10-ға яҡын кешеһен» юҡ итә. Алыш ваҡытында танк "молотов коктейлы менән яна, ләкин экипаж утты һүндерә һәм кире позицияға ҡайта. Һөҙөмтәлә Рәсәй танкыһын бишенсе украин танкыһы ҡыйрата, ә Ғилемханов, Исламов һәм Цевун һәләк була[1].

Өлкән лейтенанттың кәүҙәһе, һуғыш яланынан эвакуациялана. Дамир Исламовтың мәйете тыуған иленә, Лениногорск ҡалаһына, килтерелә. Ҡала Мәҙәниәт һарайында уның менән тантаналы хушлашыу үткәрелә. Хушлашыу тантанаһында Үҙәк хәрби округ командующийы вазифаһын башҡарыусы генерал-майор Рөстәм Миннекаев, Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин , Татарстан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор Виктор Демидов, Татарстан Республикаһының хәрби комиссары Сергей Погодин, Лениногорск муниципаль округы начальнигы Риғәт Хөсәйенов, Ҡазан юғары танк команда училищеһы начальнигы урынбаҫары Вячеслав Епифантсев ҡатнаша. Үҙәк хәрби округтың кадрҙар бүлеге начальнигы урынбаҫары Алексей Белоконь Рәсәй Федерацияһы Президентының Дамир Исламовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү тураһындағы Указын уҡып ишеттерә һәм мәрхүмдең әсәһе Сажиҙә Вәлиәхмәтоваға юғары дәүләт наградаһын тапшыра. Һәләк булған танкистты ерләүҙе шәхсән Әлмәт һәм Бөгөлмә епископы Мефодий башҡара[2].

Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының 2022 йылдың 25 мартындағы указы менән өлкән лейтенант Исламов Дамир Нәзир улына Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә (үлгәндән һуң).

2022 йылдың 29 мартында Лениногорск ҡалаһында ерләнгән[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]